Юҡҡа ғына продюссер факультетында уҡыманым инде, унда директор, етәксе булырға өйрәтәләр. Егерменән ашыу проектым бар бөгөнгө көндә. “Байегет” тип аталған йыр студияһы. Яҡшы балта оҫтаһы булыр инем, моғайын. Ағас эшен яратам. Бәлки насар булмаған тракторсы ла сығыр ине, заманында был һөнәр буйынса ла эшләп алырға тура килде. Шәхси предприятие асып, ағас менән дә шөғөлләнеп алдым. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Шулай ҙа сәнғәтһеҙ йәшәй алмаҫ инем.
Ошоға бәйле бер миҫал. Төркиәлә ун көн буйы диңгеҙ буйында ял иттек: ашайһың, эсәһең, ҡыҙынаһың. Биш-алты көндән эс ауырта башланы, температура күтәрелде. Саҡ түҙеп, һигеҙ көн үткәс, ҡайтып киттек. Самолеттан килеп төшкәйнек, шундай рәхәт! Ожмах ҡайҙа ул тиһәләр, ул минең тыуған төйәгем тиер инем. Шуның кеүек, ниндәй генә һөнәр һайлаһам да, минең өсөн ожмах – ул сәнғәт. Сөнки мин унда һыуҙағы балыҡтай йөҙәм. Ун биш йыл эсендә ниндәйҙер тәжрибә туплағандан да түгел, сөнки ул минеке, ул минең ҡанымда, Хоҙай Тәғәләнән бирелгән. Аллаһы бойорһа, шөкөр итеп кенә йәшәп, ошо юлдан яҙҙырмаһын ине тигән теләктәмен. Хатта етәксе вазифаһын тәҡдим итһәләр ҙә, баш тартам".