+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
3 Февраль 2021, 13:27

Сәнғәткә тоғро хеҙмәт иткән матур пар

Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар – башҡорт эстрадаһында күптән танылыу яулаған. Сәнғәт тигән оло донъяға нисек һуҡмаҡ ярғандар? Ҡайҙа, нисек танышып ғаилә ҡорғандар? Улдары йырлаймы? Уларға ошо һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

– Нәсимә, Азамат, йыр сәнғәтенә һөйөү ҡайҙан, нисек башланды? Ғаиләгеҙҙә һеҙҙән башҡа йырсылар бармы?
Нәсимә:
– Йыр-моң һөйгән ҙур ғаиләлә үҫтем. Атайым матур бейене, өҙҙөрөп гармунда уйнаны. Әсә­йемдең дә тауышы бик моңло булды, әммә ул үтә баҫалҡы кеше ине, хатта ҡысҡырып көлөүҙе лә әҙәпһеҙлек һананы. Һәр ваҡыт үҙ алдына ғына көй­ләп йөрөр булды. Кистәрен ете бала алмаш-тилмәш концерт ҡуябыҙ, “Нәсимә Юнысова йырлай!” тип иғлан итәм дә йыр һуҙам. Туғандарымдан Рәфҡәт ағайым – профессиональ бе­йеүсе.

Азамат:
– Минең дә атай менән әсәй матур йырланы. Атайымдың тауышы шул тиклем көр, моңло булды, ауылдың бер осонда йырлаһа, икенсе яғында ишетелеп торор ине. Халыҡ йырҙарын яратты. Шуныһы ҡыҙыҡ: йырға һәләт ғаиләләге биш бала араһынан ниңәлер миңә генә күскән.

Нәсимә:
– Тәүҙәрәк бейеүсе булырға хыялландым, тик атайым менән әсәйем артист булыу теләгемә ҡаршы төштө. Аяҡтарың һыҙла­ясаҡ, сиған тормошонда йәшә­йәсәкһең, тигән һүҙҙәр күңе­лемде бер аҙ төшөрҙө. Йәнем көйөп, оҙон толомдарымды ҡырҡтым да Баймаҡ ҡалаһына хисапсылар курсына уҡырға индем. Уны тамамлағас, бер йыл эшләп ҡараным. Тик был һөнәргә һис кенә лә күңелем ятманы. “Үкенерлек булмаһын, бер генә һынап ҡарайым да...” тип, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә имтихандар бирергә юлландым. Был юлы атай-әсәйгә уй-ниәтемде белдермәнем, “Юғары уҡыу йортона барып ҡарайым”, – тип юлға сыҡтым. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, үҙемде студенттар исем­легендә күргәс кенә шатлығым менән бүлештем. Атай-әсәйемә фатиха биреүҙән башҡа сара ҡалманы инде.

– Танышыу, ғаилә ҡороу тарихығыҙҙы ла белге килә...
Нәсимә:
– Йәйге каникулдан һуң икенсе курсҡа килгәйнек: “Һеҙҙең курсҡа бик матур йырлаған Баймаҡ егетен алғандар!” – тигән яңылыҡ еткерҙеләр. Бер көн бүлмәгә ҡайтып инһәм, ят егет ултыра. “Бында яҡташың йәшәй, тигәйнеләр. Танышып китергә булдым. Бергә уҡыясаҡбыҙ икән”, – ти. Азамат менән шулай таныштыҡ. Бер нисә көндән гармунын күтәреп килеп инде лә, башҡорт халыҡ йыры “Ильяс”тың тарихын һөйләп, йырлап ебәрҙе. Шул тиклем моңдан күңелем тулып, күҙ йәштәрен йәшерер өсөн йыуыныу бүлмәһенә йүгереп сығып киттем.

Азамат:
– Баймаҡ һөнәрселек учили­щеһында иретеп йәбештереүсе һөнәренә эйә булып, әрме хеҙмәтен үтеп, бер нисә йыл эшләп ташланым. Һәүәҫкәрҙәр­ҙең смотр-концерттарында йырлаған һайын “Өфөгә уҡырға бар” тип өгөтләйҙәр. Ниһайәт, тәүәккәлләп килдем. Тыңлап ҡарағас, тура икенсе курсҡа уҡырға алырға ҡарар иттеләр.

Нәсимә:
– Тәүге көн күрешкән саҡта ниңәлер башымдан: “Ҡалай атайыма оҡшаған был егет!” – тигән уй үтте. Башын ҡырыныраҡ ҡуйып ултырыуы, хәбәр һөйләүе, атлап китеше бер иш уларҙың. Азамат менән уҡыуға ла, мәҙәни сараларға ла гел бергә йөрөнөк, Баймаҡҡа ла бергә ҡайта инек. Тәү ҡараштан мөхәббәт булманы, тәүҙә дуҫтарса ғына аралаштыҡ. Киреһенсә, был талантлы егет бәхетенә һәйбәт кенә башҡорт ҡыҙы тап булһа ине, тип теләй инем.
Ҡышҡы каникулдан һуң уҡырға килгәс, Азамат миңә хистәрен белдереп, дуҫлыҡ тәҡдим итте. Тәүҙә аптырап ҡалдым. Мөнәсәбәттәргә икенсе күҙлектән ҡарап, үҙемдең дә уға битараф түгеллегемде аңланым.

Икенсе курсты тамамлап, йәйге каникулға ҡайтҡас, Азамат Әмингә килеп төштө. Бер аҙҙан ағайҙарым, атайым эштән ҡайтып инде. “Ирәндек” бейеү ансамблендә бейегән Рәфҡәт ағайым менән Азамат таныш ине. “Әллә концерт менән килдегеҙме?” – ти ағайым. “Юҡ, бына Нәсимә янына килдем”, – булды яуап. Азамат ҡайтып киткәс, атайым: “Был егет бик телдәр күренә. Арыу кешеме икән? Беҙҙең заманда ҡыҙ йортона барыу тигән нәмә булманы. Кейәү булғас та шым ғына ултыра торғайныҡ. Күп һөйләп, аҙ эшләй торған булмағайы...” – тип шик белдерҙе. Рәфҡәт ағайым танышын яҡлап: “Мин уны күптән беләм: бик һәйбәт егет. Нәсимә уның менән хур булмаҫ!” – тигәс, тынысландылар. Шулай итеп, 1992 йылдың 21 авгусында гөрләтеп туй үткәрҙек. Шунан бирле бергәбеҙ: тормошта ла, ижадта ла.

– Хеҙмәт юлығыҙҙы Сибай­ҙа башлап ебәрҙегеҙ. Ундағы һәм Өфө тамашасыһын са­ғыш­тырып нимә әйтә алаһы­ғыҙ? Ғөмүмән, Сибайҙа үткән йылдар һағындырамы?
Азамат:
– 1993 йылда Сибай филар­монияһын асыу идеяһы менән янып йөрөгән Фәтих Хөснөтдинов һәм Әлмира Ҡыуатова эшкә саҡырҙы. Әҙер торлаҡ, йәш коллектив, гастролдәр һәм яңынан-яңы концерт программалары, әлбиттә, беҙҙе ылыҡтырҙы. 1994 йыл минең өсөн үтә уңышлы булды: диплом алдым, улыбыҙ Урал тыуҙы, яңы фатир бирҙеләр. Декрет ялында булыу сәбәпле, бер йылға һуңлап, киләһе йылына Нәсимә лә дипломға эйә булды.
Сибай – беҙҙең йәшлек ҡалабыҙ. Дәртләнеп, сәмләнеп эшләнек, ижад иттек. Ул ҡалала йәшәү беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте. Әлбиттә, һағынып иҫкә алабыҙ, күңелдә ул осор хаҡында иң матур хәтирәләр һаҡлана.

Нәсимә:
– Сибайҙа эшләгән осорҙа бер-бер артлы концерт программалары, йырҙарыбыҙ тупланған альбомдар сығарҙыҡ: “Ғәлиәба­ныу” музыкаль спектакле, “Евровидение”, “Заман заңы – халҡым йыры”, “Исемдәре Нәсимә, моңло йыры нисәмә!” һәм башҡалар. “Бер йырлап уҙам әле” программаһы менән Ҡазан сәхнәһендә сығыш яһаныҡ. Францияға 40 көнлөк сәфәр ҙә иҫ киткес матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Әммә үткәндәр менән йәшәмәйбеҙ, бөгөнгөбөҙ ҙә ҡәнәғәтләндерә. Хәҙер күберәк балаларҙың мәнфәғәтен алға ҡуябыҙ.

Азамат:
– Ә инде тамашасыларға килгәндә, улар ҡайҙа ла бер үк. Иң мөһиме – үҙең ихлас бул. Кешеләр алдына асыҡ күңел, яҡшы кәйеф менән сыҡһаң, улар ҙа һиңә шундай хистәр менән яуап бирә. Тағы ла репертуарға иғтибарлы, талапсан булыу мөһим.

Эйе, Нәсимә әйтмешләй, бө­гөнгөбөҙгә шөкөр тип йәшәйбеҙ. Яратып башҡарған эшебеҙ, концерттарыбыҙға ихлас йөрөгән тамашасыбыҙ бар. Үҙем Баш­ҡорт дәүләт филармонияһында эшләйем. Ә Нәсимә “Ауаз” исемле фольклор ансамбле төҙөнө, бөгөн унда төрлө таланттарға эйә булған 40-ҡа яҡын кеше шөғөлләнә, байрамдарҙа, мәҙәни сараларҙа даими сығыш яһай­ҙар.

– Улдарығыҙ йырлаймы?
Нәсимә:
– Урал бәләкәйҙән матур йырланы. “Ирәндек моңдары” конкурсында “Ҡаһым түрә”не баш­ҡарып лауреат булды. Әммә бала саҡтан беҙҙең йыш гастролдә йөрөүҙе, төнгә тиклем эшләүҙе күреп үҫкәнгәме, артист булырға теләмәне. Уны бәләкәй генә килеш алмаш-тилмәш ике өләсәй-олатай ҡарамағына ҡалдыра торғайныҡ. Ул тәүҙә Башҡорт дәүләт аграр университетын, аҙаҡ педагогия университетын тамамланы. Әммә, алма ағасынан алыҫ төшмәй, бейеүгә һөйөүе көслөрәк булып сыҡты: университетта магистратурала уҡыу менән бер рәттән бейеүсе һөнәренә лә эйә булды. Бөгөн ул туплаған “Ырыу” заманса бейеү төркөмө йәштәр араһында билдәле була бара. Бәләкәй улыбыҙ Арыҫлан Ғәзиз Әлмөхә­мәтов исемендәге музыка гимназия-интернатында белем ала, саксофонда уйнарға ярата, матур йырлай. “Атаһының балаһы!” – тиҙәр уны яратып.

– Тормошта һеҙ ниндәй кеше? Азаматтың бик шуҡ кеше икәнен коллегаларынан ишетергә тура килгәне бар. Хатта сәхнәлә лә шаярырға аптырамай, тиҙәр.

Нәсимә:
– Ысынлап та, Азамат – бик аралашыусан кеше, һәр кем менән шул тиклем тиҙ уртаҡ тел таба. Йәшәгән йортобоҙҙа уны белмәгән кеше юҡтыр. Шаян­лы­ғы ла бар, кәрәк урында етди ҙә була белә. Мин, йомшағыраҡ холоҡло булараҡ, балаларҙы артыҡ иркәләп тә ебәрәм, шундай саҡтарҙа Азаматҡа талап­саныраҡ булырға тура килә.

Азамат:
– Нәсимә кеүек ҡатын-ҡыҙ бик һирәктер ул. Үҙе ижади шәхес, йырсы булһа ла, һәр ваҡыт минең өсөн борсолдо, минең ижадымды алғараҡ ҡуйҙы. Репертуар буйынса беренсе кәңәш­сем, концерт ҡуйыр булһам, бөтә мәшәҡәтте үҙ иңенә алып, миңә тик йырлар өсөн генә мөмкинлек тыуҙыра. Ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас сабырлыҡ, тыйнаҡлыҡ, ғаиләгә ҡарата ихтирам көслө унда. Бер ваҡытта ла юҡ-барға тауыш ҡуптармаҫ, өйҙәге сүп-сарҙы тышҡа сығар­маҫ. Уның ошо холҡо менән ғаи­ләбеҙ имен, тормошобоҙ матур.

– Йөкмәткеле, ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
Автор: Һөйләшеүҙе Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА ойошторҙо
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас: