1978 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театры Ҡазағстанға гастролгә барҙы. Беҙ, бер төркөм артистар, ул осорҙағы баш ҡалалары Алма-Атаға килеп төштөк һәм беҙҙе шул исемле ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар. Ул заманда гастролдәр оҙайлы була торғайны. Беҙ ҙә Алма-Атала 20 көн булдыҡ. Тамашаларыбыҙҙы Ҡаҙағстандың иң төп тамаша залында - Мөхтәр Әүәзов исемендәге драма театрында башлап ебәрҙек. Бәләкәйерәк спектаклдәр менән бер нисә тапҡыр Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Фрунзеға ла барып уйнап ҡайттыҡ. Ул ваҡытта Ҡаҙағстан Компартияһының 1-се секретаре Динмөхәммәт Ҡунаев ине. Ҡатыны Силәбе өлкәһе татары икән. Беҙгә төрлө яҡлап та ярҙамлаштылар һәм иҫ киткес яҡшы ҡабул иттеләр. Спектаклдәребеҙгә йөрөнөләр. Мине, әлбиттә, Алма-Атаның киностудияһы һоҡландырҙы. Ул Рәсәй генә түгел, ә бөтә Советтар Союзы кимәленә күтәрелгәйне. Заманында уға нигеҙ һалған режиссер, артист Шәкен Айманов мәрхүм булғайны инде. Минең уйымса, ҡаҙаҡтар киностудияларын күтәреү өсөн Мәскәүҙән һәм башҡа тарафтарҙан белгестәр саҡырғандарҙыр. Беҙ гастролдә булған саҡта Алатау итәгендәге майҙанда ҡала һымаҡ ҙур итеп яңы киностудия төҙөп яталар ине. Был, әлбиттә, Урта Азиялағы союздаш республикаларҙың барыһына ла кино төшөрөүгә яйлы булһын өсөн Мәскәү ярҙамы һәм аҡсаһына эшләнә ине.
Киностудия белгестәре беҙҙең һәр спектаклде ҡарарға килә торғайнылар. Ул заманда яҡташтарыбыҙ, күренекле кино режиссеры Малик Яҡшымбәтов (уның ҡатыны кино сценарийҙары яҙыусы) һәм Шәкен Айманов менән бергә эшләгән бик танылған оператор Әсғәт Әшрәпов(ул ике тапҡыр хөкүмәт премияһы алған кеше, Ишембай районында тыуып үҫкән егет) – Алма-Атала эшләгән режиссерҙарҙы, операторҙарҙы, кино белгестәрен беҙҙең сәнғәт менән таныштырырға теләгәндерҙер, тип ҡабул иттек беҙ. Көндәрҙән бер көндө артистарыбыҙҙың барыһын да киностудияға саҡырып, кино төшөргәндә кәрәк булыуығыҙ бар, архивта ятһын, тип фотоға төшөрҙөләр.
Шулай итеп, беҙгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, ҡунаҡҡа саҡырып, спектаклдәребеҙҙе ҡарап, яҡшы мөнәсәбәт күрһәтте ҡаҙаҡ зыялылары. Бешкәк ҡалаһына гастролгә китеп барған саҡта бик сәйер генә ваҡиғаның шаһиты булырға тура килде. Юл кафеһына инеп лағман ашап сыҡтыҡ та, мин фотоаппаратымды алып, иҫтәлеккә фотоһүрәткә төшөрөп йөрөһәм, һине бер яҡташың эҙләй, тип килеп әйттеләр. Сыҡһам, бер башҡорт кешеһе көтөп тора икән. Танышҡас, уның Баймаҡ районынан икәне асыҡланды, әҙерәк башҡортса ла белә икән. 37-се йылдарҙа Башҡортостандан Урта Азияға ҡасып киткән булған. Әле ғаиләһе менән Алма-Атаға китеп бара. Башҡортостанға бер ваҡытта ла ҡайтмаған был уҙаман беҙҙең артистарҙы күреүенә бик ныҡ һөйөндө. Беҙ уны үҙебеҙҙең спектаклдәргә саҡырып, автобусҡа ултырыша башланыҡ. Шул мәл әлеге уҙаман үҙенең машинаһына башын һалып, ҡысҡырып иларға тотондо. Мин шул саҡта Тыуған яҡты, милләттәштәреңде һағыныну тойғоһоноң ни тиклем дә әсендергес икәнен аңланым. Барыбыҙ ҙа ағайҙы йәлләп, уйға батып Бешкәккә юлыбыҙҙы дауам иттек.
Гастролдәр тамамланғас, Өфөгә ҡайтып төштөк һәм барыбыҙ ҙа отпускыға таралыштыҡ. Ә инде ял ваҡыты үткәс йәнә эшкә йыйылдыҡ. Шул мәлде миңә телеграмма килеп төштө. Унда: “ Срочно приезжайте в киностудию г.Алма-Ата на съемки кинопробы. Дорожные расходы возместим”,- тип яҙылғайны. Мин самолетҡа билет алдым да Алма-Атаға остом. Мине Виктор Пусурманов тигән режиссер ҡаршы алды. Ул заманында Ҡаҙағстан ТЮЗ-ының баш режиссеры булған. Һуңынан Америкаға барып кино режиссерына уҡып ҡайтҡан. Мин барғанда беҙҙең яҡташыбыҙ Әсғәт Әшрәпов менән бергә кино төшөрәләр ине.
Улар икәүләшеп “Алатауҙың көмөш мөгөҙө” исемле кино төшөрөргә булған. Сценарийын Мәскәүҙән Рудольф Тюрин тигән кеше яҙғайны. Мине Ҡайсар исемле төп ролгә төшөрҙөләр. Әлбиттә кино сәнғәтендә төп ролгә бик күп кешене төшөрөп ҡарағандарын, шулай уҡ төп ролгә эләгер өсөн бик ҡаты көрәшергә кәрәк икәнлекте шунда ғына аңланым. Эстән генә, мин барыбер эләкмәйем, шунда арлы-бирле генә төшәм дә, ҡайтып китермен, тип уйлап ҡуйҙым. Мине режиссерҙың ҡатыны, артистка Аспетова тигән ханым менән төшөрҙөләр. Хәҙер ул - Астаналағы институтта профессор. Төп ролгә минең менән бергә Шәкен Аймановтың кейәүе Асанали Ашимов, Кино министрының кешеләре, М.Әүәзов исемендәге драма театры артистары киноға төштө. Кинопроба бөткәс тә, еңел һулап, ҡайтып киттем. Миңә, төп ролгә үтһәң, саҡырырбыҙ, тип әйтеп, оҙатып ҡалдылар. Өфөгә ҡайтып, бер ай ҙа ваҡыт үтмәне, тағы ла Алма-Атанан,”Һеҙҙе тағы ла кинопробаға саҡырабыҙ”,- тигән телеграмма килеп төштө. Йәнә йыйынып, юлға сыҡтым. Баҡтиһәң, Кино министры етәкселегендәге комиссия төшөрөлгән кино таҫмаларҙы ҡарағандан һуң, бәхәс килеп тыуған. Киностудияның генераль директоры Әзербайджан Мәмбәтов (М.Әүәзов исемендәге драма театрының тәүҙә баш режиссеры, һуңынан художество етәксеһе булып эшләгән, Ҡаҙаҡстанда бик хөрмәтле шәхес) мине лә, режиссерҙың минең менән киноға төшкән ҡатынын да төп ролгә бармайҙар, тип алып ташларға тәҡдим иткән. Ғөмүмән, ул үҙенең генә кешеләрен төп ролгә индерергә теләгән. Ләкин минең кандидатураны яҡлаусылар күп булғас, Кино министры(ҡатын кеше ине) икенсе партнер табып, яңынан мине төшөрөп ҡарарға кәңәш биргән. Шулай итеп, режиссерҙар хәйләле аҙым эшләргә булған. Йәғни заманында Ҡаҙаҡстан киностудияһы “Ҡыҙжыбек” тигән кино төшөргәйне, шунда төп героиняны бик һылыу ҡаҙаҡ ҡыҙы башҡарҙы, миңә партнер итеп, шул ҡыҙҙы алып килделәр. Иң мөһиме шул, әлеге һылыуҡай Әзербайджан Мәмбәтовтың яратып йөрөгән кешеһе ине. Кино төшөрөүселәр дөрөҫ аҙым һайлаған булып сыҡты. Сөнки беҙ киноға төшөп, ҡайтып киткәс тә Киностудияның генераль директоры кино төшөрөү тураһындағы ҡағыҙға рөхсәт биреп, имзаһын ҡуя. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, миңә тағы ла телеграмма килде. Унда: “Һеҙ төп ролгә ҡабул ителдегеҙ. Оҙаҡламай Һеҙҙең арттан кеше ебәрербеҙ”,- тип яҙылғайны. Ысынлап та, мине алырға киностудияның директоры урынбаҫарын ебәрҙеләр. Ул театрҙың етәкселәренә хат алып килгәйне. Хаттың яҡынса эстәлеге ошолай ине: “Башҡортостан артисының киноға эләгеүе – ҙур ваҡиға. Һеҙ уға ярҙам итегеҙ. Ролдәренән бушатырға тырышығыҙ”,- тиелгәйне. Етәкселәр менән һөйләштек тә шундай ҡарарға килдек – ай һайын мин, ҡайтып, үҙемдең ролдәремде уйнап китергә тейешмен. Йәғни нисә спектаклдә уйнаһам, шуларҙы аллы-артлы, бер юлы ҡуялар. Шулай итеп, мине, эшемдән ебәрҙеләр. Һәм ете ай буйына ай һайын Өфөгә спектакль уйнарға ҡайтып йөрөнөм. Әлбиттә юл михнәттәрен тәфсирләп һөйләп тормайым. Сөнки Алма-Атанан Өфөгә тура ғына осҡан самолет юҡ ул заманда. Йә Куйбышевҡа, йә Перьмгә килеп төшәм дә, Өфөгә юлланам. Билет алыуы ла ҡыйын. Мәшәҡәтләнеп йөрөй торғас, ете ай ваҡыт үтеп китте. Әммә иң ауыры, әлбиттә киноға төшөү булды. Кино сәнғәте – театрҙан айырылып торған, миңә бөтөнләй ят булған сәнғәт ине. Бында режиссер менән операторҙың ярҙамы ҙур булды. Сөнки улар иң тәүҙә мине өйрәтеү маҡсатында дөйөм сәхнәләрҙе төшөрҙөләр. Шунан инде яйлап ҡына өс план, уртаса план һәм иң һуңында ҙур пландарҙы төшөрөп алдылар. Мин кинола йәшәү ысулын белмәү арҡаһында ике ай буйы этләндем. Сөнки кинола сәхнәлә уйнаған һымаҡ итеп уйнарға ярамай. Бында бөтөнләй башҡаса “йәшәргә” кәрәк. Өҫтә һөйләп киткән “Ҡыҙжыбек”та төшкән актрисаны режиссер уйнай алмай тип роленән бушатты ла, Кино министрының туғаны Арынбасарованы саҡырҙы. Ул юғары категориялы артистка ине, шуға күрә кинопробаһыҙ ҙа төп ролгә төшөргә хоҡуғы бар. Наталья Үтәүле ҡыҙы ысынлап та, киноға күп төшкән, тәжрибәле артист ине. Миңә лә роль өҫтөндә эшләгәндә уның кәңәштәре ныҡ ярҙам итте. Кино төшөрөү бик үҙенсәлекле эш икән, ҡайһы саҡ көндәр буйына бер нимә эшләмәй тәбиғәттең көн торошон көтөп ултыраһың. Йә булмаһа режимлы төшөрөү мәлендә тәбиғәт миҙгелен көтәһең дә, тиҙ генә шул мәлде төшөрөп ҡалаһың. Йәнә бер үҙенсәлеге: төрлө-төрлө ерҙән төшөрәләр һәм һинең тыуҙырасаҡ образыңдың ебе юғалмаҫҡа тейеш, юғиһә пленкаларҙы ялғаған саҡта, һинең кинола йәшәү ысулың ялғанмауы ла ихтимал. Беҙ бит сәхнәлә спектакль уйнағанда баштан аҙағынаса бер тынала образды башҡарып сығабыҙ, ә бында тегенән-бынан төшөрөп, образ йыйырға кәрәк икән.
Бер мәл бик сәйер ваҡиға булды. Кино төшөрөүҙе туҡтатырға ҡушылды. Сөнки унда барған хәл-ваҡиға, имеш, совет идеологияһына тура килмәй. Өҫтә ултырғандар киноның сценарийына ла, режиссерға ла бәйләнә башланы. Сценарийҙың фекере шундай: ғәҙел кешегә йәмғиәттә лә, хайуандар араһында ла урын юҡ. Был, моғайын да, етәкселәргә оҡшамағандыр, бәлки башҡасараҡ сәбәптәр ҙә булғандыр. Ни генә тиһәң дә сәйер генә серҙең осона сығып булманы. Ләкин шуныһы иғтибарға лайыҡ, киноның операторы Әсғәт Әшрәпов бик һәләтле һәм үтә лә һиҙгер кеше булараҡ, режиссерҙы алдан уҡ киноны тиҙ генә төшөрөп, уға бүленгән аҡсаны бөтөрөп ҡуйырға тәҡдим иткәйне. Әйткәндәй, кино өсөн бүленгән аҡса ул заманда бер миллион һум ине. Әшрәпов: “Беҙ, көнөнә өсәр-дүртәр-бишәр норманы төшөрәйек тә, берәр норманы ебәреп тик ятайыҡ”,- тигәйне. Күрһәтмәгә ярашлы, көнөнә нормаға ярашлы файҙалы 33 метр пленка төшөрөлөргә тейешле. Әммә ысынында бер нисә дубль менән төшөрөлгәс, пленка күберәк китә. Киноны туҡтатырға ҡушылғанда, уға бүленгән аҡса бөткәйне инде. Кино ла әҙер ине тиергә була. Бик ҡаты тикшереүҙәр булды. Шул ваҡытта Азербайджан Мәмбәтовты министр яҡлап сыҡҡандыр , күрәһең, уны фильмдың художество етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Ә инде фильмдың сәйәсәткә тап килмәгән эпизодтарын яңынан төшөрөү өсөн өҫтәп пленка бирҙеләр. Шулай итеп, киноны ете ай төшөрөп, эште бөтөрҙөк. Мин төп ролдә булғас, иң аҙаҡҡаса төшөрҙөләр. Ә бәләкәй ролдә булғандар, төштө лә, китә торҙо. Эш бөткәс, ҡағиҙә булараҡ, пленкаларҙы арлы- бирле ялғап(сценомонтаж , тип атала), киноны ижади коллективҡа күрһәттеләр. Фильмдың уңышына өс әйбер булышлыҡ итә икән: беренсенән, әгәр сценарийы яҡшы булһа, икенсенән, әгәр төшөрөүсе төркөмдөң ижади кимәле юғары булһа, өсөнсөнән, әгәр, фильм оҫта итеп монтажланған булһа. Киноны ҡараусылар араһында операторҙар, пиротехниктар, режиссерҙар ҙа бар ине. Уңышһыҙ ғына ялғанған киноны ҡарағандан һуң шул тиклем кәйефем төштө. Ғөмүмән, ул миңә бөтөнләй оҡшаманы. Эргәмдә бер ҡарт ҡына пиротехник ултырҙы. Ул - төрлө шартлауҙар, мылтыҡтан атыуҙар, утлы ҡоралдар менән төшкән саҡтарҙа ярҙам күрһәтеүсе, шулай уҡ хәүефһеҙлек техникаһы менән дә тәьмин итеүсе. Беҙҙең фильмда сайғаҡтарға һунар иткән эпизодтар бар, унда мылтыҡтарҙан ысынлап атыуҙар ойошторолдо. Был ваҡиға хаҡында ла һөйләп китәйем. Сөнки бик үҙенсәлекле, ысын һунар сәхнәләре төшөрөлдө. Киноның сюжеты былай: бер йәш егет егерь булып урынлашырға килә. Ә эшкә ҡабул иткән начальник уның характеристикаһын уҡый. Егет ҡалала авария яһаған һәм төрмәгә эләккән. Ғәҙелһеҙлек һөҙөмтәһендә хөкөм ителгән йәш кеше тотҡонлоҡта ла төрлөсә көрәшә һәм еңеп, иреккә сығарыла. Ул күңеленә тыныслыҡ эҙләп, кешеләрҙән ҡасып, урманда йәшәр өсөн, егерь булып эшләргә ҡарар итә. Егетте эшкә алалар һәм тәбиғәт ҡосағында, урман араһында хеҙмәт башлай. Баҡтиһәң, уны үлгән егерь урынына, бик тынғыһыҙ урынға тәғәйенләйҙәр. Ул эш башлау менән төрлө яҡтан браконьерҙар һөжүм итергә тотона.
Һүҙемде һунар итеү сюжетын төшөргән мәл хаҡында башлағайным. Шуны дауам итәйем. Фильм төшөргәндә Ҡаҙағстандың баш һунарсыһы беҙҙең төп консультант булды. Мылтыҡтан ысынлап атыуҙарҙы ул үҙе ойоштора торғайны. Ҡаҙағстанда иң ҡурҡыныс браконьерҙар булып сайғаҡ атыусылар иҫәпләнә. Әле ул замандарҙа уҡ браконьерҙар сайғаҡ атып миллионышар һум аҡса эшләйҙәр, тип һөйләгәйне баш һунарсы. Шулай итеп, көҙ, һалҡындыр төшкәс, беҙҙе, фильм төшөрөүселәрҙе, 180 саҡрым алыҫҡа сайғаҡтарға һунар сюжетын төшөрөргә алып киттеләр. Иң тәүҙә сайғаҡтарҙың ҡайҙа йөрөгәндәрен вертолеттан эҙләп табып, хәбәр иттеләр. Бөтә фильм төшөрөү төркөмө менән беҙҙе егерҙар ҡаршы алды. Уларҙың ялан һымаҡ ҙур йорттарында барыбыҙ ҙа иҙәнгә теҙелешеп ятып йоҡланыҡ. Иртәгәһен егерҙар сайғаҡтар булған ергә алып киттеләр. Тәғәйен урынға барып еткәс, автобустар туҡтаны һәм бар халыҡ тышҡа һирпелде. Барыһы ла тирә-яҡты, сайғаҡтарҙы күҙәтергә тотондо. Ә мин ҡаҙаҡ далаһын һәм алыҫта диңгеҙ тулҡынланғанын ғына күрәм. Эргәмдә торған баш һунарсыға: “Ҡайҙа һуң ул сайғаҡтар? Бында бит диңгеҙ”,- тим. Ул миңә: “Мә, ҡара!”- тип биноклен тотторҙо. Ҡараһам, ысынлап та, диңгеҙ кеүек тулҡынланып сайғаҡтар йөрөй, имеш! “О-о, бында ни бигерәк күп тәһә!”- тим һоҡланыуымды йәшерә алмай. Баш һунарсы иҫе китмәй генә: “Ҡайҙан күп булһын. Биш йөҙ меңләп кенә. Улар ғәҙәттә миллионлап, икешәр миллионлап була.”- тип яуапланы. Миңә йәнә шуныһы ла мәғлүм булды: сайғаҡтарҙың артынан көтөүе менән бүреләр, шакалдар эйәреп йөрөйҙәр, сирлеләрен ашайҙар, икән. Беҙҙең барыбыҙға ла йәҙрәһеҙ патрондар менән мылтыҡтар тотторҙолар. Берҙән бер йәҙрәле патрон бары тик баш һунарсыла ғына. Тағы ла егерҙарҙың патрондары бар. Мин иһә фильмдың был сюжетында, йәнәһе лә, браконьерҙарға һатылған булып, уларҙы тотторорға йөрөйөм. Төшөрөү төркөмө менән әлеге “диңгеҙ” артынан ҡыуып киттек. Беҙ етәрәк, сайғаҡтар көтөүе тиҙ генә бүленеп, уҡ кеүек тиҙлектә сабырға тотона. Сама менән улар сәғәтенә 70 километр тиҙлектә саба. Беҙҙең консультант баш һунарсы шоферға: “Һин, соҡорға төшөп китә күрмә, бик һаҡ бул, юғиһә бөтөнөбөҙ ҙә әйләнеп, харап булырбыҙ,”- тип киҫәтеп тә алырға онотмай. Дала тигеҙ, былай, машина менән “диңгеҙҙе” ҡыуабыҙ. Мин спидометрҙы күҙәтәм, әгәр ул сәғәтенә 70 километрҙы үтһә, диңгеҙгә яҡынаябыҙ. Иң ҡыҙығы шунда, сайғаҡтарҙың ҙур тәкәһе лә, бәләкәй генә бәрәсе лә шул 70 км менән саба. Ҡыуып етһәк, егерҙар йәҙрәле, беҙ иһә йәҙрәһеҙ мылтыҡтан ата башлайбыҙ. Әгәр ҙур тиҙлектә сабып барған сайғаҡтарҙың береһенә пуля тейһә, ул бахырҙар өйөрмәһе менән әйләнеп китә. Беҙҙе операторҙар оҙаҡ ҡына төшөрҙө. Көнө лә һыуыҡ ине. Артистар өшөй башланы. Шуға ла эште туҡтатырға булдылар. Артистарҙы йылытыр өсөн спирт ҡойоп эсерҙеләр ҙә, атылған сайғаҡтарҙы йыйып алып ҡайтырға уйланылар. Ләкин күпме генә эҙләһәк тә өс-дүрт сайғаҡтан башҡаһын тапманыҡ. Дала бит, ҡайҙа ятып ҡалғанын кем белһен инде уларҙың?! Теге сайғаҡтарҙы алып, егерҙарҙың йортона ҡайтып төштөк. Уларҙың ҡатындары сайғаҡ итен бешерә белә икән. Урамда ҡаҙан аҫып, үҙ һурпаһында ғына әлеге сайғаҡ итен шул тиклем оҫта итеп бешереп, беҙҙе һыйланылар. Әллә барыбыҙ ҙа бик ныҡ асыҡҡанға, ит иҫ киткес тәмле булып тойолдо. Шулай итеп, киноны төшөрөп бөттөк. Киносылар араһында шундай ғәҙәт бар икән, кем ролен төшөп бөтә, шул артист хушлашҡан ваҡытта табын ойоштороп, рәхмәт әйтеп һаубуллаша. Минән алда киткән Арынбасарова ла табын ойошторғайны. Ә мин, алда әйтеп үткәнемсә, фильмға төшөүселәр араһынан иң һуңғыһы булдым. Башҡорт халҡы хаҡында насар уйҙа ҡалмаһындар тип, павильондағы һуңғы төшөрөүҙәрҙән һуң, киносылар төркөмөн “Ҡаҙағстан” ҡунаҡханаһының ресторанына саҡырҙым. Унда режиссер, оператор, Әзербайджан Мәмбәтов һ.б. ҡатындары менән килде. Ә Мәмбәтов бик хөрмәтле кеше ине Ҡаҙағстанда, ул һүҙ алды һәм тороп: “ Мин башҡорттар менән бер төркөмдә уҡыным. Улар менән дуҫ булдым. Башҡорттар бик ҡунаҡсыл халыҡ. Әле лә күрәһегеҙ, бәлки юлына аҡсаһы ла ҡалмағандыр, әммә беҙҙе саҡырып, матур итеп ҡунаҡ итә,”- тип маҡтау һүҙҙәре әйтте. Табын тамамланғас, барыбыҙ ҙа ҡайтыр яҡҡа сыҡтыҡ. Минең самолетҡа билет иртәгәһе көнгә алынғайны. Өфөгә ҡайтып бер ни тиклем ваҡыт үткәс эш менән Мәскәүгә барырға тура килде. Унда мин Ҡаҙағстанда төшкән фильмдың директорын осраттым. Баҡтиһәң, ул Мәскәүгә әлегә фильмды монтажларға һәм тауыш яҙҙырырға килгән. Сөнки үҙҙәрендә ундай мөмкинлек юҡ икән. Фильм нисек килеп сыҡты һуң, тип һорағас, ул, бик яҡшы булды , тип маҡтаны. Был ваҡиғаға сама менән бер йыл үткәс, Өфөнөң Актерҙар йортонда әлегә кинофильмды килтереп күрһәттеләр. Был фильм, ысынлап та, беҙ теге ваҡыт күргән ашыҡ-бошоҡ йәбештереп ялғанған фильмға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ ине. Бында пленкаларҙы ялғаусы шул тиклем оҫта итеп, һәр бер деталде уйлап ялғаған. Әйтәйек, кино төшөргәндә режиссер менән оператор ҡайһы саҡ бәхәскә инеп китә. Мәҫәлән, браконьер бысағын сығарып, боландың муйынын сала ла, ағып торған ҡанын эсә башлай. Оператор: “Был бит киң экранлы, төҫлө фильм. Ниңә уны төшөрөргә? Ул бит тамашасыла ытырғаныс тыуҙырасаҡ!”- ти, ә режиссер: “Кәрәк! Төшөр!”- тип һатыулаша. Монтажер шул тиклем оҫта булған- браконьер бысағын сығара һәм шул ерҙә генә пленканы киҫкән. Ҡан да юҡ, уны эскәне лә күренмәй. Ата болан ҡысҡыра башлай һәм “Алатауҙың көмөш мөгөҙө” тигән исем яҙылып китә. Ә аптыратҡаны шул булды, монтажер теге боланды салған һәм ҡан ағып киткән пленканы бөтөнләй ташламаған, ә төп герой(йәғни мин) төш күргән урынға килтереп ҡыҫтырған. Йәғни герой йоҡлағанда төш күреп, браконьерҙар менән һаташып ятҡан мәлгә ялғап ебәргән. Төштә бит кеше нимә генә күрмәй!
Профессиональ кино сәнғәтендә ҡатнашыу – киноға төшөү минең өсөн ауыр булһа ла – ижадыма бик ҙур йоғонто яһаны. Йәғни кино сәнғәте мине дөрөҫ йәшәргә өйрәтте. Ҙур планға төшкәндә һинең күҙҙәрең аша фекерләүең күренергә тейеш. Ошо төшөнсәләр киләсәктә сәхнәлә эшләгәндә лә фекерләргә ярҙам итте. Һуңынан мин Башҡортостан теле һәм киностудияларында ла киноларға төштөм. Һәм киноға төшкән һәм төшөп ҡарамаған артистарҙың бөтөнләй айырылып тороуын аңланым. Ысынлапта, артистың фекерләүе сәхнәнән дә, кинонан да уйҙар, һөйләгән һүҙҙәр, хәрәкәттәр аша тамашасыға барып етергә тейеш. Ни өсөн беҙҙең башҡортса төшөрөлгән киноларыбыҙ бик үк уңышлы түгел? Сөнки унда уйнаған артистарҙың кинола йәшәү рәүеше театрҙа уйнаған артистыҡына оҡшаған. Киноға төшкәндә донъя кимәлендә фекерләү мөһим. Шулай итеп, Ҡаҙағстан киностудияһында киноға төшөү мине киләсәктә сәнғәттә киң фекерләргә өйрәтте.