+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
6 Апрель 2021, 16:30

ТӨРЛӨ ТЕЛДӘРҘӘ ЙЫРЛАРҒА ӨЙРӘНӘ

«Беренсе курстан үҙемә шундай маҡсат ҡуйҙым: көнөнә мотлаҡ бер әҫәр — романсмы ул, ариямы, эстрада йәки халыҡ йырымы, үҙләштерергә кәрәк буласаҡ. Башҡортса ғына түгел, татар, рус, украина, итальян, француз, ҡаҙаҡ йырҙарын да өйрәнәм. Сәмләнеп, яратып тотондом был эшкә. Дәрес ҡалдырғаным юҡ, уҡырға иртүк киләм. Йәш булһам да, уҡыу нигеҙе тырышлыҡта икәнен, сәнғәттә биләгән урыным ошо нигеҙҙең сифатына бәйлелеген аңлағанмын бит әле. Әле шуға шатланам. Уҡып бөткәндә иң бай репертуар минеке ине», — ти күренекле йырсы бөгөн. (Артабан сайтта -

Икенсе курсты тамамлағас, уҡыуын ҡалдырып тороп, армияла хеҙмәт итеп ҡайтырға ла тура килә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты Вәхитк Хызыровҡа. Йыр онотолоп тора. Моңға маһир башҡа һалдаттар һымаҡ үҙешмәкәр сәнғәт сәхнәләрендә йырларға теләмәй ул. «Йырлап йөрөүҙе хеҙмәт итеү тип ҡабул итмәйем мин», — ти Вәхит Хызыров.
Армиянан һуң уҡыуҙы дауам итеү еңелдән булмай, әлбиттә: талаптар икенсерәк, төркөмдәштәр башҡа, уҡытыусыларҙың да күбеһе алмашынған. Уҡылғандар онотолған. Әммә булмыштағы сәм һәм һайлаған һөнәреңә мөхәббәт ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.
«Ижад кешеһе өсөн талант төшөнсәһе мөһимерәкме, әллә тырышлыҡмы?» тигәндә, уларҙың икеһен дә бер юғарылыҡҡа ҡуя Вәхит Ғәлибай улы. Әлбиттә, тыумыштан бирелгән һәләтең булмаһа, ҡоро тырышлыҡ менән әллә ҡайҙа китеп булмай, ә инде һәләтеңде тырышлыҡ ярҙамында талант дәрәжәһенә үҫтермәһәң, шулай уҡ, бер ни ҙә килеп сыҡмай.
Читайте нас: