+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Йәлил Әхмәт улы Сөләймәновты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!Шул уңайҙан, “Тамаша” журналының 2006 йылдың 5-се һанында сыҡҡан мәҡәләне тәҡдим итәбеҙ.

Нәркәс ХӨББИТДИНОВА

РӘССАМДЫҢ МӘҢГЕЛЕК СӘЙӘХӘТЕ

Ижад сығанағы

Тормош тәжрибәһенә, уны байытып һәм камиллаштырып торған белемгә таянып, эҙләнеүҙәр, төрлө уй-кисерештәр, юғалтыуҙар һәм табыштар аша үткән рәссам ниндәйҙер мөһим бер идеяны йөрәгендә үҫтереп йөрөтә. Рәссамдың ҡулындағы бумаланың етеҙ һәм сос тирбәлеүе һөҙөмтәһендә, бер ерҙә лә һәм бер ҡасан да осрамаған ниндәйҙер яңы әҫәр, полотно ярала. Һынландырылған был эш ваҡыт үтеү менән камиллаштырыла бара, кәрәк саҡта, уға ниндәйҙер яңы һыҙат өҫтәлә, ә ҡайһыһылыр алып ташлана – шулай ижад процесы ошондай туҡтауһыҙ оҙайлы үҫеш һәм камиллаштырылыу процесын кисерә. Рәссамдың ижадын, хатта ки, туғыҙ ай буйына әсә ҡарынында үҫеп, мәле еткәс бар донъяға яр һалып тыуған бала менән дә сағыштырырлыҡтыр. Рәссам Йәлил Сөләймәновтың ижады ла шунан ғибәрәт. Әсә кеше өсөн тешләгән һәр бармаҡтың ауыртҡаны кеүек, һәр картинаһы рәссам өсөн ҡәҙерле, һәр береһендә йәненең бер өлөшө, күңел йылыһы, түккән тир тамсыһы, күҙ нурҙарының яҡтыһы сарыф ителгән. Шуғалыр ҙа оҫтаның һүрәттәренән тик йылылыҡ менән ыңғай энергия бөркөлөп торғандай итә.
Ғәҙәттә, рәссамдарҙы теге йәки был эштәре, картиналары тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашыуҙарын үтенеп һораһаң, улар «Мин һөйләй белмәйем, төшөргәнемде тамашасы үҙе уйлап белһен», тип сикләнеүсән. Йәлил Сөләймәновҡа килгәндә иһә, икенсе күренеш.
Ул һәр картинаһы хаҡында сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер. Һынлы сәнғәт, философия, боронғо мифология, халыҡтың ауыҙ-тел ижады, эстетикаһы кеүек һәм башҡа төшөнсәләр, тәғлимәттәр, һиммәттәр, йүнәлештәр хаҡында фекер йөрөтөүенә ҡарап, авторҙың белем, тәжрибә тәрәнлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел. Хәйер, бындай оҫталыҡ рәссамдың бына инде нисәмә йыл балалар уҡытыуынан, педагогик һәләтенән дә киләлер. Шулай ҙа Йәлил Әхмәт улының эштәре әҙерлекле, һынлы сәнғәт кенә түгел, ғөмүмән, бөтә донъя мифологияһын, фәлсәфәһен, халҡы тарихын үҙһенгән һәм аңлаған тамашасы өсөн тәғәйенләнгән. Юғары кимәлдәге ысын сәнғәт өлгөһө генә шундай сифаттарға эйә була алалыр.
Й. Сөләймәновтың ижад башы ул – һүҙ сәнғәте, тағы ла дөрөҫөрәге – халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады, мифик ҡараштары. Үҙ асылының, донъяға ҡарата тәү ҡараштарының формалашыуында, донъяны танып белеүҙә тәү аҙымдарын яһарға уға халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадының аҫыл өлгөләре ярҙам итә. Хәйер, быға, бәлки, ғәжәпләнерлек тә түгелдер. Бала саҡтан уға апайы һәм һеңлеһе менән ата-әсәләре – билдәле фольклорсы, ғалим Әхмәт Мөхәмәтвәли улы менән мәғариф отличнигы, ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған уҡытыусы Флүрә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Сөләймәновтар булдырған сәнғәт, фольклор, мәҙәниәт, педагогика кеүек фән өлкәләренең бергә уҡмашып, гармонияла үҫешкән үҙенсәлекле донъяла тыуып, тәрбиәләнергә насип була. Атаһына ярҙам итеп, күп томлы Башҡорт халыҡ ижады өсөн бихисап әкиәттәрҙе машинкала баҫыуҙар, стенаның буйынан арҡырыһына һуҙылған китап кәштәләрендә соҡсоноуҙар, һынлы сәнғәт буйынса белем туплауҙар Йәлил өсөн ғәҙәти күренешкә әүерелә. Ата-әсә йортонда һеңдергән ошо белемдәр, асыштар, тәжрибәләр тормош юлына аяҡ баҫҡан йәш рәссамға ярҙам итә, һәм артабан ижадының нигеҙенә әүерелә. Шунлыҡтан тормош даръяһында үҙ аллы йөҙгәндә, алдында асылған яңы мөмкинселектәр, ынтылыштар, ҡайһы саҡ, хатта килеп тыуған ҡыйынлыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа, үҙ маҡсаттарына тоғро ҡалып, алға, яңы бейеклектәргә үрмәләргә булышлыҡ иткәндер тыуған йорт мөхитенең атмосфераһы. Шуның өсөн дә рәссам ҡулы аҫтынан сыҡҡан полотноларҙың асылы булып халыҡ ижады мотивтарының, тарихының тороуы тәбиғиҙер.

Йәншишмәнән йәм-йән алып...

Халыҡ ижады йолаларын саҡ ҡына ла үҙһенгән, ябайыраҡ әйткәндә, бала саҡтан халҡыбыҙҙың төрлө әкиәт, эпос, легенда һәм риүәйәттәрен йәки йыр-моңдарын ишетеп үҫкән һәр кем өсөн Йәлил Сөләймәновтың ижады аңлашыла. Рәссамдың ижады ошо халҡыбыҙҙың рухи байлығынан билдәле эпос Йәншишмәһендәй йән һәм йәм алған, тәм туплаған. Сәнғәт оҫтаһының эштәре ниндәй генә темаға арналмаһын, унда асыҡтан-асыҡ булмаһа ла, кинәйәле символик образ булараҡ та фольклор элементтары урын алған. Бындай образдар картинаның композицияһын байытып, билдәле бер ассоциацияның, образлы бәйләнештең хасил булыуына ярҙам итә. Мәҫәлән, «Һомай илаһиәһенең ҡайтыуы» (1999 й.), «Тынлыҡ. Легенда» (1999 й.), «Миф» (2000 й.), «Үгеҙ» (2001 й.), «Аталы-уллы» (1999 й.) кеүек һүрәттәрен алайыҡ. Бында рәссам Йыһандың, донъяның асылына, фәлсәфәһенә төшөнөргә тырыша. Бының өсөн ул бөтә донъя һәм башҡорт мифологияһына, эпосына, йолаларына мөрәжәғәт итә. Шулай итеп үҙе өҫтөндә эшләй, эске күңел донъяһы менән тышҡы донъя араһында гармония булдырырға тырыша. Ә уны булдыра алғанмы, алмағанмы, был инде тамашасы хөкөмөндә.
Аталы-уллы. 1999 йыл

«Урал батыр»

Мәшһүр «Урал батыр» эпосына арналған күмер менән эшләнгән графика циклына ҡараған бер һүрәтендә Урал батыр менән йәнәшә торған арыҫлан образы һынландырылған. Ғәҙәттә, батыр образына мөрәжәғәт иткән рәссамдар геройҙың тышҡы физик көсөнә иғтибар итеүсән. Ҡайһы берәүҙәр образдарҙың ошо тышҡы ғәйрәтле ҡиәфәтенә ҡарап һоҡланыусандар. Йәлил Әхмәт улына килгәндә, уны был юҫыҡта башҡа төшөнсәләрҙең борсоуы аңлашыла. Батырҙы юҡҡа ғына йыртҡыстар, йәнлектәр батшаһы булған арыҫлан менән йәнәшә ҡуйып сағыштырып ҡарамай ул. Автор бының менән физик көстән бигерәк әҙәм затының тәбиғәт менән йәнәшәлелеген, уның менән тулы гармонияла булыуын (өҫтөнлөгө түгел!) күрһәтергә тырышҡан, ошо моментты отошло тотоп алған. Арыҫландың көс-ҡеүәте батырға күскәндәй була, ә батырҙың бай рухи донъяһының шәүләһе йыртҡыс йөҙөндә сағылғандай итә. Шуның өсөн дә был композиция уңышлы һәм тәрән мәғәнәле.
Батырҙың ҡулында – тылсымлы таяҡ. Бына шундай ынйы башлы тылсымлы таяҡҡа эйә була батыр. Таяҡ, иң элек, сәйәхәтсенең юлдашы, тура мәғәнәһендәге таянысы. Тәрәнерәк күҙ һалғанда инде, автор унда мәңгелекте символлаштырған Донъя ағасын – Тораны ла күҙаллаған кеүек. Ә артҡы планда алыҫ офоҡта ҡалҡып килгән ҡояш түңәрәге иһә үҙендә шулай уҡ тәрән мәғәнә һаҡлай – ул мәңгелек йыл әйләнешен кәүҙәләндергән Донъя Ҡуласаһы менән ассоциациялаша. Был йәһәттән картинаның композицияһы байытыла, камиллаша, бөтөнлөгө хасил була.
Йәлил Сөләймәновтың белеме, тормош тәжрибәһе, образлы, ассоциатив фекерләү ҡеүәһе, рухи байлығы, фәлсәфәһе – һәммәһе лә ошондай беренсе ҡарамаҡҡа ябай, әммә, асылында, тәрән мәғәнәгә эйә булған полотнолар тыуҙырырға ярҙам итә.
Ҡояшҡа табыныу.1999 йыл

Тауҙарҙан тауҙар ғына бейегерәк...

Ғәҙәттә, теге йәки был рәссам төшөргән картиналарында уның тормош тәжрибәһе, фәлсәфәһе, уй-кисерештәре, рухи донъяһының торошо менән бергә бала саҡтан уны уратҡан мөхит, тәбиғәт күренештәре лә сағылыш табыусан.
Йәлил Сөләймәновтың картиналарында бейек, үркәс-үркәс ҡаялы тауҙар йыш ҡына композицияның төп өлөшөн тәшкил итеүсән («Тауҙар хикәйәте» (2003 й.), «Мосафир намаҙы. Ҡайтыу» (1999 й.), «Тау башында» (1998 й.), «Халҡыма бағышлау» (2003 й.). Был инде рәссамдың үҙенең сығышы менән бай тәбиғәтле урманлы-таулы Бөрйәндән булыуы һәм әсәһенең тыуған төйәге Хәйбулла ерҙәрен үҙһенеүе менән бәйле. Тәү сиратта тауҙар бында йәнле тәбиғәттең хозурлығын һынландырып ҡына ҡалмай. Ошо күренештәр авторҙың ошо тәбиғәт менән гармонияла булыуын да билдәләй.
Әммә, был донъяла һис бер нәмә осраҡлы булмаған кеүек, тауҙар ҙа картинаның сюжетында билдәле бер идея-эстетик маҡсатҡа эйә. Иң әүәле тау – ул Күккә олғашҡан, ҡай саҡ хатта Күк менән тоташҡан. Күк – төрки халыҡтарында элек-электән изге илаһи мөхит. Борон танылған батырҙарҙы тау йәки түбә башына, булмаһа, бейек түбә итеп өйөп ерләгәндәр. Тау башына ҡәбер ҡаҙыу, тимәк, Күк тәңреһенә яҡыныраҡ булыу тип аңлаған ата-баба.
Рәссам, тимәк, тау кешеһе булараҡ, тәбиғәттең ошо күренештәрен төшөрөүҙе хуп күрә. Шулай ҙа уның бөтә бөйөклөгөн, мөһабәтлеген ҡат-ҡат күҙ алдынан үткәреп, киндерҙә һынландырыуынан ғына ләззәт тапмай ул. Уға автор, үрҙә әйтеп үтелеүенсә, билдәле бер идея, төшөнсә һала, билдәле бер эстетик маҡсатта ҡуллана. Тау – ул, икенсе күҙлектән, рәссам өсөн, иң әүәл, ниндәйҙер бейеклеккә үрмәләү, билдәле бер маҡсатҡа, уңыштарға, камиллыҡҡа ирешергә ынтылыу: таҙарыныу, ағарыныу, сафланыу сығанағы ла ул. Тауҙарҙан тауҙар ғына бейегерәк тә, текәрәк тә булған кеүек, юғары маҡсаттарҙан – маҡсаттар, ниәттәрҙән ниәттәр генә юғары була алалыр. Бер тауҙы аша төшөүгә икенсеһе ҡалҡып сыға, өсөнсөһө, дүртенсеһе... Бер маҡсат икенсеһен тыуҙыра, бер ниәт икенсеһен яралта... Шулай тормош дауам итә.
Ата-бабалар йыры. 2003 йыл

Ҡарға ҡанатын ҡаға

Аҡҡош, билдәле булыуынса, борон-борондан изгеләштерелгән, уны тотоу, ашау тыйылған. Башҡортта шулай уҡ торна, һайыҫҡан, бөркөт кеүек ҡоштарға ла айырым урын бирелгән. Шулар араһында ҡарға ла үҙенсәлекле әһәмиәткә эйә булған. Ҡарға, иң әүәл, хәбәр килтереүсе ролен үтәгән халҡыбыҙҙың йола фольклорында. «Ала ҡарға килһә, ҡар оҙаҡ ятмаҫ» йәки «Ҡарға ҡарҡылдаһа, ямғыр яуыр», тигәндәр борон. Ошонан сығып ҡарағанда, ошондай мөһим мәғәнәгә эйә булған ҡарға образының илаһи зат рәүешендә Йәлил Сөләймәновтың һүрәттәрендә лә йыш осрауына ғәжәпләнерлек түгелдер – «Ҡатын-ҡыҙ һәм ҡарғалар» (1993 й.), «Илаһтарҙың ҡайтыуы» (1997 й.), «Ҡояшҡа табыныу» (1999 й.), «Ҡыҙыл ҡоштар» (2003 й.).
«Илаһтар ҡайтыуында» ҡарғалар ер йөҙөнә тереклек, йәнләнеү килтереүсе образ булараҡ һынландырыла. Автор бының менән тормоштоң дауам итеүен, киләсәккә өмөттәр бағлауы хаҡында ла белдерергә теләгән кеүек. Был тойғолар ҡарғаларҙың хыял ҡошолай зәңгәр төҫтә булыуынан көсәйгәндәй итә. Уларҙың сағыу йылы төҫтәренән тирә-яҡ мөхит яҡтыра, таш һындарҙа сағылдырылған әҙәм баштары ла терелгәндәй тойола. Ер йөҙөнә яңырыу, тереклек килгән. Шунан рәссам йәм һәм йән рәхәте таба.
Ҡарғалар ҡанат ҡаға ...
Яҡынайыу. 2003 йыл

Тормош миҙгелдәре

Рәссамдарҙың ижадына килгәндә, уларҙың картиналары авторҙың күңеле, тотош тормошо сағылышы булараҡ төҫмөрләнә. Йәлил Әхмәт улының ижады ла шунан ғибәрәт: унда уның үҙ тормошоноң үткәне лә, хәҙергеһе лә, киләсәге лә урынын тапҡан. Ошонан сығып ҡарағанда, мәҡәләбеҙҙә һүҙ барған Йәлил Сөләймәнов та шундайҙарҙан: ижад процесында ул юҡ-юҡ та үткәндәргә әйләнеп ҡайта, ата-бабалар рухына, халҡыбыҙ тарихына, ауыҙ-тел ижадына, мифына мөрәжәғәт итә. Был уның «Хикәйәтсе» (1996 й.), «Йыр» (1998 й.), «Табыныу» (2001 й.), «Сыңғыҙхан» (2001 й.), «Йоҡоға талған һунарсы» (2002 й.), «Ата-бабалар йыры» (2003 й.) кеүек әҫәрҙәрендә айырыуса ҙур сағылыш тапты.
«Ата-бабалар йыры» тигән картинала бер-береһенә ҡатланып-ҡатланып, береһенән-береһе юғарыраҡ кешеләр һыны төшөрөлгән. Ҡайҙалыр аҫта, кеше аяҡтары араһынан ҡояш баҙлап торғандай итә. Уның ҡыҙыу булмаған нурҙары (бәлки, ул байып барған еренән һуңғы нурҙарын һирпәлер) һалынып торған ҡулдарға төшкән. Кәүҙәләр баҙыҡ булмаған һоро төҫтә, артҡы фон иһә – зәңгәрһыу, ҡыҙыл таптар менән сыбарланған. Иң бейек кәүҙәнең яурынына хыял ҡошо ҡунған.
Был беренсе ҡарамаҡҡа. Әммә төптәнерәк күҙ һалғанда, картинаның олораҡ, мөһимерәк мәғәнәгә эйә булыуына төшөнәһең. Сөнки беренән-бере бейегерәк булып ҡатланып-ҡатланып төшөрөлгән һындар иң әүәл Донъя ағасының олоно менән ассоциациялаша. Хәрәкәтһеҙ һәленеп төшкән ҡулдар һәм бармаҡтар иһә ағастың ботаҡтарын хәтерләтә. Ә был, билдәле булыуынса, ниндәйҙер ырыу, нәҫел шәжәрәһен күҙалландыра һымаҡ. Ҡояш иһә – мәңгелек әйләнгән, ҡабатланып торған Донъя ҡуласаһы, бәхет ҡошо – был нәҫелдең ырыҫлы, киләсәкле икәненә ишара...
Тимәк, бында рәссамдың шулай образлы сағыштырыуҙар, ассоциациялар, деталдәр аша үткәндәр һәм киләсәк, мәңгелек хаҡында уйланыуҙарын оҫта итеп сағылдырыуға өлгәшеүенә шаһитбыҙ. Халыҡ, ырыу, нәҫел, кеше яҙмыштары һынландырыла бында. Тамырһыҙ ағастың көнө булмаған кеүек кеше лә тамырһыҙ, үткәнһеҙ тормош көтә алмай, киләсәккә өмөттәр бағлауҙан да мәхрүм. Сөнки донъяла барыһы ла үҙ-ара бәйле, бер-береһен алмаштырып, тулыландырып, камиллаштырып тора – Ваҡыт, Донъя ҡуласаһы әйләнеүен дауам итә...
Апалы-һеңлеле.1998 йыл

«Әсәй тураһында хәтерләүҙәр»

Ғүмеренең хәҙерге осорон, күңеленең бөгөнгө торошон Йәлил Сөләймәнов шәхси тормошонан ала. Шуға ла улар ҡай саҡ хатта драмалы, шәхсән (личностный), күбеһенсә реаль күренештәрҙән ғибәрәттер («Автопортрет» (1995 й.), «Әсәй тураһында хәтерләүҙәр» (1998 й.), «Апалы-һеңлеле» (1998 й.), «Оҫтаханала» (2003 й.). Шулай ҙа билдәле бер образлы деталдәр, ассоциациялар аша рәссамдың позицияһы, тормош тәжрибәһе, белеме, фәлсәфәһе, эске күңел торошо сағыла.
Йәлил Сөләймәновтың ғүмеренең шартлы рәүештә хәҙерге заманына арналған әҫәрҙәрендә шатлыҡтары, ҡайғылары менән тулы бөгөнгөһө сағылыш таба.
Һәр кем тормошонда әсәй кеше әйтеп бөткөһөҙ мөһим әһәмиәткә эйә. Ғүмер биргән дә ул, тәүге аҙымдарҙы яһарға, беренсе һүҙҙәрҙе әйтергә өйрәткән дә ул, тәрбиә биреп, наҙлап үҫтергән дә, тормош юлына баҫтырған да ул. Бына тап шул осорҙа, тормоштоң оло юлына баҫтым ғына тигәндә, әсәнең йөрәге тибеүҙән туҡтай – 1995 йылдың сағыу йылы көҙөндә оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат була.
Был юғалтыуҙы Сөләймәновтар ғаиләһе бик ауыр кисерә, ә ижади кеше булған Йәлил Әхмәт улы – айырыуса. Әйтерһең дә донъя түңкәрелде, юҡ, селпәрәмә килде, яҡты ҡояш һүнде, йөрәктә бушлыҡ урынлашты. Шул ҡайғынан рәссам тик эш, туҡтауһыҙ хеҙмәт ярҙамында айный ала. Көнө-төнө ең һыҙғанып картиналар төшөрөүгә бағышлай ул үҙен. Хәйер, әсәһе лә бит улының шулай тырышып ижад итеүенә ҡарап, кинәнеп, ҡыуанып бөтә алмай ине шул.
Ғаиләһе һәм яҡындары өсөн ошо үтә лә ҡатмарлы осорҙа рәссамдың ҡулы аҫтынан «Автопортрет», «Яҡынайыу», «Эйәр», «Апалы-һеңлеле», «Әсәй тураһында хәтерләүҙәр» ише һүрәттәре донъя күрә.
Әгәр ҙә «Автопортреттан» беҙгә ҡайғынан һүрелгән, эш менән йоҡоһоҙ үткәргән төндәрҙең һөҙөмтәһе булған йонсоу йөҙ, нурһыҙланған күҙҙәр баҡһа, ҡайғының ниндәй генә ауыр булыуына ҡарамаҫтан, тормоштоң дауам итеүен иҫбатлағандай «Яҡынайыу» картинаһы хасил була. Бында йөклө йәш ҡатындың бына-бына әсә булырға тороуы, сабыйҙың донъяға килеү мәленең яҡынайыу ваҡыты тотоп алынған. Нисек кенә башҡа һыймаҫлыҡ, йөрәк сыҙамаҫлыҡ булһын, донъяла, тәбиғәттә буш урын ҡалырға тейеш түгел: берәү яҡты донъя менән хушлаша, уның бушаған урынын яңы, кескәй йән тултыра. Уның менән тулы булған ығы-зығы, тормош мәшәҡәттәре менән ҡасандыр кисерелгән ҡайғынан да еңеләйгәндәй булаһың. Бына шул осорға бәйле лә инде әлеге картина. Унда урынлашҡан шомло төн, шул шомлоҡто көсәйткәндәй иткән яңғыҙ ай, моңһоу йондоҙҙар – ошо кәйефте, сюжеттың мәғәнәһен тәрәнәйткәндәй итә.
«Апалы-һеңлеле» картинаһында иһә донъя теүәлләнгәндәй, яҡтырғандай тойола.
Донъя терәге булған ағастың ботаҡтарына изге теләктәр теләп бәйләнгән төрлө-төрлө төҫтәрҙәге ҡорамалар елдә елберләй, илгә, тимәк, тормошҡа яңырыу килтергән ҡарға образы, ҡайҙалыр күктә баҙлап торған ҡояш, офоҡтар яҡтылығы, алыҫта, артҡы планда бәхет менән ашҡан ауыл йорто... Донъя ағасының төбөндә рәссам аталарының булмышы, өмөтө, киләсәге, бәхете булған апалы-һеңлеле Мәликә менән Кәмилә. Был бер яҡтан. Икенсе яҡтан иһә ҡыҙҙары йөҙөндә Йәлил Сөләймәновтың үҙенең тормошонда ярҙамсы һәм терәк булған Ләйсән апаһы менән Нәркәс һеңлеһенең дә образдарының сағылышына ла ишара бар.
Шулай итеп, рәссамдың тормошонда ниндәй генә ҡайғы-хәсрәттәр булып үтмәһен, ҡаршылыҡтар осрамаһын, уның бәхет ҡошо гел үҙе менән, бөгөнгөһө уңышлы, киләсәге өмөтлө уның. Тимәк, ул әле йәшәй, тормош юлынан китеп бара.
Әсәй тураһында хәтирәләр. 1998 йыл

«Көнсығышҡа юл»

Тормош дауам итә. Тәбиғәттең ошо яңырыу, терелеү осорон Тәбиғәтанаға (Природамать) яҡыныраҡ торған рәссамдың күңеле лә һиҙә, ашҡынып көтә, үрһәләнә, эҙләнә һәм ниндәйҙер һөҙөмтәлә раҫлана. Рәссам был кисерештәрен «Яҙғы ямғыр» (2003 й.) менән «Яҙғы намаҙ» (2003 й.) ише картиналарында тамашасыға еткерә. Улар аша автор үҙенең киләсәккә өмөттәр бағлап, яңырыу юлында булыуын белдерергә тырышһа, «Хыялый» (2001 й.), «Иртәнге монар» (2001 й.), «Көнсығышҡа юл» (2001 й.) кеүектәрендә хыял диңгеҙендә йөҙә, шуның менән ул бәхетле. «Лабиринттың емерелеүендә» иһә рәссам был туҡтауһыҙ үҙгәреп торған донъяла үҙ урынын, үҙенең «мин»ен эҙләүе, ижади эҙләнеүҙәр алдында тороуын раҫлағандай итә. Әҙәм затының һындары, тауҙар һыҙаты, ҡош образы, тәгәрмәстең бирелеше – барыһы ла Ғәләм менән Донъяның үҙгәрешен, туҡтауһыҙ әйләнешен образлы һүрәтләй кеүек. Таяҡ иһә юлсы мосафирҙың, сәфәр итеүсенең тоғро юлдашы булараҡ ижадсының һаман да арымай талмай эҙләнеү, камиллашыу юлында булыуын символлаштыра.
Хыял рәссамды алға әйҙәй, киләсәккә ерле пландарҙы ла күҙалларға ярҙам итә. Алдына ниндәйҙер ижади маҡсат ҡуйып, шуға яҡынайыу осоронда үҙ өҫтөндә эшләүҙәр, эҙләнеүҙәр, уға етер өсөн белем туплауҙар менән мәшғүл ул; тәжрибә туплау менән бергә уның оҫталығы ла, мөмкинлектәре лә арта бара. «Иртәнге монар» ҙа гел генә монар булып ҡалмаҫ, ул да бер заман таралыр, алдында перспектива, өмөтлө офоҡ асылыр. Юлдар ҙа киңәйер.
Тимәк, киләсәктә башҡараһы эштәр, төшөрәһе һүрәттәр, асылаһы күргәҙмәләр бихисап, иншалла!
Яҙғы намаҙ. 1999 йыл
Читайте нас: