-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
20 Февраль 2021, 16:00

Наил Ғәйетбай

Был тарихты миңә йылдар үткәс, Сибайҙа инде билдәле шәхестәргә әйләнгән Земфира менән Нурия үҙҙәре көлә-көлә һөйләгәйне.

Реплика

Бынан ҡырҡ йыл элек Сибайҙа халыҡ театры бар ине. Унда Земфира Ғәлимова менән Нурия Һөйәрғолова исемле ике бик яҡын әхирәт уйнап йөрөй. Бер спектаклдә Земфираның уғата отошло монологы була. Уны тыңлаған саҡта тамашасы илай икән. Әммә был монолог алдынан Нурияның репликаһы бар. Шунһыҙ монологты һис тә
һөйләп алып китеп булмай.
Бер мәл был ике әхирәт һүҙгә килешә. Ә кис – спектакль. Нурия әхирәтенән үс алырға була. Сәхнәгә сығалар. Теге монолог әйтер мәл килеп етә. Хәҙер Нурия репликаһын
әйтергә тейеш, шунан Земфира монологын һөйләй башлаясаҡ. Әммә Нурия өндәшмәй.
Земфира ипләп кенә, тамашасы ишетмәҫлек итеп кенә, Нурияға шыбырлай: «Реплика бир!» Нурия әхирәтенә уҫал итеп ҡарай ҙа: «Бына һиңә реплика!» – ти. Етмәһә,
кукиш күрһәтә һәм шарт-шорт баҫып сәхнәнән сығып китә. Земфира ни эшләһен инде. Нисек етте – шулай монологын һөйләй. Әммә этәргес реплика булмағас, ул бик ҡоро
килеп сыға, тамашасыларға бөтөнләй тәьҫир итмәй. Асыуынан ярһыған Земфира сәхнә артына йүгереп сыға ла: «Ах, һин, кәнтәй!» – тип Нурияның сәсенә йәбешә. Быларҙы саҡ айырып алалар.
Читайте нас: