Афиша яҙып өлгөрмәгән саҡтарҙа машинаның башына «Гармония» колонкаһын һалып алабыҙ, динамик ҡуйып, ауылға ингәс ҡысҡыртып халыҡты йыя инек. Йыр-моңға һыуһаған халыҡ «һә» тигәнсә йыйылыр ине. Күп ваҡыт бергә уҡыған талантлы йәш дуҫтар – Харис Шәрипов, Венер Камалов, Йәмил Әбделмәнов, Хима Йәнбирҙина, Резеда Әминева бергәләп концерт ойоштора инек. Улар йырлай, бейей, мин баянда, ҡурайҙа уйнайым. Харис оҫта итеп концертты алып бара, төрлө ҡыҙыҡтар һөйләп халыҡты көлдөрә. Рәсүл Ҡарабулатов та беҙҙең менән сығып, ҡурайҙа уйнаны. Хима матур йырлауҙан тыш, оҫта бейей торғайны.