Ихлас ҡуйған концерттарыбыҙҙы халыҡ та алҡышлап, рәхәтләнеп ҡарай. Шунан килгән аҡсаға кейенә торғайныҡ – Мәскәүҙән барып джинс салбар, костюмдар алып ҡайта
инек.
Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта, тип, ат санаһына тейәлеп, гармун тартып, ҡурай уйнап, ябай ауыл халҡын хайран итеп, йөрөп ҡайтҡы килә.
Тиле йәшлеккә сәйәхәт яһап...
Улар әле һаман романтиктар!
Һандуғастай моңло тауыштары, һоҡланғыс ижад емештәре менән йыр-моң яратыусы бер кемде лә битараф ҡалдыра алмаҫ сәхнә йондоҙҙары – һабаҡташтар бөгөн сағыу, матур йондоҙлоҡ кеүек бер сәхнәгә йыйылды. «Тамаша» журналы редакцияһы уларҙың күңел байрамынан мең төрлө нурға, моңға ҡойондо. Был матур осрашыуға сәбәп – 35 йыл элек, йәшлек дәрте менән ихлас концерт ҡуйып йөрөгән арала «Зорький» фотосалонына йүгереп кенә инеп төшкән иҫтәлекле фотография. Улар әле шундай йәш: Өфө сәнғәт училищеһының ыуыҙҙай ғына студенттары – Мәләүез егеттәре Харис һәм Юлай, Миәкәнән Венер, Ҡырмыҫҡалынан Йәмил, Учалы ҡыҙы Хима һәм Бөрйән ҡыҙы
Резеда. (Журналдың 1-се һанында уҡығыҙ тулы килеш).