Бейек-бейек тауҙар, шыр урмандар, нурлы аҡландар араһына кемдәндер йәшенгән булып, бәләкәй генә ауылға терәлеп торған тауҙың йылы ҡуйынында, соҡор-саҡыр, бормалы юлдың ситенә оялсан ғына һыйынып, белмәгәнен дә белеп, гәлсәрҙәренйымылдатып, сәскәләр, бал ҡорттары менән тулы аҡлан аша ашыҡмай ғына алыҫтағы урманға ҡасырға ғына тороусы бер йән эйәһе тырышып-тырмашып йәшәп ятҡан була. Уның уртаһында кемдер арыу-талыу белмәй бик кәрәкле эш менән мәшғүл – йондоҙҙар һәм галактикаларҙы зыр әйләндереп, үҙенең беҙгә әллә ҡасандан бирле таныш, яғымлы һәм саф күңеле менән бик яҡын икәнен йәшермәй, сәскә атыусы йәшлек йылыһы менән кешелектең иң боронғо балаларын бәхетле иткән, ерҙең төпкөлөнән сүп-сарҙан айырып, кәрәкле мәлдә беҙҙең менән бергә булырға теләккә ишара яһап, нәзәкәтле ер һөтөн йырлап-бейеп йомшаҡ һауыттарға тултыра, һайрар ҡоштарҙың ҡабатланмаҫ моңдарын шаңдау итеп күңелдең иң түренә ултыртып шыр тиле йөрәк тибешен тынысландырып ҡылана…
Донъя яралғандан бирле беҙҙең менән бергә булған был йән эйәһенең йөрәк тибешенә ҡушылып яңынан тыуырға, күңел ашҡыныуы туйғансы йомшаҡ йәнен ҡосорға, иркәләргә, йыуатырға, йыуынырға-таҙарынырға, матур донъяға һоҡланырға, һау-сәләмәт булырға, атай-әсәй һөйөүендә йөҙөргә, олатай-өләсәйҙәрҙең йомшаҡ ҡулдарын арҡа менән тойорға, сумырға, йөҙөргә, уның гәлсәр тамсыларын сәсрәтеп ярышырға, ярһыу ҡатыш ашҡыныу теләктәрен тормошҡа ашырырға теләк тыуа…
Уның эргәһенән борондан кемдер һуғышҡа, кемдер ялға, кемдер туйға, кемдер һуңғы юлға табан бара. Йәш еңгәйҙәр, гәлсәр тулы ауыр биҙрәләрен тирбәтеп, нәҙекәй билдәрен уйнатып, яңы йортҡа сафлыҡ илтәләр. Бер кеше лә уның янынан вайымһыҙ ғына үтеп китә алмай. Кемдер йырлап, кемдер гәлсәр йәштәренә түҙә алмай уйланып, кемдер бейей-бейей уның эргәһенә килеп бер аҙ һүҙһеҙ ҡатып ҡала, күңелендәге бушлыҡ тәүге аҙымдар, йомшаҡ ҡулдар, әйтелмәгән ышаныстар менән тула. Иртәнге һалҡын ысыҡ тәнде зымбырҙатһа ла, юйылмаҫ хәтер йөрәк тибешенең түренән ышаныс йылылығын уртлап, яғымлы буран итеп бөркә лә, бер мәлгә генә өшөгән ағзаларға ғәйрәт көсө бирә, керпектәрҙе уята, тик уның артына йәшенгән нурҙар шунда уҡ түҙемһеҙ һалҡыная һәм олоғайған бәпес, башын эйеп, яй ғына яҙмышы көткән тарафҡа йүнәлә. Бында оло инәйҙәрҙең, оло атайҙарҙың йәшлек эҙҙәре – оялсан күҙҙәр бер-береһе менән осрашып йөрәктәрҙе шәберәк тибергә мәжбүр иткән мәлдәре иҫтәренә төшә.
Был изге урын элек-электән хушлашыу йә осрашыуҙарҙың сиге – ҡасандыр йәш кенә олатайҙар, күңелдәрен сафлыҡ менән тултырып, яңы ғына тыуған бәләкәстәренә һуңғы ҡараштарын мөлдөрәтеп, тыуған һуҡмаҡтарына рәхмәт уҡып, илде һаҡларға тип ҡара юлға сыҡҡандыр, бик күп ваҡыт үткәс, ҡартайып өлгөргән йәш ҡатындары, ҙурайып өлгөргән ят малайҙарын етәкләп, офоҡто байҡап, гәлсәр йәштәрен түгә- түгә, атайҙары аяҡһыҙ-ҡулһыҙ булһа ла, уларҙың өшөгән йөрәктәренә йән өрөргә тип изгелектән ризалыҡ алып шаҡ ҡатып торғандыр.
Беҙ, бер көтөү малайҙар, мәктәпте тамамлағас, яланаяҡ үҫкән һуҡмаҡтар аша оло юлға бергәләп сығырға һөйләшеп ҡуйҙыҡ инде – мәңгелек дуҫыбыҙ тулҡынланып, гәлсәр йырын моңһоулатып, оҙатып ҡуйыр.