«Бар, ниңә булмаһын? Мәҫәлән, берәй эш ҡушһалар, кешегә кире яуап бирә белмәйем, үҙемә өҫтәмә мәшәҡәт алам да ҡуям», – тине. Уныһы шулай. Беҙҙең халыҡта шәп бер мәҡәл дә бар бит: йөкмәгәнгә йөкмәтәләр.
Шулай бер ваҡыт Рәсәйгә аҙыҡ-түлек санкцияһы иғлан иткән илдәргә яуап итеп, ситтән килтерелгән йәшелсә-емешһеҙ ҙә, үҙ еребеҙҙә үҫтерелгән ризыҡтар менән үҙебеҙҙе аҫрай алабыҙ тигән фекерҙе иҫбатларға тейешле «Бай баҡса»ны эшләүҙе Рәйсәгә ҡуштылар. Арҙаҡлы шәхестәр тураһында зыялы, фәлсәфәүи тапшырыуҙар төшөрөп йөрөгән кеше, әлбиттә, был үҙе өсөн сит теманан ҡыҙыҡ тапмаҫ кеүек тойолдо. Үҙенән шул турала һорағас, ул: «Ә мин ҡыҙыҡ булмаған нәмәнең дә үҙемә ҡыҙыҡлы һәм мәғәнәле булған бер яғын табып ала беләм ул. Был юлы ла шулай итермен әле», – тине бошонмай ғына. Һәм, ысынлап та, шулай булып сыҡты: Рәйсә баҡсасылар өсөн тапшырыуҙы ғәҙәти булмаған шаян форматта әҙерләй башланы. Уға был эштә үҙе эҙләп тапҡан алып барыусылары – хаҡлы ялдағы шағир-журналистар Нияз Мәһәҙиев менән Зөһрә Ҡотлогилдина булышлыҡ итте. Уларҙан һуң тапшырыуҙы шаярыулы диалог аша Рәйсә үҙе башҡарған Гөлбикә менән Албикә образдары дауам итте. Баҡсалағы мәшәҡәтле, еңел булмаған хеҙмәт тураһында шундай күңелле, әммә файҙалы программа килде лә сыҡты һәм бына нисә йыл ул эфирҙан төшмәй. Башҡортостандың баҡса һөйөүселәрен бер ҡорға йыйған, уларҙың үҙ-ара кәңәш-төңәш иткән, баҡса серҙәрен бүлешкән урыны булған, тамашасыларҙың яратҡан тапшырыуы булып килә «Бай баҡса». Рәйсә унда әленән-әле ҡыҙыҡлы конкурстар ойоштора, үҙе бағыусылар табып, теплица, беседка кеүек әһәмиәтле бүләктәр уйната, «Бәйләнештә» селтәрендә тапшырыуҙың төркөмөн дә йәнле итеп алып бара.