-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БАЛА САҠ – МӨҒЖИЗӘЛЕ ИЛ БИТ УЛ…

Бала саҡ – мөғжизәле ил бит ул. Минең күңелем, төрлө күҙҙәрҙән бәйләнгән селтәр кеүек, бала саҡ хәтирәләренән үрелгән. Әле һаман күҙ алдымда: һалмаҡ ҡына бишек тирбәлә, уның ритмына тын ғына моң яңғырай. Был - әсәйем һике ситенә генә ултырып бала йоҡлата. Мин түрҙәрәк ултырып уның матур йөҙөнә ҡарап, ул башҡарған йырҙы тыңлайым. «Сәлимәкәй»... «Гөлмәрфуға»... «Карауанһарай»... Бер аҙ йырлай ҙа бишекте миңә тапшыра: «Мә, йоҡлатып ебәр!». Мин дә әсәйемә оҡшатып сәңгелдәкте бәүетәм һәм йырын дауам итәм.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы, театр йондоҙо Нурия Ирсаева - Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, республикабыҙҙың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы.
Актриса үҙенең бала саҡ хәтирәләре менән бүлешә:

- Беҙ туғыҙ бала үҫтек. Ата-әсәйебеҙ барыбыҙға ла белем биреү өсөн күп көс һалды, ғаиләбеҙҙән медиктар күберәк сыҡты – туғандарымдың бишәүһе табип һөнәрен һайланы.

Бала саҡ – мөғжизәле ил бит ул. Минең күңелем, төрлө күҙҙәрҙән бәйләнгән селтәр кеүек, бала саҡ хәтирәләренән үрелгән. Әле һаман күҙ алдымда: һалмаҡ ҡына бишек тирбәлә, уның ритмына тын ғына моң яңғырай. Был - әсәйем һике ситенә генә ултырып бала йоҡлата. Мин түрҙәрәк ултырып уның матур йөҙөнә ҡарап, ул башҡарған йырҙы тыңлайым. «Сәлимәкәй»... «Гөлмәрфуға»... «Карауанһарай»... Бер аҙ йырлай ҙа бишекте миңә тапшыра: «Мә, йоҡлатып ебәр!». Мин дә әсәйемә оҡшатып сәңгелдәкте бәүетәм һәм йырын дауам итәм. Оҙон йырҙар бөткәс, «атайымдың репертуарына күсәм» - уға оҡшатып таҡмаҡтар ҙа әйтеп ҡуям. Атайымдың да тауышы матур, ләкин ул оҙон йырҙарҙы үҙенсә ҡыҫҡа ғына итеп йырлап ҡуя ине. Мин дә уныңса ҡыҫҡа ғына итеп: «Ағиҙел буйында, аҡ балыҡтар - уйында...» тип йырлап бөтәм дә уға оҡшатып танауымды тартып ҡуям. Ололар шулай иткәс, мотлаҡ шулай кәрәктер. Унан тағы «Шомортом», «Рамай» китә...

Бала күптән йоҡлаған инде, ләкин йыр бөтмәгән. Йырлай-йырлай әсәйемде күҙәтәм: яулығын сөйөп бәйләп бәрәңге әрсей - мин уның яулығын шулай артҡа сөйөп, йәш килендәрсә бәйләгәнен яратам, әбейҙәрсә бәйләһә, улай һиңә килешмәй, тип теңкәһенә тейеп бөтәм. Әсәйем ҡулындағы картуфтар йәһәт кенә сисенәләр ҙә берәм-берәм һыуға ырғыйҙар. Ҙур табаҡта мин уларҙы йөҙҙөрәм, ҡойондорам. Әсәйем уларҙы күп итеп әрсей - балалары ла күмәк бит, хәҙер, асығышып, берәм-берәм мәктәптән ҡайтырҙар.

- Әсәй, картуф ҡаҙанда ҡайнағанда уға эҫеме, ул илаймы?

- Юҡ. Ни тиклем ҡыҙыу булһа, шул тиклем рәхәт уға. Тиҙерәк тәмле итеп бешәйек, Нурия апам беҙҙе ашаһын! - тип һикерешәләр.

«Ә ниңә икмәк Нурия апам мине ашаһын!» - тип ашҡынып тормай икән?! Киреһенсә, ул ашъяулыҡ эсенә инеп йәшеренгән. Әсәйҙән һорамайынса, бер кем дә икмәкте үҙе киҫеп алмай. Улай ярамай. Ашты ла оло табаҡтан сеүәтәләргә әсәй бүлеп сыға. Бер аҙ ашайбыҙ ҙа ҙур табаҡҡа күҙ йүгертеп алабыҙ. Ундағы аштың күләменә ҡарап, ашау тиҙлеген көйләйбеҙ. Тимер ҡалаҡтар тимер сеүәтәләргә шаҡ-шоҡ итеп һуғылып ҡына тора. Беҙҙең ашағандың тауышы урам яҡҡа ишетелгәндер инде, әммә сығып тыңларға ваҡыт бармы һуң?! Ашап туйғас, һәр кем ҡалағын «дыңҡ» итеп туҫтаҡҡа һала ла, танауын тартып, ҡапайған ҡорһағын һыпырып төшөп китә. Төшә лә мейес алдында торған һыу биҙрәһенән сүмес менән һыу алып, тын да алмайынса һыу эсә. Ҡорһаҡ тағы ла бер-ике размерға ҡапайып китә...

Һикенең бер ситендә атайым, икенсе ситендә әсәйем ултыра, түрҙә -балалар. Һәр кем, ашап бөткәс, ниңәлер әсәй ултырған яҡтан төшөп китә. Әсәй эргәһенә еткәс: «Рәхмәт, әсәй! Атайым менән икегеҙгә оҙон ғүмер бирһен Аллаҡайым!» - тибеҙ. Әсәйем ҡайһы ваҡытта, ишетмәмешкә һалышып, өндәшмәй. «Рәхмәт, әсәй...». Был һүҙҙәрҙе бер, ике, өс тапҡыр ҡабатлайһың. Атайым менән әсәйем бер-береһенә ҡаршы ултырып, күҙҙәре менән генә ҡарашып көлөшөп ҡуялар. Атайым: «Интектермә инде баланы» - тигән кеүек әсәйемә ҡарап, ауыҙ ситенән генә йылмая. Шунан әсәйем: «Ҙур үҫ, балам, бәхетле, тәүфиҡлы, оҙон ғүмерле бул» - ти. Был һәр саҡ шулай, мотлаҡ шулай. Иртән, төш, кис һайын ҡабатлана. Мин әсәйемдең эргәһендә, уның терһәк аҫтында ғына ултырам. Һуңыраҡ, минән кесерәк туғандарым тыуғас та, мин был «терһәк аҫтын» бер кемгә лә бирмәнем. Һәйбәт урын, бик тә төшөмлө урын, аҡмаһа ла тамып тора: әсәйем ҡулынан йә ит киҫәге минең яҡҡа һикерә, йә сәйгә өҫтәмә ҡалаҡ һөт һалына (әсәйем минең һөт яратҡанымды белә). Йә шәкәр ватҡанда берәй кескәй генә эйәһеҙ шәкәр киҫәге алдыма килеп төшә...

Яратып уйнаған ролдәремдең береһе – «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» спектаклендәге Әсғәт. Шуҡ, эскерһеҙ, саф күңелле, етен сәсле, шиғри күңелле Әсғәт исемле малай. “ Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәрендәге Әсғәт роле әллә минең бала саҡтан күсереп яҙылған инде?!” -тип уйлап ҡуям ҡайһы ваҡыт. Автор яҙғандарҙың бөтәһе лә шул тиклем таныш һәм яҡын. Әллә бөтә бала саҡтар ҙа бер-береһенә оҡшаш микән?! Бала сағым күңелемдә шул тиклем матур булып уйылып ҡалған, шуға ла «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» спектаклендәге Әсғәт роле аша мин бала сағымды хәтеремдә яңырттым. Ғәҙәттә башҡа спектаклдәргә фекер туплап, грим һалып әҙерләнер өсөн театрға бер-ике сәғәткә алдан килергә тырышаһың. Ә инде Әсғәтте уйнар көндө мин урамда саҡта уҡ малайҙарса елкенеү кисерҙем, хатта йүгергем килә торғайны. Сәхнәгә лә малайҙарса йүгереп сыҡтым. Был ролемде бик яратам, сөнки ул мине спектакль һайын бала сағыма алып ҡайтты, йылдарҙың араларын тоташтырыусы күпер булды. Яратҡан ролдәремдең береһе Әсғәтте мин утыҙ алты йәшемдә уйнаным, ул ролем аша йәнә бәхетле мәлемә әйләнеп ҡайттым. Әсғәт миңә күп шатлыҡтар килтерҙе, ошо роль өсөн республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булдым.

Дим буйҙарын, тыуып үҫкән еремде бик ныҡ яратам мин һәм иң яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алам!.. Ә Дим буйҙары менән күпме хәтирәләр бәйле!.. Баҡа соро, Оло әйләнмә, Ятыу яр башы, Сыуаш табыры – былар барыһы ла Дим буйы төбәктәре, улар барыһы ла миңә уҫал ата ҡаҙ аша таныш. Дим буйына ҡаҙҙар төшөрөү – беҙҙең кеүек колхоз эшенә ярамаған ваҡ ҡыҙҙар эше. Иртәнге ысыҡ менән, ҡояш күтәрелгәнсе үк ҡаҙҙарҙы төшөрмәһәң, улар әлһерәйҙәр – Дим буйына барып еткәнсе, тауға менеп, күпме төшөргә кәрәк бит. Ә ҡаҙҙар эҫелә йөрөргә яратмай, тауға мен, төш, имеш. Етмәһә, ике аяғы менән ҡуша һикереп йөрөй торған бер ғәрип бәпкә бар, шуны бигерәк йәлләйем. Кеше осраһа, шуны мәрәкә күреп ҡарап торалар ҙа, эстәре ҡатҡансы көлөп алғас: «Ниңә улай һикерәнләп йөрөй ул?» - тип һорайҙар. Мин ҡайҙан беләйем инде? Хоҙай шулай яралтҡан – бәхетһеҙ итеп. Мин уны йәлләп бик йыш илайым. Арыһа, ул туҡтап миңә ҡарай, мин уны ҡулға алам да, һыу буйына барып еткәнсе күтәреп барам. Үҙе лә шулай ҡулға өйрәнгән, төшөргә уйламай. Һыу буйына килеп еткәс кенә, тыпырсына башлай - «төшөр», тип. Беҙҙең ата ҡаҙ - уҫал. Күлдәк алыштырһаң, яҡын да килтермәй, суҡыша, ыҫылдай, осоп ҡуна. Шуға күрә гел бер күлдәк кейеп йөрөйөм. Кешеләрҙең ҡаҙҙары йыраҡ китмәй, яр буйында ғына йөрөйҙәр. Беҙҙекеләр түбәнгә төшөп китә лә сыуаш таборына тиклем барып етә. Көн дә ҡараңғыға тиклем Дим буйлатып, ҡысҡырып ҡаҙ эҙләйем. Минең тауышты ишетеп, шулай ҙа килеп сығалар таллыҡ араһынан: утыҙ биш бәпкә, ике инә ҡаҙ һәм теге әрһеҙ ата ҡаҙ теҙелешеп. Әлбиттә, иң алдан ата ҡаҙ төшкән, ә иң һуңынан -теге бәхетһеҙ бәпкә ҡуш аяҡлап һикереп килгән була. Әсәйем: «Ниңә уларҙы ҡараңғыға тиклем эҙләп ыҙаланаһың, ҡунһындар шунда, иртәгә барыбер төшөрөргә бит, уларға бер ни булмай» - ти, минең оҙаҡ йөрөүемә борсолоп. Уларға бит һыу буйында һалҡын. Унан һуң, бәлки, минең көн дә иртән уларҙы Дим буйына төшөрөп маҡталаһым киләлер: «Бына минең ҡыҙым ниндәй!». Ә бәлки иртәнге томан эсендәге әкиәт кеүек серле Дим күңелемде арбағандыр! Дим уртаһына ултырып, кескәй генә ҡыҙ, бер үҙе, әсәй тамаҡ ялғарға тип биргән бер телем икмәкте ваҡлап, балыҡтарҙы ашата, улар менән һөйләшә. Ә Дим өҫтөндә томан күтәрелә. Һыуҙы төнөн Алла бабай йылытып ҡуйған. Мин иң беренсе һыуға инәм, миңә-ҡаймағы, һуңлап килгәндәргә-һөтө, ҡояш күтәрелгәс килгәндәргә-ҡатығы... Йәйге эңер төшкәс, минең иң яратҡан күренешем – ҡаҙҙар бәпкәләрен тирә-яғына йыйнап, йоҡларға яталар. Ҡаҙ бәпкәләре сөңгөлдәшәләр, минең дә шулар араһына инеп ятҡым килә, минең бер ҙә бәпкәләр менән инә ҡаҙ янында йоҡлағаным юҡ. Кәзә бәрәстәре, һарыҡ бәрәстәре менән йоҡлағаным бар, ә ҡаҙҙар менән - юҡ. Ата ҡаҙ уҫал шул, яҡын йөрөтмәй. Моғайын, улар араһына инеп ятһам, ҡабул итерҙәр һәм ул мине суҡымаҫ та ине, яҡлар ине... Шундай уйҙар уйлап ҡаҙ көтә торған инем бала саҡта…

Авторы - Динара Ҡәйүмова

Читайте нас: