+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ӘХӘТ ХӨСӘЙЕНОВТЫҢ “ҺӨЙҘӨРГӨС БЕТЕҮЕ”

Әхәт Хөсәйенов йәш сағында бик осһоҙға ғына «һөйҙөргөс бетеүе» алып таға. Ышанмайһығыҙмы? Әхәт ағай үҙе ул хәлде бик тасуирлап һөйләй:

(Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйеновтың 60 йәше уңайынан яҙылды, аҙағында - өҫтәмәләр)

“Хаҡлы ялға сыҡһам, ҡалала бер көн тормайым, икенсе көнөнә үк ауылға һыҙам. Рәхәтләнеп балыҡ ҡармаҡлайым, көн һайын мунса яғып төшәм, урман-ҡырҙар ҡыҙырасаҡмын…” - Әхәт ағайҙың доға урынына ҡабатлаған һүҙҙәренә күнегеп бөттөк инде, уларҙы бер кем ысынға алмай кеүек – ни тиһәң дә, күп осраҡта артист яҙмышына яҙғанынан ситкә китә алмай. Ә икенсенән, алтынсы тиҫтәһен тултырған артист репертуарҙа ең һыҙғанып ижад итә, бер-бер артлы ролдәрен сығарып тора. «Хушығыҙ, хыялдарым!» (Ә.Атнабаев) драмаһында Самат, «Тиле йәшлек» (И.Абдуллин) II Хәниф, «Ҡыҙыл йондоҙ» драмаһында (М.Гафури, Н.Ғәйетбаевтың сәхнә ред.) Шиһап, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» та (М.Кәрим, Р.Исрафилов инсц.) Сафа, «Мәһәре-байҙан» (Ю.Болат) комедияһында Аджиәмит һәм башҡа спектаклдәрҙәге образдары тамашасы һөйөүен яуланы.

Һөйөү тигәндән, Әхәт Хөсәйенов йәш сағында бик осһоҙға ғына «һөйҙөргөс бетеүе» алып таға. Ышанмайһығыҙмы? Әхәт ағай үҙе ул хәлде бик тасуирлап һөйләй:

Мин ул саҡта ун алтымды тултырып ун етегә киткәйнем. Танауға мөхәббәт тойғолары инә башлаған мәл. Ауылымдың бер һылыуын күңелем менән һөйәм, йөрәгем менән ғашиҡ, ә телем менән уға мөхәббәтемде әйтә алмайым. Егеттәр миңә «быҙау» тигән ҡушамат та таҡтылар. Башыма төшкән «ҡайғыны» күршебеҙ Хөснулла ағайға тиштем. Ул миңә хәйләкәр генә йылмайып, ҡап-ҡара мыйығын яҫы устары менән һыйпап ҡуйҙы ла: «Беләһеңме, ҡустым, мин йәш саҡта үҙем менән дә шулай була торғайны. Ғәбиҙә еңгәң артынан күпме сабата туҙҙырғанмындыр, әйләнеп тә ҡараманы. Уйланым-уйланым да, Яҡуп ҡарттан «һөйҙөргөс» доғаһы яҙҙырып алдым. Шуны яғаға тағып аҙна-ун көн йөрөгәс, еңгәгеҙ үҙе башлап мөхәббәтен белдереп хат яҙҙы. Һин дә шулай ит. Хәйергә биш һум аҡса, йәнә ун йомортҡа бирһәң - шул еткән», - тине. Икенсе көндө әсәйемдән биш һум аҡса һорап алдым, йәнә аҙбарға инеп, тауыҡтарҙың яңы ғына һалған йомортҡаларын кеҫәгә тултырҙым да… киттем Яҡуп ҡартҡа. Ҡулымдағы байлығымды күргәс, ҡарт ҡәнәғәт йөҙ менән:

- Хуш, нимә өсөн доға ҡылабыҙ, - тине. Мин уға ни йомош менән килеүемде түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Ҡарт доға яҙып биргән теге бетеүҙе яғаға тегеп тә ҡуйҙым.

…Кисен клубҡа киттем. Ҡыҙҙар миңә ҡарап шырҡ-шырҡ көлөшкән була, ә егеттәр үҙ-ара ниҙер шыбырлаша. Күрәһең, ҡыҙҙарҙың миңә ҡарап йылмайыуҙарынан көнләшәләр!.. Көтмәгәндә һөйгән ҡыҙым яныма килеп:

- Нимә яғаңды һыйпайһың? Әллә Я ҡ уп ҡ арттың алдашып я ҙғ ан «һөй ҙө ргөс»ө төшөп ҡ алдымы? –тимәһенме?!..

Ә егеттәр: «Алты һум егерме тинлек «һөйҙөргөс» таҡҡан бетеүле быҙау», тип күҙ ҙә астырмай көләләр. Мин сығып йүгерҙем… Өйгә ҡайттым да яғалағы бетеүҙе ҡуптарып алып, эсендәге ҡағыҙын йыртып ташларға уйлағайным… Яҙыуына күҙем төштө. Ҡараһам, беҙҙең хәрефтәр менән яҙылған:

Уны һөйҙөң ни миңә,

Быны һөйҙөң ни миңә,

Биш һум аҡса, ун йомортҡа

Ярамаймы ни миңә? - тигән юлдар яҙылған ине… ”

Шундай мажара үтә үҫмер сағында артист башынан. Хәйер, был мажара тормошта ысынлап булғанмы икән һуң? Кем белә инде… Юмористик хикәйәләре, көләмәстәре, артистар тормошонан ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалары менән дә таныш бит тамашасыларға Әхәт Хөсәйенов. Шуға күрә, ҡайһы ваҡиға булған-булмаған - әйтеүе ҡыйын…

Әхәт ағайҙың геройҙарына килгәндә, уларҙың һәр береһендә, һис шикһеҙ, «һөйҙөргөс бетеүе» бар – М.Кәримдең «Айгөл иле» пьесаһы буйынса спектаклдә Ричард Галин, «Ҡыҙ урлау»ында Дәүләтбай һәм Ҡотлоәхмәт, И.Абдуллиндың «Их, Өфө ҡыҙҙары!» комедияһында Жарыҡбай, Ф.Бурнаштың «Йәш йөрәктәр»ендә Ғәлимйән һ.б. - һәммәһе лә тамашасы күңелендә үҙ урынын тапҡан. Эш һөйҙөргөс бетеүендә генәме икән?!

Улайға китһә, уның Хәнифе («Тиле йәшлек», И.Абдуллин) башҡаларынан уҙҙырып ебәрҙе бит - Бытбылдыҡ уға махсус яҙылған «Тәү тапҡыр ҡыҙҙар янына барыусы егеттәр өсөн. Профессор Һөйәрбәков докладынан өҙөк»» исемле ҡулланма бүләк итә… Әхәт-Хәниф тамашасыны көлдөрә-көлдөрә ҡағыҙ битенә сыймаҡланған һүҙҙәрҙе уҡый: «1. Мөхәббәтең ташып торһа ла, хистәреңде йүгәнлә, ҡулдарыңды тышаула. - Йүгәнлә, тышаула… 2. Мөхәббәт “яратам” тигән һүҙгә мохтаж түгел. Яратам һүҙе менән шаярма. Әйтһәң дә, ҡолағына ишетелер-ишетелмәҫ итеп кенә әйт - Я-ра-там… 3. Һүҙеңде уратып-суратып, йә сәскәләрҙән, йә йондоҙҙарҙан башла. Әммә күктә оҙаҡ йөрөмә, Зөһрә йондоҙоң Айҙа түгел, һинең яныңда ултыра - ултырмай шул әле… 4.Һөйләр һүҙең булмаһа, мөхәббәт тураһында шиғыр уҡы – Ә мин «Буран»дан башҡа шиғырҙы яттан белмәйем… Урамда буран… Мин ауыҙ йырам…» - ҡыҙы янына осрашыуға килгән егет дуҫы кеҫәһенә тығып ебәргән «инструкцияны» сат йәбешеп уҡый, уны башына һеңдереп ҡалырға тырыша. Мөхәббәт хисенән иҫергән, йәш, дәртле, күңелсәк Хәнифтең ҡыланыштарын тамашасы ихлас күҙәтә, урыны-урыны менән алҡышлай, рәхәтләнеп көлә. И.Абдуллиндың «Тиле йәшлек» комедияһы Башҡорт академия драма театрында 1970, 1991, 2004 йылдарҙа ҡуйыла. Бөгөн дә «Тиле йәшлек» сәхнәлә, әҫәрҙең элекке ҡуйылышында Зөлҡәрнәй, Хәниф, Бытбылдыҡты уйнаусы Фидан Ғафаров, Әхәт Хөсәйенов, Муллаян Сөйәрғолов та ҡатнаша. Ғөмүмән, был спектаклдә тамашасы быуындар алмашыныуын да, ваҡыт сиктәренең булмауын да күрә. Бөгөнгө репертуарҙа барған «Тиле йәшлек»тә - Әхәт ағайҙың Хәнифе сәсенә сал төшкән ир уҙаманы, колхоз рәйесе һәм Юғары Совет депутаты.

Әхәт ағайҙың «Хушығыҙ, хыялдарым!» драмаһындағы (реж.- А.Абушахманов) Самат образын бик яратып ҡарайым – унда күҙгә ташланып «бына мин!» тип ҡысҡырып торған бер ни ҙә юҡ кеүек, әммә «һөйкөмлө һөйәге» шунда уҡ йәлеп итә. Тәүге сәхнәнән үк «Ярар, бисәкәй», «Шулай итермен, бисәкәй», «Хәҙер, бисәкәй» тип туҡтауһыҙ ҡабатлап, бисәһе Мәрүә (Г.Маликова) төптән егелгән тормош арбаһында ел-ямғырҙан ҡатыны арҡаһына йәшенеп, һәүетемсә генә, «үгеҙ үлһә - ит, арба ватылһа – утын» тип йәшәп ятҡан Саматты уйнай артист. Самат-Мәрүә образдары спектаклгә айырыуса йәнлелек өҫтәй.

Комедияларҙа Әхәт Рәхмәтулла улы рәхәтләнеп уйнай. Театрҙың 86-сы ижад миҙгелендә ҡуйылған «Мәһәре-байҙан!» (Юсыф Болат, реж.- Р.Хәкимов) спектаклендә ул төрөк байы Аджиәмитте башҡара. Спектакль үҙенең сәхнә биҙәлеше, йыр-моң, дәртле бейеүҙәргә һәм юморға бай булыуы, артистарҙың үҙҙәренең образдарын төрлө яҡлап асыуы менән ҡыҙыҡлы. Әхәт-Аджиәмит һөйөклө һәм берҙән-бер ҡыҙы Нияр һәм сиған малайы Әбиж араһында мөхәббәт уты ҡабыныуын һиҙеп ҡалып, уларҙың һөйөүенә ҡаршы төшә, ҡыҙын -ҡошсоғон үҙенең йәшендәге күрше йортта ғына йәшәгән серегән бай Хәсәп Хәсәнгә кейәүгә бирергә ниәтләп, күршеһен үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра. Тик… дәрт-дарманы ташып торған сиғандарға ҡаршы Аджиәмит бай «ҡоралһыҙ» булып сыға - ул килеп тыуған сетерекле хәлдәр, көлкөлө ваҡиғалар теҙмәһенә юлыға…

Хәйер, бер спектаклдә генә түгел, һөнәрен һайлағанда уҡ Әхәт Хөсәйенов ҡыҙыҡлы ваҡиғаға тап була – ата-әсәһе кеүек үк йыр-моңға ғашиҡ үҫмер артист булырға хыяллана: уның матур тауышына һәр кем һоҡлана, халыҡ йырҙарын һуҙып ебәрһә, ололарҙың йөрәгенә үтеп инерлек итеп, йырҙың һәр бөгөлөшөн оҫта итеп йырлай, халыҡ араһында киң таралған популяр йырҙарҙы ла килештереп башҡара ул. Үҙенең яҙмышын ҙур сәхнәгә, йыр-моңға бәйләргә теләп, ул Өфө сәнғәт училищеһына документтарын алып бара. Әммә «йырсы» менән «артист» төшөнсәләрен бер үк тип уйлаған үҫмер документтарын вокал бүлегенә түгел, ә драма артистары әҙерләнгән бүлеккә тапшыра. Абруйлы ижадсыларҙан торған ҡабул итеү комиссияһында мәшһүр артистар Зәйтүнә Бикбулатова, Рим Сыртланов һәм күренекле режиссер Ғабдулла Ғиләжев була. Ике турҙы еңел үттем, тип иҫәпләгән егетте өсөнсө турҙа имтихан ваҡытында Ғәбдулла Ғабдрахман улы: «Вон отсюда!» - тип ҡыуып сығара… Бер ни аңламаған егет, йә, ярай инде, ни булһа ла, мин үҙемде һынап ҡараным, артист булырға яҙмағас, ни эшләйһең инде, тип хушлашып сығып китә. Әммә уны артислыҡҡа алалар - баҡтиһәң, Ғабдулла Ғиләжев буласаҡ артисты үҙенсә һынап ҡараған икән - йәнәһе, ошондай хәлгә эләкһә, артист ниндәй эмоцияларға бирелер ине, тип… Шулай итеп, Әхәт Хөсәйеновҡа һайлаған һөнәренең серҙәренә төшөнөргә фатиха ала.

Буласаҡ һөнәре йырсы түгел, ә драма артисы икәнлегенә егет һуңынан төшөнә төшөнөүен, әммә яҙмышына яҙғанына риза булырға ҡарар итә һәм Фидан Ғафаров, Тәнзилә Хисамова, Рәмзиә Хисамова, Хәмзә Ҡурсаев, Фариза Хәсәнова, Хәнә Минһажева, Роза Ильясова, Әхмәт Йәнбулатов һәм башҡалар менән - барлығы 18 кеше - Өфө сәнғәт училищеһында уҡый башлай.

Студент йылдары Әхәт ағайҙың күңелендә бай тәъҫораттар ҡалдыра, уҡытыусылары, ижад емештәре менән тамашасыларҙы «аһ» итеп тетрәндергән талант эйәһе Илшат Йомағолов уларҙы театр донъяһына алып инә, сәхнә сәнғәте серҙәренә төшөндөрә, актер оҫталығына өйрәтә. Илшат Хәлил улы студенттарының саҡ ҡына һәләтен күреп ҡалһа, уларҙы дәртләндереп, илһамландырып ебәрер була. Уҡыған ваҡытта ла ул студент Әхәттең этюд эшләгән ваҡытта сюжеттарҙы оҫта уйлап табыуын, тамашасыға аңлайышлы тел менән бәйән итеүенә иғтибар итә һәм егетте ҡәләм тоторға өндәй - һөҙөмтәлә, Әхәт Хөсәйенов юмористик хикәйәләр, көләмәстәр, артистар тормошонда үҙе шаһит булған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы ҡағыҙға төшөрә башлай…

Түбәндәге ваҡиға гастроль ваҡытында була, Әхәт Рәхмәтулла улы әле лә был хәлде иҫенә төшөрһә, йөҙҙәре нурлана һәм тәмләп-тәмләп һөйләй: «Беҙ фатирға төшөп йөрөгән Ғәлимулла ағай төшкө ашҡа һөмһөрө ҡойолобораҡ ҡайтып инде. Ҡышҡы кейемен ишек янындағы кейем элгесенә элеп, аяғындағы быймаһын баш-башына баҫып систе лә, мейес яғына ҡарай тибеп тә осорҙо. Фидан Ғафаров менән мин төпкө бүлмәлә, төшкө аштың бешкәнен көтөп, беребеҙ - гәзит, икенсебеҙ журнал ҡарап ултырабыҙ. Хужабикәбеҙ Фатима апай мейес алдындағы еҙ самауырына һыу ҡойҙо ла, мөрйәһенә усаҡтан янған күмер һалды. Ғәлимулла ағай бер нимәгә лә иғтибар итмәй, өҫтәл янындағы диванға «лып» итеп килеп ултырҙы ла, апайға:

- Фатима, Фатима, тим, быйманы баҫтыр! Йылыға ҡуй!

- Әллә кәйефен боҙғандар инде ҡартымдың?

- Телеңә тилсә сыҡҡыры, күп һөйләнмә. Әйттем бит, быйманы баҫтыр, йылыға ҡуй, тинем.

- Хәҙер, атаһы, хәҙер, - тине лә апай, күлдәгенең итәген күтәреп, бөрмәһенә ике яҡлап ҡыҫтырып ҡуйҙы ла, мейес янында ятҡан быйма янына килеп, аяғы менән түр яҡҡа тибеп тә ебәрҙе. Түр яҡҡа килеп, йәнә ишеккә ҡарай типте. Ишек янына барып тағы - түргә, түрҙән йәнә ишеккә тибеп осорҙо. Быны күҙәткән Ғәлимула ағай түҙмәне:

- Нишләйһең ул, ә? – тип һорап ҡуйҙы.

- Бәсәк-бәсәк, үҙең бит быймаңды баҫтырырға ҡуштың. Бына, бешер ашымды, ҡайнар сәйемде ташлап, ишекле-түрле һинең быймаңды баҫтырам.

- Һай, иҫәүән, мин һиңә быйма баҫтырырға ҡуштыммы ни? – тип быймаһын ҡулына алып, мейес башына йылыға ҡуйҙы. Йәнә асыу менән:

- Йә, бешәме-юҡмы инде бөгөн шул ашың?

- Хәҙер, ҡартыҡайым, хәҙер. Сисенәм дә, ҡаҙандың эсенә төшөп ултырам. Шунан үҙемде лә һурпаһына ҡушып ашарһың.

- Фу, телкәйеңде ҡорт саҡҡыры нәмәҫтәкәй.

Беҙ түҙмәнек, төпкө бүлмәнән шырҡылдап көлөп ебәрҙек. Шунда ғына ағайыбыҙ айнығандай, беҙҙең килгәнде белеп:

- Һай, йүләркәй, әйтмәйһең дә, ҡунаҡтар бар икән дәһә, - тип беҙҙең менән күрешеп сыҡты. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас:

- Ярай, әсәһе, булмаһа, мин, аш- һыуың бешеп, сәйең ҡайнағансы, утын ярайым әле. Өлгөргәс, саҡырырһың, - тип еңелсә генә кейенеп, тышҡа сығып китте. Күп тә тормай, йәнә әйләнеп инде.

- Ҡарале, Фатима, балта ҡ айҙа булған ул?

- Кисә кистән ҡ айҙа ҡ уйғайның һуң, атаһы?

- Аласы ҡҡ а, көрәк менән һәнәк янына.

- Иренмәйенсә генә аласығыңа инеп, көрәк менән һәнәгеңдән һора әле, йүләрләнеп, албаҫтылай ҡайҙа сығып олаҡты икән? Хоҙайым, бөгөн магазинға шайтан һыуы ҡайтҡан тигәйнеләр… Б ар, нишләп тораһың, тораташтай ҡатып. Тиҙерәк эҙләп алып ҡайт. Эсеп-иҫереп янъял сығарып йөрөмәһен, - тип төрткөләй -төрткөләй сығарып ебәрҙе. Беҙ ике күҙебеҙҙән йәш сыҡҡансы рәхәтләнеп көлдөк. Апайыбыҙ ғәйепле кешеләй:

- Эй, туғанҡайҙарым, зинһар, киске тамашағыҙға сығарып, халыҡ алдында беҙҙе рисуай итмәгеҙ инде. Ауылда тормош, үҙегеҙ беләһегеҙ, шулай инде ул, - тине.

- Юҡ, юҡ, апай. Беҙ үҙебеҙ ҙә ауыл малайҙары бит, - ти п уға яуап бирҙек » .

Эйе, Әхәт ағайҙың күңелендә бөгөн дә Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында тыуып үҫкән ауыл малайы ултыра. Үҫмер ваҡытында үҙенең геройы - «Тиле йәшлек»тәге Хәниф кеүек, бәхет эҙләп, тормошта үҙ урынын табырға сығып китә ул. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Салауат башҡорт драма театрында эш башлай, 1968 йылда Өфөгә Башҡорт академия драма театрына саҡырыла. 1992 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында рус, башҡорт һәм бейеү театрҙарын берләштергән берекмә ойошторолғас, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына директор булып китә. Ун йылдан йәнә Өфөгә күсеп килә һәм бөгөнгө көнгә тиклем Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй.

«Һәр әҙәм балаһында талант бар, ә сәхнә өсөн Хоҙай тарафынан да талант өҫтәлергә тейеш - ти Әхәт Хөсәйенов. - Һәр бер ролемде бар күңелемде һалып башҡарам. Әйтәйек, Нәжиб Асанбаевтың пьесаһы буйынса «Ҡыҙыл паша» драмаһы. Театр ижадында яңы баҫҡыс булып торған әҫәр йөкмәткеһе менән дә, яңыса сәхнәләштерелеүе, образдарҙың художество эшләнеше һәм бирелеше менән дә заманында мәҙәниәттә үҙе бер ваҡиға булды. Бындай әҫәрҙә уйнау минең өсөн мәртәбә ине һәм ул бер ни кимәлдә яуаплылыҡ та өҫтәй».

«Ғәлиәбаныу»ҙа (М.Фәйзи) Исмәғил, «Әҙәмсә йәшәһәң ине»лә (Н.Терентьев) Кирук, Мостай Кәримдең пьесаһы буйынса ҡуйылған «Салауат» спектаклендә Петр һәм Юлай Аҙналин, «Ай тотолған төндә» трагедияһында Ырыҫҡол бей, «Сәсәндәр»ҙә (И.Йомағолов) Ҡарт, Сыңғыҙ Айытматовтың «Ал яулыҡлы тирәккәйем» әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән «Юлдарым -һағышлы моңдарым» драмаһында Үрмәт әкә Аманғолов һәм башҡа бик күп ролдәрҙе /Башҡорт академия драма театрында ғына алтмыштан ашыу роль уйнай/ яратып башҡара ул.

«Әммә ролеңде яратыу ғына аҙ әле. Үҙең тыуҙырасаҡ ролде бик ныҡ яратһаң да, уның һиңә тап килмәүе бар - быға һис тә аптырарға ярамай. Бына, мәҫәлән, миңә бер спектаклдә, исемен атамайым, геройҙы уйнарға бирҙеләр. Нисек кенә борма, нисек ҡыланма, әммә ул миңә яҡын килмәй, тип иҫәпләнем мин, шулай ҙа ролемде сығарҙым. Әммә үҙем унан ҡәнәғәтлек алманым, был ролем күңелемдә ауырыраҡ тойғолар ҡалдырҙы. Герой - минең өсөн түгел. Мин кире образдарҙы уйнарға яратам - әгәр тамашасы шундай ролдә мин уйнаған спектаклдән һуң геройыма ҡарата битараф булмаһа, икенсе төрлө әйткәндә, яратмаһа, тимәк, ул образды мин астым, еренә еткереп уйнаным, тигән фекерҙәмен» - тип һөйләй Әхәт ағай сәхнәгә алып сыҡҡан образдары хаҡында.

Бөгөн дә сәхнәгә тоғролоҡ, ижад кешеһенә хас булған эҙләнеүсәнлек кеүек сифаттары артисҡа тынғылыҡ бирмәй – ул яңынан-яңы образдар тыуҙыра, үҙенең һайлаған һөнәренә ҙур ихласлыҡ менән ҡарай. «Сәхнә сәнғәте донъяһы, театр - ғүмерлеккә йөрәгемде яулаған, йәшәргә көс, аң-зиһенемә бөтә нәмәгә сәнғәт бейеклегенән ҡарау һәләтен биргән мөхитем ул» - ти Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйенов (2006 йыл).

P / S . Шөкөр, ха ҡлы ялға сыҡһа лә, бөгөн дә театрҙа эшләй Әхәт Хөсәйенов. Бөгөн дә ул курсташтары Рәмзиә Хисамова, Фидан Ғафаров, Тәнзилә Хисамова менән бергә, бер сәхнәлә, театр ҙ ың а ҡһ а ҡ алдары һәм ағинәй ҙә ре булып, төптән егелеп ижад итәләр. Әхәт Хөсәйенов 80-дән ашыу роль уйнаған. Ярай әле, 60 йәшенән хаҡлы ялға сығып, тыуған еренә – Ҡырмыҫҡалы районына йәшәргә ҡайтып китмәгән... Шулай булыуы хәйерле лә. Юҡһа күпме оло йәштәге геройҙары сыҡмай ҡалыр ине?!.. Һуңғы ун йыл эсендә генә лә ул Н.Асанбаев әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған “Әхмәтзәки Вәлиди” спектаклендә (режиссеры А.Абушахманов) - Әхмәтша, “Бәхет хаҡы” мелодрамаһында (Х.Мөҙәрисова, режиссеры А.Абушахманов) - Булат, Н.Ғәйетбаев пьесаһы буйынса “Бер мәл санаторийҙа” комедияһында Насир, Т.Миңнуллин пьесаһы буйынса спектаклдә “Мулла” спектаклендә (режиссеры А.Абушахманов) - Сәләхетдин, С.Әбүзәровтың пьесаһы буйынса “Хыялый” спектаклендә (режиссеры А.Йәнбәков) – Булат, башҡорт халыҡ эпосы буйынса ҡуйылған “Урал батыр” спектаклендә (режиссеры А.Борисов) - Ҡарт, А.Әхмәтғәлиеваның «Ул бит кисә ине» лирик комедияһында (режиссеры А.Абушахманов) Нурғәли, Ф.Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме” трагикомедияһында – Ҡарт, А.Касонаның әҫәре буйынса “Иң бәхетле төн” спектаклендә (режиссеры О.Ханов)– сеньор Бальбоа, Ҡадир Даян пьесаһы буйынса Д.Йосопов инсценировкаһында “Гөлбостан” спектаклендә (режиссеры А.Абушахманов) - Мортаза һ.б. ролдәрҙе башҡарҙы.

Әхәт ағай башҡарған һәр ролдә – актерҙың үҙенә генә хас нескә күңел, эске кисерештәр, сағыу характер. Бөгөнгө көндә лә режиссерҙар Әхәт Рәхмәтулла улына төп ролдәр тәҡдим итәләр, уның менән бергә эшләргә теләйҙәр, актер ҙа ныҡлы баҫып ижад итә, һәр роленә яуаплы ҡарай. Сәхнәлә ижад итеү, ролдәр сығарыу менән генә сикләнмәгән ул, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт драма театры асылғас, Әхәт Хөсәйеновты директор итеп тәғәйенләйҙәр, һуңынан ул М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында директорҙың тамашасыларҙы йәлеп итеү буйынса урынбаҫары булып та эшләй.

“1980-1990-сы йылдарҙа сәхнәнән төшмәнем. Театрҙа өс режиссер – В.Сәйфуллин, Л.Вәлиев, Р.Исрафилов эшләй ине, бер премьерала уйнап өлгөрмәйһең, икенсеһенә сират етә… 1992 йылда Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры директоры булып киттем, унда ла һынатманым. 2002 й. йәнә Өфөгә килдем. Тәүге коллективыма ҡайтыуым – ижадымда һәм шәхсән тормошомда яңы этап башланыу кеүек. Дөйөм алғанда, бәндә ғүмере лә, ижади биография ла өлөштәргә бүленмәй, ә һәр яҡшы үҙгәреш күңелде үҫтерә, яңы маҡсаттар билдәләй” – тип уйҙары менән бүлешә актер.

Әхәт Хөсәйеновты киноларҙа, музыкаль клиптарҙа төшөргә йыш саҡыралар, һуңғы йылдарҙа Р.Юлтаевтың “Сируси”, А.Асҡаровтың “Из Уфы с любовью” һәм “Өс таған” фильмдарында уйнаны.

Әхәт Рәхмәтулла улының 15 йыл элек: «Алтмышына «менеп атланғас», етмешен дә «ауыҙлыҡлармын» әле. Ә етмешкә еткәс, уның һикһәне бына ғына тора, шулай бит, туғаным?» - тип мәрәкәләгәне хәтерҙә. Быйыл ул ул етмеш бишен ауыҙлыҡлай. Афарин, Әхәт Рәхмәтулла улы, 75 йәшегеҙ ҡотло булһын, һәр ваҡыт шулай шат күңелле булып ҡалығыҙ, тип теләйем актерға һәм сикһеҙ хөрмәтемде белдерәм. (2021 йыл)

Динара Ҡәйүмова

Читайте нас: