+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Ғинуар 2021, 14:00

Кем ул Нил Ремизов?

Мәскәүҙә метрола йырлай. Егор Кончаловскийҙың фильмдарына музыка яҙа...

"2003-2010 йылдар… Мәскәүҙәмен. Өфө йүкәләре ете тапҡыр япраҡ ярып, ете тапҡыр сәскә атып ҡойолған арала нимә менән шөғөлләндем һуң? Мәскәүҙә юғарыраҡ орбитаға барып эләктем. Ижад йортонда бик күп билдәле яҙыусылар, шағирҙар, режиссерҙар менән таныштым. Егор Кончаловский ике фильмына музыка яҙырға саҡырҙы. Бала саҡтан уҡ хеҙмәттәшлек иткән “Пионерская правда”ның үҙ хәбәрсеһе лә булдым. Элек, театрҙа эшләгәндә, сәхнә әҫәренең асылына төшөнөп, тамашасыны тоҡандырып ебәрерлек көй ижад итер өсөн уларҙы бик ентекләп уҡыу талап ителә ине. Шуларҙың йоғонтоһонда 20-гә яҡын пьеса ла яҙғайным. Әммә ижад емештәремде яҡындарымдан башҡа бер кемгә лә күрһәтмәнем. Һәм берҙән-бер көндө Ғәзим ағай Шафиҡов өҫтәлемдә ятҡан яҙмаларҙы уҡып сығып, театрҙарға тәҡдим итергә кәрәк, тигәйне. Шул мәлдә үк ҡанатланып ҡуйғайным. Мәскәүҙә саҡта әлеге пьесаларҙы яҙыусыларға күрһәттем. Һәм улар мине драматург, шағир булараҡ яҙыусылар союзына ҡабул итте. Әҙәби псевдонимым – Нил Ремизов.
Йәшермәйем, метрола йырланым. Мәскәүҙә эш табыуы анһат түгел. Ҡайҙалыр морон төртәм тиһәң, мотлаҡ ҡаршылыҡҡа осрайһың. Хатта шул уҡ метрола ла урын өсөн ике-өс тапҡыр һуғышырға тура килде әле. Ике гитарамды емерҙеләр. Башты ла ярҙылар. Әммә ныҡ булдым, бирешмәнем. Ныҡымыш башҡорт бит мин. Аҡса эшләүҙең был ысулы бер ни тиклем кимәлдә ҡотҡара ине мине.
Һуңынан үҙемде аранжировкалаусы булараҡ күрһәтә башланым. Клиенттарым барлыҡҡа килде. Әлеге лә баяғы конкуренттарҙың этлеге булғандыр инде, бер мәлде көпә-көндөҙ ҡамауға алып, ҡулды һындыра һуҡтылар. Йәрәхәтләнгән килеш, урындағы яҡташтар саҡырыуы буйынса, Хельсинкиға концерт ҡуйырға китергә тура килде. Ауыр мәлдәр булды инде".
Читайте нас: