+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

«Урал батыр мәктәбе»нең йомғаҡлау сараһы — «Рухиәт байрамы»

"Урал батыр мәктәбе"нең авторы – бөтәбеҙгә лә киң билдәле яҙыусы, журналист, уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм апай Бураҡаева. Шундай мәртәбәле, тәү ҡарамаҡҡа бик еңелдән дә булмаған проект эшендә ғалим, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты

Фәнил Күзбәков та үҙ өлөшөн индерҙе. Проект "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге төбәк-ара башҡорт йәмәғәт ойошмаһы тарафынан раҫланып, республиканың байтаҡ мәктәптәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уға ихлас ҡушылды.
15 мартта М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Республика Башлығы гранты иҫәбенә "Рухиәт байрамы" үткәрелде. Программала оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, класс сәғәттәре эшләне. Кисен сарала Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары, Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се гимназияһы уҡыусылары, Милли йәштәр театры артистары, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҡатнашлығында байрамса концерт ойошторолдо. Эпостан өҙөктәр һөйләнелде. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы артистар сығышы менән бергә үрелеп барҙы.
Рухиәт байрамы йәш быуынды тәрбиәләүҙә, милли үҙаңды, йолаларҙы, телде һаҡлауҙа тамашасыларға илһам, көс, ышаныс өҫтәне.
Сәриә ИШЕМҒОЛОВА
Читайте нас: