-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Моңдан туҡылған яҙмыш

Әгәр ул ижадсы булһа, уның ҡулын, уның стилен меңдәр араһынан таныйым, тиер инек. Хәйер, ул былай ҙа ижадсы, тик уның ижады сәнғәт донъяһы менән бәйләнгән, уның яҙмышы ҡумыҙ моңона сорналған. Айырма бары тик шунда ғына: ҡулына ҡәләм алған ижадсы күргән-кисергәнен аҡ ҡағыҙға төшөрһә, ул был донъяны моң аша һүрәтләй. Бәлки, ҡайһы берәүҙәр уның телен аңлап та бөтмәйҙер, моң шишмәһенең шифалы ла, серле лә һыуын татып та ҡарамағандыр. Ә минең өсөн ул – ғаләм илсеһе сүрәтендә күҙаллана. Ышанмайһығыҙмы? Улайһа, уның моңон баштан башлап тыңлап ҡарағыҙ...

Моң ағыла... Уның ҡайҙан килгәнен генә аңлап булмай, әллә ул күктән төшә, әллә күңелдә яралып, киреһенсә, күккә олғаша. Әммә ул яңы йән яралғандан алып уның булмышында йәшәй. Хатта был донъя менән танышҡанға, тәү тапҡыр ауаз һалғанға тиклем ул ошо моңдо таный. Һуңынан инде әсәһенең бишек йырын, мандолина-ҡумыҙ уйнауын, атаһының гармун, ҡурай тауышын ишеткәндә бәләкәй генә аяҡ-ҡулын болғап ошо моң артынан талпынып-талпынып ҡуя. Йәмле Әй буйында урынлашҡан Мәсетле районының Һөләймән тигән ауылында Мәймүнә менән Миңләхмәт Зәйнетдиновтарҙың йырлы-моңло, гармун-ҡумыҙлы, сәнғәткә ғашиҡ ғаиләһендә бынан ярты быуат элек, 17 апрелдә 11-се бала булып тыуа Миңлеғәфүр. Моғайын да, ул тыуғанда күктән ергә моңло бер йыр төшкәндер, һәр хәлдә ул уйнаясаҡ музыка ҡоралдарының береһе уның яҙмыш дәфтәренә беренсе нотаны яҙып ҡуйғандыр. (Шәп мәҡәләне тулы килеш апрель һанында уҡырһығыҙ).
Зәйтүнә ӘЙЛЕ
Читайте нас: