+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

ИҪКӘ АЛАЙЫҠ

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Вәкилә Ҡалмантаеваның арбыҙҙан китеүенә 40 көн тула. Уны иҫкә алып, “Тамаша” журналының 2013 йылдың 3-сө һанында баҫылған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

ТУҠ-СОРАН БУЙЫ ҠЫҘЫ
Бөгөн ижадын республикабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында дауам итеүсе Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы Ҡалмантаева үҙен кино өлкәһендә лә һынап ҡараны.
Вәкилә Ҡалмантаева Ырымбур өлкәһе Красногвардейск районының Үрге Ильяс ауылында тыуып, шунда урта мәктәпте тамамлаған.Үҙенең иҫ китмәле матур ҙа, ҡырыҫ та тәбиғәте менән күңелдәрҙе арбай был яҡтар. Йәндәреңә дауа булыр хуш еҫле дала еле менән шунда үҫкән ҡаты ла, үткер ҙә ҡылғанынан алып күҙҙең яуын алырҙай ваҡ-ваҡ ҡына әрһеҙ ялан сәскәләре, Туҡ-Соран буйындағы селләләрҙә ышыҡ булыр ҡыуаҡлыҡтар – барыһы ла ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың йәшәйешендә һәм холоҡ-фиғелендә сағыла.
– Вәкилә апай, һеҙҙең характерығыҙ ҙа ниндәй һыуҙы һыулауығыҙ тураһында һөйләй кеүек. Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Мөхәмәтша Буранғолов та һеҙҙең яҡташығыҙ икәнен беләбеҙ...
– Мөхәмәтша Буранғолов минең яҡташым ғына түгел, ауылдашым, хатта туғаным да. Әсәйем Буранғоловтар нәҫеленән, фамилияһы ла Буранғолова. Шулай уҡ билдәле шәхестәребеҙ Дауыт Юлтый, Рауил Бикбаев, Әмир Абдразаҡов... Улар барыһы ла ошо Ырымбур далаларын гиҙеп, Туҡ-Соран һыуын һыулап үҫкәндәр.
Мин ғаиләлә беренсе бала, ләкин атай-әсәйем менән үҫмәнем. Әсәйем минең ун биш йәшендә генә кейәүгә сыҡҡан. Шунан айырылышырға тура килгән уларға. Ете айҙан алып ҡартатай менән ҡартинәй янында үҫтем. Мәктәптә башҡорт теле уҡытылмаһа ла, һөйләшеү-аралашыу тик башҡортса ине. Беҙгә ҡасандыр Дим буйы башҡорттары күсеп ултырғандар. Үҙебеҙ Туҡ-Соран башҡорттары, әммә дәүләкәндәрсә «ҫ» менән һөйләшәбеҙ. Атайым ғүмер буйы баш бухгалтер, ә әсәйем һауынсы булып эшләне. Мин төҫкә лә, холҡом менән дә шул тиклем атайыма оҡшағанмын. Ҡартатайымдар бик етеш, матур тормошта йәшәнеләр. Бөтә нәмәгә лә ул терәк булып торҙо. Бар нәмә ҡартатайым ҡулында ине. Мин дүртенсе класта уҡығанда әле, яланда булмаған ағасты табып, өйҙөң тышын таҡта менән көпләп, ҡыйығын тимер менән ябып ҡуйҙы. Ул саҡта ауылда таҡта менән көпләнгән өй тик беҙҙеке генә ине. Ҡартатайым ғүмере буйы тимерсе булып эшләне. Ҡулынан килмәгән бер генә эш тә булманы.
Мин үҙемдең ҡартинәйемде белмәйем. Ул бик йәшләй мәрхүмә булған. Мине үгәй ҡартинәйем ҡарап үҫтергән, ул мине шул тиклем ярата ине. Ҡартинәйемдең үҙенең балаһы булмағанғағамылыр, улар мине артыҡ иркәләп, наҙлап ҡына үҫтерҙеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым да, әсәйем дә хәҙер гүр эйәләре инде. Мин донъяға тыуғас та атайым: «Минең ҡыҙым әртис була бит ул», – тип әйткән тиҙәр. Фәрештәнең «амин» тигән сағына тура килгәндер, моғайын. «Атайың һине шул тиклем ярата ине», – тип әле булһа ла һөйләйҙәр уның тиҫтерҙәре. Әле туғыҙынсы, унынсы кластарҙа уҡыған сағымда ла әсәйем янына ҡайтып йөрөй торғайным. Һуңынан, ҡартатайым мәрхүм булғас, һәр саҡ әсәйем янына ҡайтырға тырыштым. Шөкөр, минең үгәй атайым да иҫән, уға һикһән биш йәш. Әле улар янына ҡайтып йөрөйбөҙ. Мин уларҙың барыһына ла ғүмер буйы оло рәхмәтемде, изге фатихамды юллап ҡына йәшәйем.
– Янығыҙҙа туғандарығыҙ булдымы?
– Аллаға шөкөр. Мин ҡартатайым менән ҡартинәйемдең ишле ғаиләһендә иң бәләкәсе булып үҫтем. Ике ағайым, ике апайым менән бергә. Апайҙарым өлкәнерәк булғас, мин һәр ваҡыт ағайҙарыма эйәреп йөрөй торғайным. Бигерәк тә Тимерғәле ағайымдың артынан ҡалмаҫ инем. Гел малайҙар менән үҫкәнгәлер, минең характерымды ла малайҙарса тиҙәр бит.
Беҙҙең яҡта элек бала саға йомран тотоп, тиреһен киптереп тапшыра торғайны. Хатта бер тиндән биш тингә ҡәҙәр аҡсаһын да түләйҙәр ине. Беҙ ҡайһы саҡ бишәр йөҙ йомран тотоп тапшыра торғайныҡ. Уны бит әле бик шәп итеп тунай ҙа белергә кәрәк. Мин үҙем йомранды бер минут эсендә тунай торғайным. Ҡыҙыҡ, биҙрә тотоп алаһың да, көнө буйына яланға сығып китәһең. Ялан тулы бөтә ауыл, бөтә Туҡ буйы йөрөр ине. Йомрандың өңөнә йылғанан һыу ташып ҡояһың да, сыҡҡанын көтөп ултыраһың. Ҡайһы берҙә бер өңгә өсәр биҙрә һыу китә торғайны.
– Әлбиттә, был урында бөгөн матур итеп, ыҡсым ғына бәйләм бәйләп ултырған Вәкилә апайҙы күҙ алдына килтереүе ауыр.
– Ҡуй инде. Шулай ҙа мин әллә ни ҡул эштәрен белмәһәм дә, дебет шәл бәйләргә яратам. Тетеү, һуғыу эштәрен барыһын да белеп үҫтем. Шуға ҡарамаҫтан, ниңәлер ҡартинәйем һәр саҡ мине өйҙә генә ултыраһың, урамға сыҡ, тип ҡыҙҙыра торғайны. Күгәреп бөткәнсе Туҡ-Сорандан сыҡмай һыу инә торғайныҡ. Унан ҡалһа, беҙ йәй буйы һарай башында йәшәйбеҙ. Сөнки унда саф һауа, рәхәтләнеп йоҡлайһың. Көҙ буйы колхоз келәтенә иген эшкәртергә йөрөйбөҙ. Мин үҙем етенсе кластан уҡ эшләй башланым. Әлбиттә, күп ваҡытыбыҙ беҙҙең йорт эштәре менән үтә ине. Әйтергә кәрәк, элек газ юҡ, беҙҙә далала утын бик һирәк бит инде, тиҙәк йыйырға сығып китә инек. Ул саҡта ауылда шул тиклем мал күп була торғайны бит, өлгөр генә. Ишек алдында туҡһанышар ҡаҙ-өйрәк йөрөр ине. Әсәйем ғүмере буйы һауынсы булып эшләне. Каникулға ҡайтҡанымда уға ла ярҙамлаша инем. Таңғы биштә тороп, егерме биш һыйырҙы «һә» тигәнсе һауа торғайным. Файза әбейем дә һауынсы булды, урынына эшләп тороп, уны ла берәр аҙна ял иттерә торғайным. Үткәндәрҙе күҙаллағанда, әле булһа мин бала сағымды, ауылымды, Сибайымды һағынам.
– Башҡортостанға нисек килеүегеҙ тураһында һөйләп китегеҙ әле.
– 1968 йыл Өфөгә килеп, сәнғәт училищеһының театр факультетына икенсе курсҡа уҡырға индем.
– Ниңә икенсе курсҡа?
– Сөнки беренсе курсты тамамлағайнылар. Кемдәрҙер уҡый алмай китеү сәбәпле төркөмдө тулыландырҙылар.
– Ни өсөн артист һөнәрен һайланығыҙ?
– Ул ваҡытта Ырымбур филармонияһында татар театр труппаһы булды. Унда минең еҙнәм уйнай ине. Шунда «Килен» комедияһына бер бәләкәй генә, ныҡ ыңғай характерлы килен роленә мине уйнарға саҡырҙылар. Шулай итеп, миңә Ырымбур труппаһы менән бер ай гастролдә йөрөргә тура килде. Ә сәнғәт училищеһына мине ошо труппала эшләүсе, үҙе ошо сәнғәт училищеһын тамамлаған (әле Ҡазанда Ғәлиәскәр Камал театрында эшләгән) Таңһылыу Ғәлиева өгөтләп ебәрҙе.
Әхтәм Абушахманов, Фәнәүи Минәжев, Салауат театрынан Рим Әминев, Гөлнур Йәнбирҙина, Стәрлетамаҡ театрынан Миңниса Йомағолова, Фларит Бакировтар менән бер курста уҡыныҡ. Ғабдулла Ғиләжев менән Кәшфи Ғәҙелшин курсы ине. Сәхнә телен Гөлли Мөбәрәкова өйрәтте.
М.Кәрим «Тоҡ эсендәге бесәй» («Ҡыҙ урлау» комедияһы буйынса). Уңғанбикә – В.Ҡалмантаева. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. 2012 йыл
– Ырымбурҙан сығып киткәс, Башҡортостанды нисек ҡабул иттегеҙ, тыуған яҡтар һағындыра инеме?
– Башҡортостанға килеүемде мин нисектер, ситкә сығып китеү тип һиҙмәнем, үҙемдең тыуған яғым итеп ҡабул иттем. Һағынып, ҡайтам тип илап йөрөгәнемде лә хәтерләмәйем. Ул замандарҙа поезд менән әллә күпме юлдар урай-урай, байрамдарҙа ғына ҡайта инек. Башта ун икешәр сәғәт Ырымбурға барабыҙ. Унан Ырымбур-Куйбышев поезына ултырабыҙ. Сорочинск станцияһында төшөп, унда эләгеп, бында һуғылып, ауылға ҡайтып етә торғайныҡ.
– Театр факультетын тамамлағас, ҡайҙа эшкә юлландығыҙ?
– Фларит Бакиров, Рим Әминев, Миңниса Йомағолова һәм мине – дүртебеҙҙе Салауат театрына эшкә ебәрҙеләр. Йыл ярым эшләгәс, тормошҡа сыҡтым һәм Сибай театрына күстек. Тормош иптәшем Альберт Мостафин. Ул ваҡытта үҙе рәссам, Салауат театрында артист та ине. Театрҙың режиссеры Фәтхелислам Ғәйнислам улы Ғәләүетдинов ағай саҡырып алды беҙҙе Сибайға. Кеше булараҡ та, режиссер булараҡ та шул тиклем һәйбәт кеше булды. Әйтергә кәрәк, Сибай театрында мин белгәндән алып, бер ҡасан да «простой» булманы. Роль артынан роль, хатта конвейер кеүек эшләй инек. Бер туҡтауһыҙ ауылдан ауылға гастролгә йөрөйбөҙ. Шул арала ике ҡыҙым тыуып үҫте. Әле балалар үҙҙәре ул осорҙо аптырап иҫтәренә алалар. Тик театр, сәхнә һәм тамашасы өсөн генә йәшәгәнбеҙ икән тим. Әгәр ҙә иптәшем иҫән булып, балалар ситкә уҡырға сығып китмәһәләр, моғайын, мин ғүмер буйы Сибайҙа йәшәгән булыр инем. Бер яҡтан, Сибайҙа йәшәүем дә ниңәлер ваҡытлыса ғына һымаҡ тойола торғайны. Бәлки, күңел һиҙгәндер.
Беҙ Сибайға килгәндә театрҙа йәштәр бик аҙ ине. Беҙҙән саҡ ҡына алдан килгән актриса Фәниә Сәйфуллина эшләй ине. Бер аҙҙан Кинйәбикә Исламғолова, Рәмилә Сәлимгәрәева, Вәкил Йосопов, Риф Сәйфуллин, Әсхәт Йәнбәков, Рәмзиә Ҡудашевалар килеп, театр коллективы йәштәр менән тулыланды. Башта беҙгә, өс ғаиләгә, өс бүлмәле фатир бирҙеләр. Дөйөм ятаҡ кеүек ине. Шул тиклем күңелле йәшәнек беҙ унда. Һуңынан берәм-берәм айырым фатир бирә башланылар. Шуныһы ҡыҙыҡ, айырым фатирҙа бер нисек тә өйрәнеп булмай. Дөйөм ятаҡҡа ҡайтҡы килеп тик тора. Шул тиклем дә коллектив тормошона өйрәнелгән, аш бешерһәң дә бергә ашайһың, сәй эсеүҙе әйтеп тораһы ла түгел. Ғөмүмән, ни эшләһәң дә бергә эшләйһең. Шулай бер ғаилә кеүек татыу, матур, күркәм, бер «колхоз» булып йәшәнек.
М.Фәйзи «Аҡ ҡалпаҡ». Йыһан – В.Ҡалмантаева. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. 1993 йыл
– Вәкилә Ғатаулловна, тормош-көнкүрештән айырылып, театрға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Һеҙгә, шәхсән ниндәй образдар оҡшай?
Мин, ғөмүмән, бер ҡасан да образдарҙы оҡшай йәки оҡшамай тип эшләмәйем. Ролде миңә ышанып тапшыралар икән, тимәк, мин уны яратырға һәм эшләргә тейешмен, тип уйлайым, сөнки мин ул профессияны үҙем теләп һайлағанмын. Шулай булғас, ул минең бурысым тип иҫәпләйем һәм ниндәй роль булыуына ҡарамаҫтан, айырып ҡына яратам йәки яратмайым тип әйткән кешеләрҙе, ғөмүмән, аңламайым.
– Шундай актерҙар бар, сәхнәлә уйнағанда, тамашасыларҙы күрмәйбеҙ, тиҙәр. Һеҙ нисек?
– Әлбиттә, тәғәйенләп кенә ҡарамаһаң да, тамашасылар күҙгә салынып ҡалалар. Сөнки мин бит тере кеше, машина түгелмен. Ғөмүмән, сәхнәлә уйнағанда бер нәмә лә күрмәйем, тигән кешеләргә лә ышанып етмәйем.
– Сәхнәлә ысынлап илайһығыҙмы? Әллә...
– Әгәр сәхнәлә ысынлап иламаһаң, көлмәһәң, кемгә ҡыҙыҡ була инде ул. Ысын илау – «сопереживание» һәм «идентично» – үҙең менән ул геройҙың бер булыуы мотлаҡ. Шуның өсөн дә һин ул геройҙың фәҡәт «үҙе» булырға тейешһең. Тимәк, ошо ситуацияны үҙең аша үткәрергә кәрәк.
М.Кәрим. «Беҙҙең өйҙөң йәме». Нәғимә – В.Ҡалмантаева. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. 2005 йыл
Үткән менән бөгөнгө араһында театрҙа, коллективта үҙгәрештәр бармы?
– Ни тиһәң дә барыбер кеше элек шул тиклем ихлас ине. Костюмерҙар, гримерҙар, башҡа цех хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең эшен ныҡ ярата ине. Ниндәй һөнәр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан, һәр кеше үҙенең эшенә ижади ҡарамай, тик башҡарыусы булып ҡына ҡала икән, әлбиттә, ул ваҡытта коллективта берҙәмлек булмай.
Ә тамашасының энергетикаһын тояһығыҙмы?
– Әлбиттә. Тамашасы – ул иң төп иғтибар. Әйтәйек, ҡайһы саҡта бик һүлпән генә башланып киткән спектакль, әгәр тамашасы уны аңлап, яратып, үҙ итеп ҡабул итһә, бер аҙҙан шундай бөйөк нәмәгә әүерелә. Әйтергә кәрәк, бына йырҙың, көйҙөң, һүҙҙең, ғөмүмән, бөтә нәмәнең дә энергетикаһын һин үҙең аша үткәрмәйһең икән, уның һис әһәмиәте булмаясаҡ. Әгәр актерҙарҙың тик берәүһе генә булһа ла сәхнәлә ошо ҡанун менән йәшәй икән, тамашасы ошоға буйһона.
Комедия – бик ауыр жанр. Уны уйнап та тамашасыны көлдөрә алмаған осраҡтарығыҙ бармы? Ғөмүмән, комедия жанрын нисек ҡабул итәһегеҙ?
– Мин комедияларҙа күп уйнаным, сөнки беҙ Сибай театрында эшләгәндә беҙгә жанр һайлау мөмкинлеге булманы. Бирәләр. Эшләйһең. Сығаһың. Уйнайһың. Шулай ҙа минең тормошомда комедияларҙа көлмәй ултырған тамашасы булманы, тип әйтә алам. Сөнки күп нәмә һинең партнерҙарыңдан да тора. Ә минең партнерҙарым, Аллаға шөкөр, һәйбәт булдылар.
Һеҙ Өфөнө ике тапҡыр «яулағанһығыҙ» тиҙәр, шул дөрөҫмө?
– 1992 йылда Өфөгә ТЮЗ-ға килдем. Бер йыл эшләгәс, ҡайттым да киттем. 1999 йыл яңынан Өфөгә килдем. Ул ваҡытта оло ҡыҙым сәнғәт институтын тамамлап, тормошҡа сыҡҡайны, ә бәләкәй ҡыҙым Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының бейеү бүлегендә уҡый ине. Ҡасандыр Сибай театрында эшләп киткән режиссер Олег Ҡасимович Сафиуллин мине «Нур» татар театрына эшкә саҡырҙы. Әлбиттә, татар театрында татарса уйнаным. Әйтергә кәрәк, мин татар телендә яҡшы һөйләшәм. Был минең үҙемдең генә фекерем түгел, гастроль барышында был турала Ҡазанда ла әйтеп үттеләр. Иптәшем татар милләтенән булғас, бер ҙә телгә ҡытлыҡ булманы. Ләкин иртән театрға эшкә килгәндә «Исәнмесез» тип иҫәнләшһәм, ҡайтҡанда «Һау булығыҙ» тип хушлаша инем. «Нур» театрында мин дүрт йылға яҡын эшләнем. Коллектив та, ролдәрем дә шул тиклем һәйбәт булды. Мин ул театрҙа эшләүемә шул тиклем ҡәнәғәтмен һәм рәхмәтлемен.
2002 йылдың авгусында тағы йәштәр театрына эшкә саҡырҙылар. Ул саҡта Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғолов йәштәр театрының художество етәксеһе ине. Миңә бер юлы труппа мөдире булып эшләргә лә тәҡдим итте. Йәштәр театрында минең беренсе ролем Флорид Бүләковтың «Половецкая мистерия»һынан Әсә роле булды. Һуңынан «Амазонкалар»ҙа бик ҡыҙыҡлы надзиратель образын ныҡ яратып эшләнем, ошо йәштәр театрында мин беренсе тапҡыр әкиәттә уйнаным.
– Тәжрибәле, өйрәнгән коллективты ҡалдырып йәштәр араһында эшләүе нисек?
– Дөйөм әйткәндә, мин уға иғтибар ҙа итмәйем, урынды алыштырыу менән сумма үҙгәрмәй. Әгәр ҙә кеше үҙе ҡыҙыҡһындырмаһа, урын алыштырыу менән генә нимәлер үҙгәрәлер тип әйтә алмайым. Шуғалырмы, мин ниндәй генә театрҙа эшләһәм дә һәр саҡ ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерҙем.
– Һеҙгә башҡорт киноларында ла уйнау бәхете тейҙе. Киноға төшөүе ауырмы?
– 2003 йыл йәштәр театрында эшләгән осорҙа Булат Йосопов «Башҡортостан» киностудияһына кастингка саҡырҙы. Суфия Ҡорбанғәлиева менән барҙыҡ. Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса ҡуйыласаҡ нәфис фильмға Оло инәй роленә һайлап алдылар. Ул саҡта кинола уйнау тураһында уйламаһам да, теләк бар ине. Шуны әйтер инем, һәр бер ижадтың: кино, бейеү, йыр сәнғәте – барыһының да үҙ нескәлектәре бар. Әйтергә кәрәк, кино төшөрөү процесы, ысынлап та, ябай һәм еңел түгел. Театрҙа ла, кинола ла коллектив хеҙмәт. Ләкин кинола йөҙ күҙҙән башҡа, уты, софиты, камераһы һине микроскоп аша үткәргәндәй тикшереп, ҡарап тора. Әйтәйек, һинең һәр бер ҡарашыңды, һәр бер һырыңды, мимикаңды ғына түгел, хатта һәр бер күҙәнәгеңде күҙәтәләр һәм һин кино төшөрөү майҙанында үҙеңде йәнәһе лә бер үҙең, яныңда бер кем дә юҡ икән тип тойорға тейешһең. Был, әлбиттә, психологик һәм эмоциональ яҡтан бик ҡатмарлы әйбер. Ә театрҙа айҙар буйына репетиция эшләйһең һәм унда рампа бар. Театр тамашасыһы һине кинолағы кеүек микроскоп аша ҡарамай. Театрҙа беҙ уйнайбыҙ ҙа сәхнә артына сығып китәбеҙ, ә кинола һин уйнаныңмы – уны һис ҡасан да үҙгәртеп, йә төҙәтеп булмай, нисек бар, шулай экранда тороп ҡала. Был бик яуаплы эш. Мин киноға төшә башланым да, ләкин һуңынан ҡурҡа төштөм. Башыма: «Ниңә генә риза булдым икән?» – тигән уйҙар ҙа килде. Аҙаҡ, фильм төшөрөлөп бөтөп экранға сыҡҡас, залда киноны ҡарап ултыраһың да: «Эх, күп нәмәне үҙгәртер инем», – тиһең. Ҡайһы саҡ, хатта асыу ҙа килә. Ошо эпизодҡа ниңә шулай еңел ҡарағанмын икән, тигән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үкенеүҙәр ҙә тыуа. Үҙеңде үҙең әрләгән саҡтар ҙа, һуң, шуны һәйбәт итеп уйнарға була ине бит, тип туҙҙырған саҡтар ҙа бар.
И.Вәлиев. «Мөхәббәт китабы тураһында хикәйәт». Заура – В.Ҡалмантаева. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. 2007 йыл
Бер саҡ Мәскәү кинематография институты белгестәре, профессорҙары килгәндә, башҡорт киноларын, сериалдарын ҡарағандан һуң: «Ҡайһы бер эпизодтарҙа шул тиклем театраль манералар өҫтөнлөк итә», тип әйткәйнеләр. Һеҙҙеңсә, театр менән кино актерҙары араһында айырма бармы? Бәлки, республикала Рәсәйҙәге кеүек кино актерҙарын да уҡытыу кәрәктер?
– Әлбиттә, кәрәк. Сөнки театр менән кино актерҙары араһында айырма ҙур. Театр актерҙары сәхнәнән нисек тә тамашасы иғтибарын йәлеп итеү өсөн үҙенең барлыҡ эмоцияһын ҡулланһа, кинола ул әйбер бөтөнләй ят һәм урынһыҙ. Шуның өсөн мин Булат Йосоповҡа рәхмәтлемен. Ул мине әллә нисә дубль аша киноға төшөү ысулына төшөндөрҙө. Һин һәйбәт уйнаған төҫлөһөң, ләкин экрандан ҡараһаң, һаман да шул «театраль манера» өҫтөнлөк итеүе күренә. Ысынын ғына, бер алдаҡһыҙ, шуны әйтә алам: «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» киноһында уйнауымдан ҡәнәғәтлек кисермәйем, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны төҙәтеп булмай. Һуң инде.
Һеҙ Булат Йосоповтың «Ун өсөнсө раунд» исемле нәфис фильмында ла төштөгөҙ. Унда бер аҙ үҙгәреш булдымы?
– Уныһында саҡ ҡына үҙгәреш булғандыр тип иҫәпләйем. Шулай ҙа ҡайһы бер эпизодтар менән бик үк килешеп етмәйем.
Ә киноға төшөү теләге һүнмәнеме?
– Юҡ. Киреһенсә, теләгем бар. Сөнки бында һин үҙ-үҙеңде төрлө яҡлап һынап ҡарайһың. Шуның өсөн кинола уйнауҙы тәҡдим итә ҡалһалар, мин ризамын.
Вәкилә Ҡалмантаева ниндәйерәк әсәй икән? Балаларығыҙға иркәләү татынымы, әллә күберәк шелтә эләктеме?
– Бала тәрбиәләгәндә бик уҫал булманым, тиһәм, ҡыҙҙар, беҙгә ҡарағанда ейәндәргә йомшағыраҡ ҡарайһың, тип тә әйтеп ҡуя. Әгәр ҙә беҙ шулай ҡыланған булһаҡмы, беҙҙең тештәр күптән усыбыҙҙа булыр ине, тиҙәр.
Һеҙҙең өсөн рух һәм милләт нимә? Бөгөнгө йәштәргә, ғөмүмән, кешеләргә ҡарашығыҙ?
– Заман башҡа, заң башҡа тиҙәр, ошо йәһәттән, Рауил Фәйзуллиндың һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп үтер инем: «Йәнеңдең ваҡлығын һылтама заманға, алдарға юлдары табылыр һаман да...» Йәштәрҙе аҙғын, юлдан яҙған тип әйтә алмайым, ләкин шул уҡ ваҡытта, беҙ үҙ балаларыбыҙҙың холҡон белә тороп, күп ваҡытта: «Юҡ, минең балам насар түгел», – тип яҡлашырға керешәбеҙ һәм яңылышабыҙ. Ундайҙарға мин балалар өйҙә бер, урамда икенсе төрлө, тип әйтер инем. Милләткә килгәндә, минең өсөн милләт айырмаһы юҡ. Ә бына рухҡа килгәндә инде, мин ҡайһы бер кешеләрҙә ялған рух, яһалмалыҡ күрәм. Рухлы кеше – ул бер ҡасан да: «Мин рухлы», – тип күкрәк ҡағып, һөрәнләп йөрөмәй. Мин ундайҙарға: «Һин рухлы булып, илең өсөн нимә эшләнең?» – тигән һорау бирәм. Әйтәйек, мин башҡортмон, тип йөрөү генә һинең рухлы икәнеңде иҫбатламай бит. Мин үҙем ҡулымдан килгәнсә ейәнсәрҙәремә ғөрөф-ғәҙәткә, телгә иғтибар итергә ярҙамлашам. Сөнки ул киләсәктә шуны үҙенең балаларына бирәсәк. Бына беҙ Ырымбурҙа ғүмер буйы урыҫтар араһында йәшәһәк тә башҡорт телен, ғөрөф-ғәҙәтен бер ҡасан да ташламаныҡ. Беҙҙең ауыл Туҡ-Соран буйында урынлашҡан, Әмир ағай Абдразаҡовтың күрше ауылы. Өсөнсө кластан өйҙән сығып киттек. Урыҫ ауылдарында уҡыныҡ. Ләкин бер ниндәй ҙә Галя, Валя булып йөрөмәнек. Мине бала саҡта кемдер Валя тип әйтергә теләгәйне, мин: «Я Вакиля, а не Валя!» – тип аныҡ ҡына урынына ултыртҡас, бүтән бер ваҡытта ла Валя тип өндәшмәнеләр. Интернатта уҡыныҡ. Бер ҡасан да башҡорт тип ситләткән кеше булманы. Ғөмүмән, беҙҙең Ырымбур өлкәһендә ниндәй генә милләт юҡ: урыҫ, ҡаҙаҡ, немец. Бөтө нәмә лә үҙеңдән тора. Үҙеңде нисек тотаһың, һиңә кеше лә шулай ҡарай.
Г.Ғиззәтуллина. «Һаумы, әсәй!» В.Ҡалмантаева. Моноспектакль. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. 2007 йыл
Ял ваҡыттарығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
– Мин ауылда ял итергә яратам. Баҡсала эшләйем. Үләндәр йыйыу менән мауығам. Мотоциклда йөрөйөм. Атта ла һыбай йөрөйөм әле. Өйҙә бешеренергә, бәйләргә, шиғыр уҡырға яратам. Ғөмүмән, мин бер үҙем өс көн буйы өйҙә тып-тын ултыра алам. Китап, шиғырҙар уҡыйым. Тик бер кем дә мине борсомаһын. Был оҙайлы гастролдәрҙән һуң ҡалған ғәҙәттер тим. Мин егерме алты йыл Сибай театрында эшләнем. 1 сентябрь балалар уҡырға килә. Өсөнсө сентябрь гастролгә сығып китәбеҙ ҙә, октябрҙең егерме бишендә генә ҡайтабыҙ, етенсе ноябргә тиклем өйҙә булабыҙ. Ғинуарҙа – бер ай ситтә, 23 февраль, 8 март, өйҙә торабыҙ ҙа, тағы сығып китәбеҙ. Майҙың өс көнө өйҙә, шунан июлдең аҙағына тиклем тағы гастроль. Ҡунаҡхана юҡ. Кешелә йәшәү шул тиклем арыта, ялҡыта. Шуға күрә лә мин яңғыҙ бүре кеүек бер үҙем өйҙә ултырырға яратамдыр. Гастролдә булмағанда ла театрҙан ҡайтмайһың. Иртәнге ундан төнгө ун бергә тиклем театрҙа. Ә күпме йәмәғәт эштәре... Ҡайҙа барһаң да кеше. Репетиция – кеше, тамашасы – кеше, гастролдә, фатирҙа – кеше. Тыныслыҡ етмәй. Шуғалыр ҙа элек гастролдән ҡайтһам, аҙна буйы өйҙән сыҡмай ултыра инем.
Тормош тигән оло төшөнсәне нисегерәк ҡабул итәһегеҙ?
– Был тормошта бер нәмә лә тик торғандан булмай. Нимәбеҙҙер бар, ә нимәбеҙҙер юҡ – быларҙың барыһының да үҙ сәбәбелер тип уйлайым. Бар нәмәне лә Аллаһы Тәғәлә һынау итеп бирәлер, тигән инаныу менән йәшәйем. Уйланам, ләкин барыһын да булдыра алмаһам да, кеше тормошона ҡыҫылмаҫҡа, ҡағылмаҫҡа тырышам, хатта ошо хаҡта үтенеп-үтенеп һораһалар ҙа, сөнки бөтә нәмәгә лә яуаплы ҡарарға кәрәк. Ғөмүмән алып әйткәндә, мин тормошомда яҡындарымдан ҡәнәғәтмен. Ирем иҫ киткес һәйбәт кеше ине. Балаларым, туғандарым өсөн һәр саҡта ла йылы, яҡшы мөнәсәбәттә булды. Аллаға шөкөр, бөгөн дә ауылға, туғандарым янына ҡайтып, йәйен-ҡышын күрешеп, бер-беребеҙгә ярҙам итеп торабыҙ. Гонаһһыҙ кеше булмағандай, тормоштоң да төрлө сетерекле мәлдәре килеп тыуа. Ләкин һис ҡасан да юғалып ҡалырға ярамай. Мөмкин тиклем бер-береңә ярҙам итеп йәшәргә кәрәк тип уйлайым.
Әгәр был донъяға яңынан тыуһағыҙ, нисегерәк йәшәр инегеҙ? Тормошоғоҙҙо үҙгәртер инегеҙме?
– Ғөмүмән, был донъяға яңынан тыуһам, мин тормошомдо үҙгәртмәҫ инем, тигән кешеләргә ышанмайым һәм үҙемдең күҙлектән сығып, мин уны алдашыу тип иҫәпләйем. Сөнки, мин үҙем әлеге тәжрибәм менән яңынан донъяға тыуһам, әлбиттә, күп нәмәне үҙгәртер инем. Шулай ҙа иң мөһиме, атай-әсәйемде, туғандарымды, балаларым менән ейәндәремде үҙгәртмәҫ инем. Тик үҙемә ҡағылған әйберҙәрҙе, һис шикһеҙ, үҙгәртер инем.
Теләктәр, хыялдар һәм киләсәккә пландарығыҙ?
– Аллаға шөкөр, иҫән-һаумын, әле театрҙа эшләп йөрөйөм. М.Кәримдең «Ҡыҙ урлау» спектаклендә Уңғанбикә һәм Сабира ролдәрендә уйнайым. Уны Мәскәү режиссеры Илдар Ғиләжев сәхнәләштерҙе. Заманса спектакль. Әйтергә кәрәк, коллектив ойошҡан, һәйбәт. Йәштәр янында тағы ла тырышып, дәртләнеберәк эшләйһең, сөнки улар һиңә этәргес көс бирә, стимул өҫтәй. Иң мөһиме сәләмәтлек булһын. Тормош бит ул төрлө факторҙарҙан һәм беҙҙе уратып алған мөхиттән тора. Шуға күрә, Хоҙай Тәғәлә яҙһа, театрҙа ла эшләрбеҙ, сәхнәлә лә уйнарбыҙ, киноға ла төшөрбөҙ әле тим. Шөкөр, балаларымдың тормоштары насар түгел. Барыһы ла үҙ яйы менән, үҙ сираты менән баралыр моғайын. Әле хыялыбыҙҙа балаларым менән ҡаланан ситтә өй алып йәшәү өмөтө. Алла бойорһа, уныһы ла тормошҡа ашыр тим. Шуныһы бигерәк ҡыуаныслы, ҡайҙа ла үҙ итеп, яҡын күреп, ярҙам итеп торған кешеләрем бар. Шуға ла мин Аллаһының барлығына инанып, мине белгән барлыҡ яҡын кешеләремә лә сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар юрап, матур һәм изге теләктәр генә теләп йәшәйем.
Мәрйәм ЗАКИРЙӘНОВА әңгәмәләште
Читайте нас: