+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

«Минең өсөн бәләкәй, ҙур роль юҡ...»

Тамашасыны көлдөрөүсе лә, илатыусы ла, тәрән уйҙарға сумдырыусы ла актриса, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рида Фәхрисламова Өфө «Нур» татар дәүләт театрында 2004 йылдан бирле эшләй. Үҙенең холоҡ-фиғеле менән төрлө пландағы актриса ул. Шулай ҙа үҙенә драматик, тәрән кисерешле рольдәр нығыраҡ оҡшаһа ла, бирелгәндәрен оҫта, иҫтә ҡалырлыҡ итеп башҡара.

Аҫҡын районы Билгеш ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, бәләкәй сағынан сәхнәнән төшмәй. Йырларға, һөйләргә, бигерәк тә, бейергә яратҡан ҡыҙҙы ауылдаштары: «Һин әртисткә генә булырһың инде», – тип дәртләндереп тора һәр ваҡыт. Өфөгә уҡырға килергә баҙнат итмәй Рида. Стәрлетамаҡтағы культура-ағартыу техникумында белем ала башлай. Бында бер йыл уҡығас, махсус курс йыйғандарын ишетеп ҡалып, имтихандарҙы уңышлы биреп, Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә. Бала саҡтан сәхнәне үҙ иткән ҡыҙҙың шатлығынан түбәһе күккә тейә. Профессиональ актриса булып китеү өсөн үҙенең өҫтөндә күп эшләргә, күп уҡырға тура килә, әлбиттә, сәнғәткә ғашиҡ ҡыҙға.
– Беҙҙең курстың художество етәксеһе Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова ине, – тип хәтерләй Рида Фәхрисламова. – Сәхнә теленә, актерлыҡ оҫталығына өйрәткән, баһалап бөткөһөҙ дәрестәр биргән остаздарыбыҙ Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев, Илшат Хәлил улы Йомағолов, Суфия Шәрәфулла ҡыҙы Ҡорбанғәлиева, Рәфил Рауил улы Нәбиуллин, Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев белем генә түгел, тормош һабаҡтары ла бирҙе. Был үҙе бер бәхет булды.
Уҡыуын тамамлағас, актриса Өфөләге милли йәштәр театрына эшкә килә. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында ла эшләү бәхете тейә Ридаға. Ул осорға күҙ һалғанда ла йәш актрисаның рольдәре байтаҡ ҡына. «Аҫылйәр»ҙә Мәбрүрә, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»та Ниса һәм башҡа образдар тыуҙыра ул.
Өфө «Нур» татар дәүләт театрына эшкә алынғас, Рида Фәхрисламоваға татар телен камилләштереү йәһәтенән ныҡлап эшләргә тура килә. Күп уҡый, коллегалары ла ярҙамынан ҡалдырмай.
– «Нур»ҙа беренсе ролем Данил Сәлиховтың «Ҡатын түгел – аждаһа» спектаклендәге Әзифә булды, – тип һөйләй Рида Фәғәмәтдин ҡыҙы. – Бик ҡыҙыҡлы образ. Ғөмүмән, һәр ролемде яҡын күреп, яратып башҡарам. Минең өсөн бәләкәй, ҙур роль юҡ. Барыһы ла етди эш талап итә.
Береһенән-береһе сағыу, күп һанлы ҡабатланмаҫ образдар тыуҙыра Рида Фәхрисламова сәхнәлә. «Гөргөри кейәүҙәре»ндә уҫал, тура һүҙле, кәрәк сағында ялағайлана ла белгән ауыл ҡатыны Гөрпинәне, «Еҙнәкәй»ҙә мулла ҡыҙы Нәфисәне, «Игеҙәктәр»ҙә Раушанияны яратып башҡара Рида. Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлауы»ндағы Туҡтабикә роле, Туфан Миңнуллиндың «Алты ҡыҙға бер кейәү» спектаклендәге Фаягөл образы, Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» спектаклендәге Йыһания роле һәм башҡалар актрисаға тамашасы һөйөүен алып килә, ижади көс бирә. «Ҡойоп ҡуйған фәрештә»лә режиссер Илдар Вәлиев уға кейәүгә сығырға теләп тә, яңғыҙы тороп ҡалған Лилиә ролен бирә. Был спектакль театр репертуарында 8 йыл самаһы уйнала. Курсташы Зиннур Сөләймәнов ҡуйған «Һинд ҡыҙы» спектакле лә оҙон ғүмерле була. Трактористка Мәмдүҙә ролен оҙаҡ йылдар кинәнеп башҡара Рида Фәхрисламова.
– Актерлыҡ эше режиссерға ла бәйле, – тип дауам итә актриса. – Мин был йәһәттән бик уңдым, тип иҫәпләйем. Билдәле режиссерҙарҙың минең хеҙмәтемде күреп, баһалап, рольдәр биреүен яҙмыш бүләге итеп ҡабул итәм. Айрат Әхтәм улы Әбушахмановҡа, Илдар Иршат улы Вәлиевҡа, Олег Ҡасим улы Сафиуллинға, Байрас Надым улы Ибраһимовҡа, Рөстәм Милләт улы Хәкимовҡа, Азат Нәзир улы Йыһаншинға сикһеҙ рәхмәтлемен.
Рида образдары өҫтөндә ентекле эшләй, уйлана, эҙләнә. Тәбиғәт биргән таланттан тыш яуаплылыҡ тойғоһо бала саҡтан ҡанына һеңдерелеп үҫкән артисткаға тормош мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, рольгә кереп китеү әллә ни ауыр түгел. Уның эшенә ҡарата етдилеген, партнерҙарын бер ҡараштан аңлай белеүен, тырышлығын театр етәкселәре лә күрә, хуплай. Актрисаның хеҙмәтен баһалап бирелгән күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары шул хаҡта һөйләй.
– Эшендә танылыу, тамашасының һөйөүен яулаған талантлы артистканың шәхси тормошо нисегерәк икән, тип ҡыҙыҡһыныр журнал уҡыусыбыҙ?
– Ғаиләлә биш бала үҫтек. Радик, Филүс ағайҙарым, ҡустым – Ринат, Ләйсән исемле һеңлем бар. Барыһы ла белем алып, ғаилә ҡороп, тормошта үҙ урындарын тапҡан. Атайым менән әсәйем шундай тәрбиә биргәндәр – туған йәнле булып үҫтек. Ҡайғы-шатлыҡтарыбыҙ уртаҡ, һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Атайым 24 йыл элек вафат булғас, тормош ауырлыҡтары әсәйемдең елкәһенә төштө. Беҙгә матур тәрбиә биргәне, хеҙмәткә өйрәтеүе, балаларым, тип йән атҡаны өсөн әсәйебеҙгә рәхмәтебеҙ ҙур. Оҙон-оҙаҡ йылдар буйы әсәйебеҙгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп йәшәтәһе килә. Һаулығын, ғүмерен генә бир инде, тип теләйем көн дә. Аллаға шөкөр, ҡатын, әсә булараҡ та үҙемде бәхетле итеп тоям. Тормош иптәшем Рушандың сәнғәт өлкәһенә ҡағылышы булмаһа ла, ул мине бар яҡтан аңлап, ярҙам итеп тора. Гастрольдәрҙә саҡта күңелем тыныс, сөнки беләм – ҡыҙыбыҙ Камилә ҡараулы, өйҙә тәртип, ашарға әҙерләнгән. Ирем – еңел булмаған эшемде еңеләйтеүсе, тормоштағы ҙур таянысым. Үҫмер ҡыҙыбыҙ беҙҙе шатландырып мәктәптә уҡып йөрөй, музыка мәктәбенә йөрөргә лә ваҡыт таба. Ләкин мин уны сәнғәт юлынан китер, тип уйламайым. Әле үк ҡыҙыбыҙ медицина менән ҡыҙыҡһына.
– Һеҙгә генә хас берәй сифатығыҙ хаҡында һөйләп китһәгеҙ ине.
– Фатирҙа тәртип, бөхтәлек яратыуымдыр, бәлки. Нисек кенә арыһам да, өй эштәрен аҙаҡҡа ҡалдырмайым. Бөтә ерҙә таҙалыҡ, тәртип булғанда ғына ял итә алам. Өй бит ул – күңел тыныслығы табыу, ял итеү урыны. Өйҙәге мөхит кәйефте күтәрә, эшемдә көс бирә. Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: республикабыҙҙа театрҙар гөрләп эшләп торһон. Беҙгә театр һөйөүселәрҙе яңынан-яңы рольдәр менән ҡыуандырырға насип булһын. Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, донъя именлеге теләйем.
Рената Хәбирова
Читайте нас: