-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Йәмилә үҙенең бейеүен «Бәхет ҡошо Һомай» тип атай.

Нимә ул бәхет ҡошо?

Ғәҙәттә, ундай бейеүсене йөҙө менән бейей, тиҙәр. Йәмилә Бикбаева сәхнәгә сыҡһа, тәү сиратта күҙ алдына сибәр башҡорт ҡыҙы баҫа, унан һуң ул тыуҙырған образдар аша беҙ халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәтенең ни тиклем бөйөк, ни тиклем тәрән, тарихи булыуын аңлайбыҙ.
Йәмилә үҙенең бейеүен «Бәхет ҡошо Һомай» тип атай. Нимә ул бәхет ҡошо?
– Һомай булған ерҙә бәхет, мөхәббәт, йомартлыҡ бар. Уның булыуынан бөтә тереклек уяна, йәнлелек барлыҡҡа килә, барыһын да шатлыҡ тойғоһо солғап ала. «Урал батыр» эпосының иң сағыу ерҙәрен алырға тырыштым. Ул хореографияға тура килергә тейеш. Бейеүҙең уртаһында Йәнбирҙе ҡарт Һомайға ата. Бейеүҙә яралы ҡош образы барыһын да уның менән бергә ҡайғырырға мәжбүр итә. Шулай уҡ йәрәхәтләнгән ҡоштоң хис-тойғолары, уйҙары аңлашыла кеүек: беренсенән, уның ҡанаттары имгәнгән, икенсенән, ул башҡаса тирә-яҡҡа нур, яҡтылыҡ һибә алмаясаҡ. Шулай уҡ бейеүҙә Йәншишмә образы бар. Йәншишмәнең бер тамсыһы ла яраны төҙәтә, кешегә үлемһеҙлек бирә торған көскә эйә. Һомай йәншишмәгә килә һәм үҙенең ҡанаттарын шул шифалы һыуҙа йыуа. Эй, Алланың ҡөҙрәте! Мөғжизә бар ул донъяла! Һомайҙың яраланған ҡанатына ошо шифа килешә. Ул яңынан балҡып, терелеп китә, тағы ла яҡтыраҡ нур һибә башлай. Шунда мин сәхнәгә ысын нурҙар һибә торған сара уйлап таптым. Һомай образын сағылдырған бейеүсе, ысынлап та, сәхнәлә балҡып торҙо.
Гөлнур ИШБУЛАТОВА.
Мәҡәләне тулы килеш журналдың 5-се һанында уҡый алаһығыҙ.
Дуҫтар, “Тамаша”ға яҙылырға ла онотмағыҙ. “Тамаша” яңыса, сағыу, йөкмәткеле сыға хәҙер.
Читайте нас в