-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Билдәле йырсы Харис Шәрипов иҫтәлектәренән:

Тәүге тапҡыр ауылдан ҡалаға килеп, студент булырға тырышып йөрөйбөҙ. Дөйөм ятаҡ тормошо менән таныш түгелбеҙ, беҙҙең өсөн бөтә нәмә ят. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, бергә-бергә уҡырыбыҙҙы белеп, инде ҡыуанышып йөрөгән саҡ. Беҙ аҫтағы ҡатта, ҡыҙҙар өҫтәрәк. Бер заман, ҡала бәҙрәфе ҡоролмаларының эшләү тәртибен йүнләп белмәгән Хима, уның бауын өҙә тартҡан да, бөтә донъяны һыу баҫа башланы.

Ул ҡурҡышынан беҙгә йүгереп төшкән. Күмәкләшеп ҡороторға, гөрләп аҡҡан һыуҙы туҡтатырға маташабыҙ. Дөйөм ятаҡ коменданты менеп ҡысҡырып әрләшә башлағас, Хима, документтарымды алып ҡайтам да китәм, тип көйәләнергә тотондо. Бергәләшеп, боҙолған эште йүнәтеп, Химаны тынысландырып, йырлай-йырлай Салауат Юлаев һәйкәле эргәһенә «пятачок»ка сығып киттек. Эй, моңһоҙ ҙа, моңһоу ҙа йәш саҡтар!
Миләүшә Ҡыҙрасова.
Читайте нас: