Ябай ауыл кешеләре булыуға ҡарамаҫтан, ғәжәйеп зыялы, уҡымышлы, ысын һүҙ һәм йыр сәнғәтен ҡәҙер иткән һәм уны сүп-сарҙан һис ауырлыҡһыҙ айыра белгән ғаиләлә ике малай, бер ҡыҙ үҫә. Әсәһе Сафия Ярулла ҡыҙы әҙәбиәткә, бигерәк тә шиғриәткә мөкиббән киткән зат була, үҙе лә шиғырҙар яҙа. Шуға ла, Илеш районының Елдәк
ырыуына ҡараған Үрге Маншыр ауылында көн иткән Сибәғәтуллиндар йортонда ысын мәғәнәһендә китап культы йәшәй. Ә инде атаһы Әнәс Миңлеәхмәт улының гармун телдәрен алмашлап баҫып, берсә моңло, берсә шаян көйҙәр һуҙыуы Илшатта нескә зауыҡ тәрбиәләй. Кискеһен көндәлек эштәрҙе тамамлап бер ҡорға йыйылғанда, атаһының гармунына ҡушылып, ҡулында бәйләм энәһен дә уйнатып, яратҡан йырсыһы Фәрит Бикбулатов репертуарынан бер матур йырҙы көйләй әсәһе. Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә Роза Сәхәүетдинова ижад иткән «Аҡҡош күле» шулай итеп тап ғәзиз кешеһе башҡарыуында күңеленә һеңеп ҡалған Илшаттың.