-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
8 Февраль 2021, 17:29

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльмира Саматова

Эльмира менән яҡындан аралашҡанда, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һүҙҙәре иҫкә төшә: «Шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһы көстөң, илаһи уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмайҙар, иң түбәнгә төшкәндә лә түбәнлеккә төшмәйҙәр, хурлыҡҡа батмайҙар, юғалтыуҙар кисергәндә, юғалып ҡалмайҙар, ҡайғылар күргәндә, шартлап һынмайҙар; уларҙы хатта аслыҡ-яланғаслыҡ та кәмһетә алмай, сибәрлектәренә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына.

«Актрисаға яҙмышы төрлө һанауҙар ҡуйғанда ла, ул үрҙәге әйтелгән матурлыҡҡа тоғро ҡалыуы менән көслө. Улай ғына ла түгел, көндән-көн заманға ярашлы булып үҫергә тырышыуы ла бар. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы Башҡорт Дәүләт хеҙмәт һәм идаралыҡ академияһын уңышлы тамамланы. Ҡайсаҡ көсһөҙ булып күренеү теләге лә тыуалыр, ләкин Эльмира Рәдиф ҡыҙы тормош ҡанундарын яҡшы белә, шаршауы асыҡ сәхнәлә генә режиссер ҡуйған көсһөҙлөктө уйнарға мөмкин. Бүтәнсә ярамай, сөнки ул – Әсә. Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле өс ҡыҙ балаҡайҙары әсәйгә ҡарап тормошто аңлай, әсәй өлгөһөндә ҡатын-ҡыҙ булып үҫеп етәсәк. Ә үҙ яҙмышы, үҙ тормошоноң режиссеры, драматургы – Эльмира Саматова үҙе генә. Хәйер, сәхнәлә лә Эльмираға көслө ҡатын-ҡыҙ ролдәрен башҡарыуҙы ҡурҡмай тапшыралар. Һуңғы йылдарҙа сығарған Мөхәмәтша Буранғоловтоң «Башҡорт туйы» романтик драмаһында – Йомабикә, Сыңғыҙ Айытматовтың «Ал яулыҡлы тирәккәйем» драмаһында – Хәҙисә, Флорид Бүләковтың «Йөрәктәрҙә ҡалған эҙҙәр»ендә – Зәйнәб Биишева, И.Вырыпаевтың «Валентин көнө»ндә – Валентина, Мостай Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт»ендә – Зәмзәгөл, «Яуҙы еңгән мөхәббәт»ендә – Людмила, В.Шекспирҙың «Ун икенсе төн»өндә – Мария, һәм башҡалар.
Зәңгәр күк йөҙөнә оҙаҡ ҡарап торһаң, төпһөҙ күктәге алтын ҡояш нурҙарының иртәнге ысыҡты зөбәржәткә оҡшаш итә белеү маһирлығына хайран ҡалаһың. Ә ошо гүзәллекте баһалар өсөн оҙон ғүмер түгел, бер мәл генә кәрәк икәнлекте Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльмира Саматова бик яҡшы аңлауы менән һоҡландыра. Ысын матурлыҡтың асылы ла шундалыр.
Рәзилә Ырыҫҡужина.
(Мәҡәләне тулы килеш журналдың февраль һанында уҡырһығыҙ.)
Читайте нас: