-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

БАШҠОРТОСТАН ТЕАТРҘАРЫ - БЕҘҘӘ ҠУНАҠТА

Өфөлә 18 марттан 25-нә тиклем театр декадаһы үтә. Баш ҡала тамашасылары Башҡортостан театрҙарының үткән миҙгелдәге тамашаларын һәм премьераларын ҡарай аласаҡ. Был спектаклдәр “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” программаһы сиктәрендә “Театр – балаларға” һәм “Бәләкәй ҡалалар театры” проекты буйынса ҡуйылған. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрының бәләкәй сәхнәһендә Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ театрҙарының өс спектакле күрһәтеләсәк.

21 март 18:00 сәғәттә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры Я.Пулиновичтың “Һағыштарым тулы ғазаптарым…” спектаклен тәҡдим итә:
“Һағыштарым тулы ғазаптарым…” – ул Эльза исемле тол ҡатындың, әсәнең, өләсәйҙең, ҡартәсәйҙең тарихы. Германиянан Рәсәйгә һөрөлгән, ата-әсәһенең ғаиләһенә төшкән оло һынауҙарҙан һуң, Эльза яратмаған кешеһе менән ҡорған тормошона ла, меҫкен һоро йәшәйешенә лә буйһона. 76 йәшендә тол ҡалғас, артабанғы тормошҡа инде өмөтө өҙөлгән дә кеүек. Әммә көтмәгәндә яҙмыш уға бүләк әҙерләй – ысын мөхәббәт килтерә!
Ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, С.Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Олег Ханов.
Композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты У.М.Иҙелбаев.
Ҡуйыусы рәссам – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р.А.Сафин.
Хореограф – З.Усманова.
Төп ролдәрҙә: Ә.Йосопова һәм Р.Сәйфуллин. Ролдәрҙә: З.Баязитова, Н.Әбдрәшитова, А.Хәкимова, Ә.Ғәлләмова; Р.Сафиуллина, А.Зәйнуллина, Г.Мәҡсүтова, В.Ғилманов.
23 март, 19:00 сәғ. – Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының “Хушығыҙ, хыялдарым” (Ә.Атнабаев) спектакле:
Төп герой Айсар, яратҡан ҡатынын ерләгәс, оло ҡайғыһын баҫа алмай, араҡы менән дуҫлаша. Күберәк эскән һайын күңел төшөнкөлөгөнә, эскелек һаҙлығына бата бара. Ул тағы ҙурыраҡ бәләләргә килтерә. Тик Гөлнәрисә исемле ҡыҙҙың Айсарға булған эскерһеҙ мөхәббәте генә киләсәк бәхеткә өмөт сатҡылары уята…
Спектакль авторҙары төп геройҙың тышҡы драмаһына мөрәжәғәт итеп, ошо социаль күренештең тамырҙары, әхлаҡһыҙлыҡтың тәрән сәбәптәре хаҡында уйланырға саҡыра.
Ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин.
Композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре И.Яхин.
Ҡуйыусы рәссам – Л.Сөләймәнова.
Яҡтылыҡ рәссамы – Л.Ғәрифуллина.
Ролдәрҙә: И.Атйетәров, Ҡ.Аҡбаева, Ә.Зарипова, Р.Сынбулатов, И.Әкимбәтов, Ф.Рәхимова, С.Солтангәрәева, И.Рәхимов, Р.Әмәкәсова, Ф.Ғөбәйҙуллина, Р.Ғималов, Г.Йәрмиева, Г.Ибраһимова, М.Зөбәйеров, Л.Кәримова, З.Хәлилова, Н.Сәлимгәрәева, Ф.Ҡарасурин.
24 март 19:00 сәғ. – Салауат башҡорт драма театры З.Бураҡаеваның “Ғүмерҙең бер мәле” (Н.Мусиндың “Ике ир һәм бер ҡатын” повесы буйынса) спектаклен күрһәтә:
…Ике төп геройҙың тормошҡа ҡарашы ҡапма-ҡаршы, улар төрлө тормош принциптарына һәм әхлаҡи йүнәлешкә таяна. Райман Ҡолсурин юғары маҡсат өсөн йәшәй, булмышын ҡул менән йыһаз эшләүҙә табып, үҙенең хыялын тормошҡа ашыра. Ижадына бар күңелен һалып, ғәҙәти булмаған уй-ниәттәрен бойомға ашыра һәм танылған оҫта булып китә. Икенсе ир Антил Байкалов — бөтөнләй ҡапма-ҡаршы образ. Уға үҙенең дәрәжәһенән һәм матди байлыҡтан да мөһимерәк нәмә юҡ. Спектаклдең өсөнсө геройы — Сөмбөл. Ике ирҙе уға ҡарата булған хис-тойғолар берләштерә. Уларҙың барыһын да ниндәй яҙмыш көтә һуң?
Ҡуйыусы режиссер – Лиана Ниғмәтуллина.
Ҡуйыусы рәссам – Л.Хисмәтуллина.
Композитор – И.Вәдүтов.
Хореограф – О.Даукаева.
Яҡтылыҡ рәссамы – Е.Лисицын.
Вокал буйынса педагог А.Ғайсина.
Ролдәрҙе: Н.Иҫәнбаева, Н. Яҡупова, Г.Сафиуллина, Н. һәм М.Йомағужиндар, Р.Дәүләтбаев, Ә.Үтәбаев, Р.Мусин, Р.Ғәлиуллин, Г.Ибәтуллина, Э. Мусина, А.Синағолов башҡара.
Читайте нас: