+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
11 Февраль 2021, 20:37

Заһир Зәйнетдинов:

Сәңгелдәктә ятҡанда мине, илаймы был тип, барып ҡараһалар, йырлап ятҡанмын. Бер аҙ үҫә төшкәс, һөйләшә лә белмәгән көйө, хатта “Уйыл”, “Томан”

«Атайым бала саҡтан артист булырға хыялланған. Йәш сағында бейеү менән сит илдәрҙә лә сығыш яһаған. Мин тыуыу менән ул үҙенә, артист була алманым, улымды һис шикһеҙ артист итәм, тигән. Был донъяға килеүемдең тәүге көндәренән үк атайымдың ҡурай моңдарына иҙерәп йоҡлағанмын. Сәңгелдәктә ятҡанда мине, илаймы был тип, барып ҡараһалар, йырлап ятҡанмын. Бер аҙ үҫә төшкәс, һөйләшә лә белмәгән көйө, хатта “Уйыл”, “Томан” кеүек оҙон көйҙәрҙе һуҙып маташҡанмын.
Беренсе аҙымдарым да бейей-бейей яһалған, сөнки атайым гармун уйнап ебәреү менән бейеп киткәнмен. Ныҡ талапсан булды. “Бейегәндә ҡаты баҫ! Күҙҙәрең янып торһон! Арҡаңды тура тот!” – тип шелтәләрен әйтеп кенә тора ине. Үксәләрем зәңкей башлаһа, аптырап торманым, аяғыма ойоҡбаш кейеп бейенем.
Дүрт йәшем тулғас, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнәм, тип атайымдың артынан бер тотам ҡалмай, эйәреп йөрөнөм. 1998 йылда, “Ғаилә мозаикаһы” республика конкурсында 1-се урын яуланыҡ. Был минең ҙур сәхнәләге тәүге уңышлы сығышым булды».
Читайте нас: