+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраль 2021, 18:00

Сәхнәгә ул урау-урау юлдар аша килә

Көндән-көн популярлыҡ яулай барған Учалы егете Марсель Нәжметдиновтың йырҙарын һәр кем яратып тыңлай. Бәрхәт тауышлы башҡорт йырсыһы Виктор Цойҙың хиттарын башҡортса башҡарып, тамашасыларын һоҡландыра. Ә был йырҙарҙы рус теленән башҡортсаға уның хәләл ефете Дания Арыҫланова ауҙара. Бер-береһе өсөн генә яратылған Дания менән Марсель ғәжәп кешеләр ул:

бөтөнләй икенсе өлкәләрҙә хеҙмәт юлын башлап, һуңлап ҡына сәнғәткә килгән эшһөйәр, талантлы пар йырҙар ижад итеп, әллә күпме концерттар ойоштороп, юбилей кисәләре үткәреп танылыу яуланы.
Йөҙөнән нур бөркөлгән Дания Учалы районының Сәфәр ауылында тыуып-үҫкән. Нескә күңелле, донъяға һөйөп баҡҡан ҡыҙҙың хис-тойғолары, уй-фекерҙәре шиғыр юлдары булып урғылған. Бәләкәй сағынан уҡ шиғыр яҙа башлаған Данияның ижад емештәре «Йәншишмә», «Яйыҡ» гәзиттәрендә баҫылған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзилә Ҡәләмованың балалар күңелендә әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятып, һөйөү тәрбиәләү маҡсатында Мәүлит Ямалетдинов, Фәрит Хәсәнов кеүек яҡташ әҙиптәр менән осрашыуҙар уҙғарыуы ла эҙһеҙ үтмәй – ҡыҙҙың бар булмышын шиғриәт биләп ала. «Белер әле донъя бер саҡ, Дания тигән ҡыҙҙы» тип бишенсе класта уҡығанында уҡ алдына оло маҡсаттар ҡуйған, үҙ тауышы булған ҡыҙ тураһында журналист Рафаэль Айсин, хатта район гәзитендә маҡтап яҙған булған. Ләкин Дания шиғриәттән башҡа бейеү менән дә ихлас шөғөлләнә. 1992 йылда «Учалы йәшмәләре» тигән ансамбль менән республика данын яҡлап Ҡалмыҡстанға фестивалгә барыуҙары уның бейеүсе булырға теләген нығыта. 1994 йылда Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатына уҡырға инеп, өс йыл шунда белем алыу осоронда химия менән математика иң яратҡан дәрестәренә әйләнә. Үҙен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡараһа ла, киләсәген яҡшылап төҫмөрләй, үҙ йүнәлешен, урынын таба алмаған Дания Өфө дәүләт авиация университетына документтарын тапшырып, бер йыл шунда белем ала. Артабан Өфө дәүләт сервис институтына химик-экологҡа уҡырға бара. Үҙ һөнәре буйынса баш ҡалала Рәсәй фәндәр академияһында, һуңынан заводта эшләй. Ғаилә хәле буйынса кире тыуған яғына ҡайтырға мәжбүр булғас, Дания хеҙмәт юлын Учалы тегеү фабрикаһында дауам итә, ҡыҫҡартылыуға эләккәс, уға Саңғалыҡ диорит компанияһында эш табыла. Әлеге мәлдә Алексеев тигән шәхси эшҡыуарҙа һатыу буйынса менеджер вазифаһын атҡара. Бик үк еңелдән булмаған тормош өйөрмәһендә өйөрөлөп, гимназияны тамамлағандан һуң шиғыр яҙыуҙы бөтөнләй онотҡан Данияға илһам уйламағанда-көтмәгәндә килә. Ҡала егете Марсель Нәжметдинов йөҙөндә. Танышыуҙары осраҡлы ғына килеп сыға:
(Дауамын журналыбыҙҙың февраль һанында уҡырһығыҙ. Талантлы яҡташтары менән билдәле журналист Баныу Ҡаһарманова осрашып һөйләшкән, беҙгә эксклюзив мәҡәлә ебәргән)
Читайте нас: