Борон заманда
Бөрйән башҡорттары араһында ҡурайсы, йырсы, сәсән һүҙле егет йәшәгән. Егеттең туры толпар аты булған. Атаһы уға
Үҫәргән ырыуынан кәләш әйттергән. Егет бер көндө туры толпарына атланған да ҡайны йортона кәләш кейәүләргә барған. Толпарын кеше күрмәй торған ергә ебәргән. Көн һайын үҙе уның янына барып, ҡарап-күреп йөрөгән. Толпар ҡанаттарын ҡояшҡа йәйеп йоҡлар булған.