+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт ЮЛДАШЕВ:

"Әзербайжан халҡының дудук (балабан) тигән музыка ҡоралы хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр. Әрмәндәр ҙә уны үҙенеке тип иҫәпләй. Әммә репертуарҙарына ҡолаҡ һалһаң, әзербайжандарҙың традицион көйҙәрен уйнайҙар. Ә боронғо әрмән көйҙәрен дудукка һалыу мөмкин дә түгел. Уның ҡарауы әзербайжандарҙың төпкөлгә киткән боронғо көйҙәре, музыка ҡоралын өйрәнеү мәктәптәре, башҡарыу ғөрөф-ғәҙәттәре һаҡланған. Был осраҡта дудукты әрмән халҡыныҡы тип иҫәпләү хаҡмы һуң?

Юҡ, әлбиттә. Шуның ише, ҡурайҙы ла үҙләштерергә маташыусылар табыла. Әммә башҡа халыҡтарға уның башҡортҡа ғына хас булған башҡарыу маһирлығы бирелмәгән, традициялары ла мәғлүм түгел. Башҡорт ҡурайының тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Быны беҙҙең сал мифология ла, рәсми мәғлүмәттәр ҙә дәлилләй. Шулай булғас, ҡурай татарҙыҡы, төркмәндеке, йәиһә ҡараҡалпаҡтыҡы була алмай. Төрки халыҡтар араһында бер-береһенә оҡшаш музыка ҡоралдарының барлығы уларға ҡурайға ымһыныу хоҡуғын бирмәй. Үҙемә ҡалһа, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һәр саҡ меңәр йыллыҡ тарихы булған ҡурайҙың башҡорттоң милли ҡоралы икәнлегенә баҫым яһайым".
Читайте нас: