-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
2 Февраль 2021, 17:30

Фирүзә Абдуллина «Юлдаш» радиоһы биргән «Йыл шағиры» исемен Рөстәм Нурыев менән бергәләп туйлаған!

Ғаилә дуҫтары Рөстәм һәм Динара «Юлдаш Хит»тың концертынан һуң кис ултырырға Фирүзә менән Фидаилды ҡунаҡҡа саҡырған. Ябай кис ултырыу ғына булмаған осрашыуҙары, ә Фирүзәгә «Юлдаш» радиоһы тапшырған «Йыл шағиры» исемен дә туйлағандар. Төнө буйы һөйләшеп, шиғырҙар уҡып, Фирүзәнең һүҙҙәренә яҙылған йырҙар тыңлап, көлөшөп-йырлашып үткән саранан Рөстәм Нурыев «Тамаша» журналы редакцияһына эсклюзив әңгәмә ебәрҙе.

Рөстәм Нурыев: Фирүзә, һине шудай мәртәбәлә исемгә лайыҡ булыуың менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Сәхнәгә сығып бүләк алғаныңда шул тиклем ҡыуандыҡ, һинең менән дуҫ булыуыбыҙға ғорурланып ултырҙыҡ. Әле үҙеңде ниндәй хис-тойғолар биләй?
Фирүзә Абдуллина: Минең өсөн көтөлмәгән ваҡиға булды. Юлдаштар шылтыратып саҡырғас, аптырап ҡалдым. Әҙәпле генә ижадымды шулай юғары баһалағандарына ҙур рәхмәт әйтәм. «Йыл шағиры» исемен алыу һәр кемгә лә эләкмәй. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа минең шиғырҙарыма байтаҡ йырҙар яҙылды, улар «Юлдаш» радиоһында һәм «Ҡурай» каналында даими тапшырылып тора. Рәхмәт ижадташ дуҫтарыма, композиторҙарға, йырсыларға. Ҙур рәхмәт юлдаштарға!
Февраль айында юбилейым айҡанлы бишенсе китабым донъя күрәсәк, Алла бойорһа, һәм ул...
(Әңгәмә журналдың беренсе һанында баҫылып сығасаҡ).
Читайте нас: