+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

"СЫҢРАУ ТОРНА". Боронғо башҡорт көйө. Кәрим Дияров.

Борон Урал аръяғы башҡорттары араһында бик көслө бер батыр йәшәгән. Уның етәм тигән еренә еткерә алырҙай күк толпары булған. Был ҡаһармандың көсөнә тиңләшерлек батыр, зирәклегенә, аҡыллылығына йәнәш ҡуйырҙай кеше юҡ икән, ти. Илгә килгән яуҙарҙы аяуһыҙ ҡырған, үҙ халҡын, ер-һыуын дошманға бирмәгән. Тыуған иле өсөн йәнен ҡорбан итергә лә әҙер торған. Ул атҡан уҡ, һыҙғырып һауаны ярып барып, дошман күкрәгенә тишеп үтә торған булған. Балдаҡ аша атыу ярыштарында уның алдына бер кем дә сыға алмаған. Уҡ-һаҙағын алып, биленә баҡыр һөңгө тағып, эйәре ҡашына суҡмарын элеп һунарға сыҡҡан саҡтарында төлкө-бүреләрҙе уҡтан атып, айыу тап булһа, суҡмары менән бер һелтәүҙә башын онтап үлтергән. Шуның менән бергә, бәһлеүән генә түгел, шәп ҡурайсы ла, йырсы ла булған. Ирәндеккә менеп ҡурай уйнаһа, тауышы тау буйлап ултырған ауылдарға гөрләп ищетелеп торған.Был батыр өйләнеп, икүҙән-икәү оҙаҡ ҡына ғүмер иткәс, ҡатыны ҡурғаштай ауыр кәүҙәле ул таба. Бала ай үҫәһен көн үҫә, йыл үҫәһен ай үҫә. Атаһынан да ғәййәрерәк булыр был, тип һоҡланыр булған халыҡ.Егет ҡорона еткәндә ул, ысынлап та, атаһына ҡарағанда ла көслөрәк, мәргәнерәк була, атанан күргән уҡ юнған, тигәндәй, шәп ҡурайсы булараҡ та даны тарала.Һау сағымда башлы-күҙле итеп ҡалайым, тип, атаһы уға кәләш тә әйттерә, күк толпарҙан тыуған күк дүнәнде лә бирә. Яҙҙың матур бер көнөндә йәш батыр ҡайны йортона китә. Ыҙмаға етер алдынан толпарын туғайға ебәрә.Таң менән атын алырға тип барһа, ғәжәп моңло тауыш ишетеп, аптырап ҡала: (Дауамы сайтта)

Түҙмәйенсә, йүгерә-атлай тауыш килгән яҡҡа китә. Яҡынлашып, күренмәй генә күҙәтә башлай. Ни күрһен, бер төркөм ваҡ ҡына күк торналар аҡлан уртаһында түңәрәкләнеп теҙелгәндәр ҙә уйнайҙар икән. Урталарында яңғыҙ торна тора. Ул ҡанаттарын ҡағып, моңло тауыш сығарып ҡысҡырыу менән, ҡалғандары, уға ҡушылып ҡысҡырып, ҡанат ҡағып, түңәрәк буйлап әйләнәләр. Егет торналарҙың сыңғырап сыҡҡан моңло тауыштарын йотлоғоп тыңлай, күкрәгенә, йөрәгенә һеңгәнсә, отоп алғанса урынынан китмәй. Шунан, онотолоп ҡуймаһын, тип ҡабатлай-ҡабаталай, тиҙ генә күк толпары янына килеп, ат өҫтөндә уҡтай атылып, ҡайны йортона ҡайта. Аттан һикереп төшөү менән, ҡурайын алып, инде көй булып етешкән торналар сыңғырауын уйнап та ебәрә.
Халыҡ йыйыла. Олоһо ла, йәше лә, бала-сағаһы ла ҡалмай. Аҡ һаҡаллы бер ҡарт: "Бындай ғәжәп моңло көйҙө ҡайҙан өйрәндең, әллә үҙең сығарҙыңмы?" - тип һораған. "Юҡ, олатай", - ти егет һәм ишеткән-күргәндәрен һөйләп бирә.Халыҡ үҙ-ара геүләшеп китә. Күңелдәренә шик-шөпһә төшөп, йортҡа-илгә бәлә-ҡаза килмәһә ярар ине, тиҙәр.
- Был бит сыңғырау торналар тауышы. Улар уйнаған ерҙә яу булыр, халыҡ ҡырылыр, тигән атай-олатайҙар, - ти аҡ һаҡаллы ҡарт.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, батыр ашығыс рәүештә атаһы янына ҡайтып китә. Атаһына ҡайны йортонда ишеткәндәрҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә.
- Дөрөҫ, улым, сыңғырау торналар уйнаған ерҙә яу булыр, илгә бөлгөнлөк килеп, тигән боронғолар. Ундай яуҙарҙы атайың да күп күрҙе, - ти ҡарт батыр. - Хәҙер мин ҡартайҙым, көсөм дә ҡайтты, ҡоралдарымды һиңә тапшырам. Батыр бул, тоҡомға тап төшөрмә, илгә килгән дошманды аяуһыҙ ҡыр, ерҙең бер аҙымын да дошманға бирмә, илеңә, халыңа тоғро бул, шунда ғына бәхет табырһың. Васыятым шул һиңә. Хәҙер үк иң ышаныслы ир-егеттәрҙән ғәскәр тупла...
Йәш батыр, тирә-яҡҡа оран һалып, ғәскәр туплаған, яуға әҙерләнгән, ти. Ысыелап та, күп тә үтмәй, илгә яу килә. Батыр егет уҡсылары менән яуға ҡаршы сыҡҡан, дошмандарҙы күҙ күреме ерҙән уҡ менән атып, аяуһыҙ ҡырған. Хатта күл өҫтө ҡып-ҡыҙыл ҡан менән ҡапланған. Яуҙы тар-мар итеп баҫтырғас, бер нисә көн буйынса барам иткәндәр. Егетте ил батыры тип данлағандар. Шунан бирле сыңғырау торналарҙың моңо, ҡурайға һалынып, "Сыңрау торна" ("Сыңғырау торна") тип йөрөтөлә. Ә янында һуғыш булған күл яугүл булып ҡалған. Ул Баймаҡ районында, хәҙерге Сибай ҡалаһынан 7-8 саҡырым самаһы көньяҡта ята.

Кәрим Дияров. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988.
Читайте нас: