Тағы ла шуны өҫтәр инем: ғүмер буйы зауыҡлы итеп кейенә, үҙемде тота белдем. Шуға күрә лә ялтырайымдыр инде. Мине аңлаған кешеләр булһа, көләм, шаярам. Аңламаған кешеләр янында ябылам. Көнбағыш кеүек. Ныҡ һиҙгермен. Шул мине ҡотҡарҙы ла, хәүефләндерҙе лә.
Сәхнәнән иртә ебәргәстәр, көсөмдө ҡайҙа ҡуйырға белмәй баҡсала өй һалдым. Мин ысын мәғәнәһендә ауыл ҡыҙымын. Мал менән ҡош-ҡортом ғына юҡ. Ер эшен яратам. Ҡулдарым ҡарайып китһә лә бошонмайым. Күршем – рәссам Барсуков мәрхүм: “Эх, Рәшиҙә, һине бында күрһәләр, нимә тиерҙәр ине икән, ” – тип көлә ине. Ямғыр булһа ла, көләпәрәле курткамды кейеп алам да, ҡара ерҙән айырылмайым. Ошонан сикһеҙ рәхәтлек кисерәм, йәнем кинәнә! Йондоҙлоғом буйынса Буғамын, ат йылында тыуғанмын. Бөтә ауырлыҡты елкәмдә һөйрәүем ғәжәп тә түгел. Бер ҡараһаң нескә генәмен, кәрәк саҡта йөк тейәйем.