Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында тыуғанмын. Балалар баҡсаһына йөрөгәнемде яҡшы хәтерләйем. Элек беҙҙең яҡта вахта менән ситкә эшкә сығып китеү бар ине. Әсәй Ҡаҙағстанға күсеп китте, Аҡтүбә өлкәһендәге Ҡандағыш тигән ҡалаға. Ғаилә менән шунда йәшәнек, дүрт-биш йыл унда уҡыным. I синыфҡа мин, бөтәһе кеүек сәскә тотоп, Ҡандағыштағы урыҫ мәктәбенә барҙым. Шунда белем алғанда беренсе тапҡыр Фидан ағай Ғафаровтың «Томоролоп, зәңгәр яулыҡ болғап, поезд саба» тигән йырын башҡортса йырланым.
Ситтә йәшәгәндә тыуған яҡ бик һағындыра ине. Йәй һайын ауылға өләсәй менән ҡартатайға ҡайта торғайныҡ. Шул саҡтарҙа сит, ят ергә китке килмәй ине. VI синыфҡа үҙебеҙҙең Ғәлиәхмәт урта мәктәбенә ҡайтып уҡыным. Етенсегә инде Әбеш урта мәктәбенә күстем. Шунда ун беренсене тамамланым.
Дәрестәргә килгәндә, башҡорт теле, туған әҙәбиәт, физика, физкультура оҡшай торғайны.
Ҡартатай, өләсәйҙәрҙең йырлағанын ишетеп үҫкәнгә, йырға һөйөү бәләкәй саҡта тыуғандыр. Ғаиләлә өс бала – һеңлем һәм ҡустым менән үҫтек. Мәктәптән һуң Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалында уҡыным. Джон Әхмәт улы Мусин йыр буйынса уҡытыусым булды. Аҙаҡ инде Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамланым. Флүрә Килдейәрова класында белем алыу бәхете тейҙе.