-29 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
4 Февраль 2021, 18:00

ҮТӘ ЕТДИ БУЛЫРҒА ЛА ЯРАМАЙ – донъя ауырлығы билеңде һындырыуы бар

Бәләкәй сағымдан башҡаларҙы көлдөрөргә яраттым. Үҙем эләгеп ҡолаһам, эргәләге кешеләрҙең көлөүенә ҡушылып, көлөп ята бирә торғайным. Әсәйем ундай саҡтарҙа: "Кит, кеше көлдөрөп ятма, тор!" - тип, шелтәләй ине. Ә миңә ҡыҙыҡ, ҡалғандар көлһә, рәхәт булып ҡала. (Дауамы сайтта)

Мин Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылында 1990 йылда тыуып, Баймаҡ районында үҫкән кешемен. Минең телем "суверенитет" һүҙе менән асылған, тиҙәр. Әлбиттә, биш йәшемдә бер һүҙ булһа ла әйтергә өйрәнеүемә әсәйем ныҡ ҡыуанған. Әйткәндәй, әллә әсәйем шул мәлдә үк 2013 йылда буласаҡ ташҡынды алдан һиҙгәнме, әллә Әбйәлил еләктәре уға ваҡ тойолғанмы, беҙҙе алып, Баймаҡ районына күсеп киткән. Игеҙәгем Айгизәне, мине һәм ағайым Вадимды әсәйебеҙ яңғыҙы үҫтерҙе. Бәләкәйҙән ағайыма тарайған кейем-һалымды мин кейә торғайным. Рәсем дәресенә фломастерҙар, уҡыу өсөн бүтән кәрәк-яраҡтар һатып алыр өсөн йәйге каникул ваҡытында ауылдаштарға (Баймаҡ районы Түбә ауылында) ялланып бесән сабыуым, картуф утап-күмеүем, утын ярыуым да хәтерҙә ҡалған. Әммә беҙ бер ҙә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнек. Ағайым бигерәк шаян, игеҙәгем Айгизә - етдиерәк, әммә ул да шаяртыуҙы аңлай торған кешеләр. Бәләкәй сағымдан башҡаларҙы көлдөрөргә яраттым. Үҙем эләгеп ҡолаһам, эргәләге кешеләрҙең көлөүенә ҡушылып, көлөп ята бирә торғайным. Әсәйем ундай саҡтарҙа: "Кит, кеше көлдөрөп ятма, тор!" - тип, шелтәләй ине. Ә миңә ҡыҙыҡ, ҡалғандар көлһә, рәхәт булып ҡала. Әле лә сәхнәгә ынтылыуымдың бар ғилләһе - кешене көлдөрөп, рәхәтлек алыу. Әйткәндәй, минең КВН-сы булыуымды ишеткән күп кенә кешеләр йыш ҡына: "Йә, ошо урында шаяртып күрһәт әле", - тип үтенә. Ә мин көлдөрһәм дә, килде-китте хәбәр һөйләй алмайым бит инде, шуға итәғәтле генә итеп баш тартыуҙы ҡулайыраҡ күрәм.
Сибай ҡалаһында музыка мәктәбендә, аҙаҡ Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында, БДУ-ның журналистика факультетында белем алдым. Фортепианола, ҡурайҙа, баянда уйнай, йырлай беләм. Мәктәптә лә, гимназияла ла музыка йүнәлешендә уҡып, юғары белем алыу ваҡыты еткәс, журналислыҡ һөнәренә йөҙ бороуым минең өсөн дә, туғандарым өсөн дә көтөлмәгән боролош булды. Улар һаман мине артист булыр тип өмөтләнә. Уның ҡарауы, БДУ-лағы абруйлы остаздарым, факультеттағы башҡорт мөхите мине туған телемә, халҡыма, рухи ҡиммәттәребеҙгә яҡынайтты. Мәктәп йылдарында ла, университетта ла рус телендә шиғырҙар яҙған булһам, әле башҡорт телендә лә шиғыр яҙып ҡараным һәм "Килеп сыға бит!" тигән һығымта яһаным. Әйткәндәй, ярымфинал уйындарында яңғыраған "Евгений Онегин"дан өҙөктө башҡортсаға үҙем ауҙарғайным.
Читайте нас в