+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
8 Февраль 2021, 20:04

“Мулла” фатихаһын алып

Гөлнара менəн Илсур Ҡаҙаҡбаевтар

Бер төркөм йәштәр Мәскәү ҡалаһында белем алып, тыуған Башҡортостанына ҡайта. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына һайлап алынған бәхетле актерҙар араһында Гөлнара менән Илсур ҙа була. Шуныһы ҡыҙыҡ: тиҙҙән Айрат Абушахманов Туфан Миңнуллиндың «Мулла» пьесаһын сәхнәләштерә башлай, Әсфәндиәрҙе башҡарған төп роль Илсурға тапшырыла, ә уның буласаҡ кәләше Нәлимәне Гөлнара уйнай. 2017 йылдың көҙөндә спектаклдең премьераһы үтте. Тамашаға халыҡ эркелеп килгәйне.
Тамаша тамамлана. “Афарин, булдырҙығыҙ”, — тигән хуплауын белдереп, зал гөрләтеп ҡул сапты, артистарҙы ҡабат-ҡабат сәхнәгә саҡырып сығарҙылар, уларҙы сәскәләргә күмделәр. Был мәлдә, моғайын, йәштәрҙе тәрбиәләп үҫтергән атай-әсәйҙәренән дә бәхетле кеше булмағандыр. Ә иртәгеһенә Гөлнара менән Илсур гөрләтеп туй үткәрә. Тәүге сығыштан һуң 15 йыл самаһы ваҡыт үткән. Был осорҙа Гөлнара менән Илсур бихисап ролдәр башҡарған. Ниндәй генә сәхнәләрҙә, илдәрҙә сығыш яһарға тура килмәһен, алҡыштарға күмелмәһен, был көндө улар мәңге онотмай. “Мулла”нан алған фатиха, тәүге ролдәре, халыҡтың алҡышы уларҙы тылсымлы ижад илендәге оҙон-оҙаҡ юлдарын яҡтыртҡан бер маяҡ булып тора.
Читайте нас: