Нимә ул мөхәббәт? Һәм театрға ҡарата ундай хис буламы? Был һорауҙарға һәр кешенең үҙ фекере барҙыр, уларҙы сағыштырып-яраштырып тороу урынһыҙ. Ә бына үҙемдең театр менән бәйле тарихымды бәйән итәһем килеп китте. Әллә олоғайыу, әллә яңы миҙгел башы? Уянған хис-тойғоларға бәлки башҡа нәмә сәбәпселер. Аҡыллы аңлар, аңламаған үҙ юлында...
Малай сағыма тура килгән, үткән быуаттың етмешенсе йылдарында гастролгә килгән артистарҙы ауылда фатирға төшөрә торғайнылар. Артистарҙы йортҡа алған хужалар спектакль йәки концерт ҡунағы булып китә. Беҙҙең өйҙә лә йыш ҡунып сыҡты сәхнә әһелдәре. Улар өсөн махсус бешерелгән тауыҡ һурпаһы менән бергә һеңде аңыма милләтемдең рухи байлығы...
Театр һәм сәхнә сәнғәте менән ҡасан беренсе тапҡыр танышҡанмындар, аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын. Ә бына спектакль ҡарау өсөн махсус эшләп алған тәүге эш хаҡымды асыҡ хәтерләйем. Бишенсе класты тамамлаған саҡ, ун ике йәш бына тулырға тора. Әсәйем өйҙә булмау сәбәпле, сираттағы гастролгә килгән артистарҙы беҙгә йортҡа индермәнеләр. Тимәк, быныһында бушлай «уйын» ҡарап булмаясаҡ, аҡса йүнәтергә кәрәк. Билет хаҡы ололар өсөн 1 һум, балаларға – 60 тин. Ауыл малайына бик ҙур аҡса. Уйлап-уйлап торҙом да йылға аша кәмәлә кеше сығарырға булдым. Беҙ, малайҙар, йыш ҡына был шөғөлдә ҡарттайыма ярҙам итек, әммә аҡса һорамай инек – «бирһәләр хуп, бирмәһәләр мәхүп». Бик кәрәк булғас был көндө тәүҙә аҡса талап иттем, үҙемсә хаҡ та ҡуйҙым – бер яҡҡа сығыу 5 тин. «Йә аҡса, йә йөҙөп сығығыҙ», – тип кенә ултырам. Ҡайһы кеше һуҡрана, ҡайһы өндәшмәй генә кәмә башына аҡса һала. Төшкә тиклем 40 тин эшләп тә алдым. Әбдрәхим ауылына Өфөнән ҡунаҡҡа ҡайтып килгән бер апай нимәгә аҡса «дауайлауым» менән ҡыҙыҡһынды. Спектакль ҡарарға теләгем булыуын, билет алыу өсөн тағы ла 20 тин эшләргә тейешлегемде һорашып белеште лә, етмәгән аҡсаны ҡалдырып китте. Шул сағында үҙемде ниндәй бәхетле итеп тойғанымды белһәгеҙ ине...
Малай саҡтағы артистар менән бәйле тағы бер ваҡиға хәтерҙә ҡалған. Тик быныһын инде, һәм мәҡәләне тулыһынса журналдың апрель һанында уҡырһығыҙ, дуҫтар.
Әле 15 апрелгә тиклем "Тамаша"ға ни бары 264 һумға ғына яҙылып ҡалырға була.