-3 °С
Ҡар
Башҡортса | Урыҫса | Инглизсә |
---|---|---|
Арғужа ла буйы, ай, һары тал, Юнып ҡына алған уҡ кеүек. Уйлаған да уйҙар, ай, юҡ кеүек, Эскенәйем яна ут кеүек. Арғужа ла буйлап йөрөгәнемдә, Ятып ҡалды ҡайыш дилбегәм. Дилбегәм дә өсөн ҡайғырмайым - Ятып ҡалды тыуған илгенәм. Арғужа ла буйлап йөрөгәнемдә Исемемде яҙҙым ташына. Ағай ҙа эне һүҙен тыңламайса, Еттем, буғай, ғәзиз башыма. | Вдоль Аргужи, ай, жёлтый тальник, Выструганным стрелам подобен. Обдумываемых мыслей, ай, нет вроде бы, Душа моя горит огню подобно. Вдоль Аргужи когда ходил я, Лежать остались мои ременные вожжи. Из-за вожжей моих я не горюю - Лежать осталась родная моя страна. Вдоль Аргужи когда ходил я, Имя мое написал я на камне. Старших и младших (родственников) слов не послушав, Погубил я, кажется, свою дорогую голову | Along Arguzhi, ah, yellow willow, Planed arrows similar. Ponders the thought, ah, do not like, My soul burns like fire. Arguzhi along when I went, Lie left my belt reins. Due to the reins of my I do not grieve - Lie left my dear country. Arguzhi along when I went, I wrote my name in stone. Senior and junior (relatives) words are not listened to, I ruined it seems his dear head |