-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Февраль 2021, 22:00

Полиция полковнигы, йырсы Руслан ШӘЙХЕТДИНОВ:

“Был донъяла Рәзиләнең барлығын, моғайын, бала саҡтан уҡ белгәнмендер. 5-се кластауҡый инем, шикелле, төш күреп уяндым. Аҡ йөҙлө матур ҡыҙыҡай минең кәләш икән, тим. Шуны әсәйемә һөйләнем:

«Ныҡ матур, тик сәсе генә ҡара ла, һары ла түгел», – тим. Аҙаҡ, ҙурая бара ғына ер йөҙөндә тағы ла ерән (рыжая) сәсле кешеләр барлығын белдем. Төш онотолғандай булды. 2002 йылда беҙҙең «Любизар» төркөмө «йәшлек-шоу» фестивалендә ҡатнашты. Телевидениенан килгән бер ҡыҙ конкурсанттарҙан интервью ала. Сәстәрен күреү менән бала саҡта күргән төшөмдө хәтерләнем һәм егеттәргә: «Ошо ҡыҙ минең буласаҡ кәләшем!» – тинем. Рәзилә тәүҙә танышырға теләүемде етди ҡабул итмәне, шикелле. Әммә йөрәгемә инеп ултырғайны инде, бер аҙ ваҡыттан уны эҙләп эшенә барҙым”.
Мәҡәләне тулы килеш журналдың февраль һанында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: