+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
21 Февраль 2021, 15:00

“Урал батыр”ҙы Израилдә уҡыйҙар

Китап иврит теле нормаларына тура килеүе тураһында махсус сертификат та алған:

1992 йылдан Иерусалимдә йәшәгән, сығышы менән Нуриман районынан булған Рауил Садиҡов “Урал батыр” эпосын иврит теленә тәржемә итеп сығарған ине. “Тәржемәне дүрт йыл дауамында эшләнем, оригиналдан бик ситләшмәҫкә тырыштым, – ти Рауил Садиҡов. – Китап иврит теле нормаларына тура килеүе тураһында махсус сертификат та алды. Әле мин башҡорт халыҡ әкиәттәрен тәржемәләү менән шөғөлләнәм”. Был илдә башҡорттарҙы бик белмәйҙәр икән. Хәҙер беҙҙең яҡташыбыҙҙың тырышлығы менән йәһүдтәр ҙә данлыҡлы эпосты тыуҙырған халыҡ менән таныша.
Читайте нас: