+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
9 Апрель 2021, 18:00

Моң һағында тороусы журналист, оҫта алып барыусы Урал Ниғмәтуллин:

Бөгөнгө моң донъяһы һайыҡты. Элекке һымаҡ моңло йырҙарҙы ишеткәнегеҙ бармы һеҙҙең хәҙер? Кешенең күңел ярлылығына бәйлеме икән был? Заманаһы шундаймы икән?Сирек быуаттан ашыу ғүмерен радио эшмәкәрлегенә бағышлаған шәхес, «Ашҡаҙар» радиоһының баш режиссеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Урал Ниғмәтуллиндың яуаптары сайтыбыҙҙа:

Рус эстрадаһын алып ҡараһаң, унда ла шул уҡ хәл бит. Совет осорондағы моң юҡ хәҙер. Ни тиһәң дә беҙ бәхетле осорҙа Рим Хәсәновтың, Роберт Ғәзизовтарҙың, Шамил Ҡолбарисовтарҙың, Нур Дауытовтарҙың моңон ишетеп үҫтек. Ә бөгөн йыр яҙған композиторҙар юҡ кимәлендә. Улар инструменталь әҫәрҙәргә генә көй яҙа. Әллә йыр яҙыуҙың аҡсаһы юҡмы икән тип тә уйлап ҡуям. Барыһы ла финанс мәсьәләһенә бәйле бит. Йыр яҙыу хәҙер кәсепкә генә әйләнеп алды инде. Ә элекке композиторҙар улар халыҡ өсөн, башҡорт мәҙәниәте өсөн ижад иткән. Илһамланып һәм ғәжәп музыка тыуҙырған улар. Беҙҙең композиторҙарыбыҙ донъя композиторҙарынан һис тә ҡалышмаған.
Тик бөгөнгө йәштәрҙе бөтөнләй талантһыҙ тип әйтә был тип уйлай күрмәгеҙ. Һүҙ ҙә юҡ, һәләтле йәштәр бар, тик, заманына күрә көйө, заманына күрә моңо икән, баҡтиһәң. Бөгөнгө йәштәр ритм артынан ҡыуа бит. Ҡурайҙа ла элеккесә, саф тауыш менән уйнаусылар һирәк, оҙон көйҙәрҙе лә еренә еткерә алыусылар һаны кәмей.
Шуныһы ҡыуандыра, хәҙер беҙҙең халыҡ ижады үҙәге тарафынан бик ҙур эштәр башҡарыла. Халҡыбыҙҙан ҡалған рухи мираҫыбыҙҙы документаль йәһәттән раҫлайҙар. Был көй-моңдарыбыҙҙың, музыка ҡоралдарыбыҙҙың башҡалар тарафынан үҙләштерелеүенә ниндәйҙер кимәлдә кәртә була алалыр, тим.
Гөлшат Ҡаһарманова.
Ҡыҙыҡлы мәҡәләне тулы килеш журналдың апрель һанында уҡырһығыҙ. Киләһе аҙна сыға, Аллаһ бирһә. Әле журналыбыҙға ни бары 264 һумға ғына яҙылыу бара, 15 апрелгә тиклем генә, өлгөрөп ҡалығыҙ.
Читайте нас: