+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ә ниңә ҡыҙ исеме ҡушҡандар?!

Башҡорт эстрадаһында ут сатҡыһы кеүек сағыу, ҡыйыу, ташып торған энергиялы бейеүсе, йырсы Алтынай Вәлитов: Яратам мин ошо һорауға яуап бирергә)):

“Исемемде ата­әсәйем бергә уйлап ҡушҡан. Алтын менән бәйле исем ҡушҡылары килгән. Бөтөн яҡлап та алтын кеүек булһын, тип. Ғөмүмән, башҡорт ир­ат исемдәре тартынҡы хәрефкә бөтә бит инде. Мәҫәлән: Батыр, Юлай, Илнур, Салауат… Шуға Алтынайҙы ла ир­егет исеме, тип уйлағандар. Сөнки мин тыуған ваҡытта был исем бик таралмаған булған. Һуңынан, 1997 йылдарҙамы икән, БСТ каналындағы “Сәңгелдәк”тә Алтынай Ибраһимова тигән ҡыҙыҡайҙы күрһәтә башланылар. Шунан Башҡортостанда Алтынай исемле ҡыҙҙар күбәйеп китмәһенме!
Әйткәндәй, мин Төркиәлә 8 ай йәшәнем, эшләнем. Уларҙа Алтынай – ир ат исеме иҫәпләнә. Эй, ҡыуандым инде, әлдә был тик ҡатын­ҡыҙ исеме түгел икән, тип. Ә бына ҡаҙаҡтарҙа, беҙҙәге кеүек, Алтынай – ҡыҙҙар исеме. Улайға ҡалһа, уларҙа Айнур, Айназ һәм башҡа күп исемдәр – ҡыҙҙар исеме бит инде. Ә беҙҙә улар егеттәрҙеке һанала. Бына шулай. Буталып бөткән инде.
Ғаиләбеҙҙә тағы һирәк осрай торған исемдәр бар: ҡустым – Аҡъегет, һеңлем – Аҡйондоҙ, атайым – Үлмәҫбай, әсәйем – Фәйләрә”.
Читайте нас: