-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Ғинуар 2021, 18:00

БАЙ ТАРИХЛЫ САЛАУАТ ТЕАТРЫ...

"Ҡыйыу ҡыҙҙар". (Тажи Ғиззәт). Әмирхан ҡазый - Фәйзулла Бәхтийәров, Ризуан ҡазый - Риф Мозаһитов, Әбелҡәрип хәлфә - Альберт Мостафин. 60-сы йылдар.

Революцияға тиклем үк Башҡортостанда милли сәхнә сәнғәте барлыҡҡа килеп үҫешә башлай. Салауат башҡорт дәүләт драма театры ла 30-сы йылдар башында башҡорт телен һәйбәт белгән рус ҡыҙы Е. Сыртланова-Шляхтина ярҙамында Ауырғазы районы Ҡарамалы ауылында ижад донъяһына аяҡ баҫа. Һуғышҡа тиклем театр башҡорт, татар һәм урыҫ драматургтарының әҫәрҙәрен ҡуя. Театр тотҡаһы тип, ике актер ғаиләһен: Зәкиә менән Ибраһим Әхмәровтарҙы һәм Ғәзизә Насырова менән Бикташ Калимуллинды йөрөтәләр ул саҡта. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас ир артистар бөтәһе лә һуғыштың тәүге көнөндә үк үҙҙәре теләп фронтҡа китәләр, ә ҡатындарына театрҙы һаҡларға, артислыҡҡа хыянат итмәҫкә тигән аманат биреп ҡалдыралар. Ҡыҙҙар театрға тоғро хеҙмәт итергә һүҙ бирәләр һәм был антҡа һуғыш бөткәнсе тоғро ҡалалар. Улар: Гөлсөм Мирғәсимова, Зәкиә Әхмәрова, Шәрифә Мөхәмәҙиева, Ғәзизә Насырова, Нәҡиә Алтынбәкова, Нәғимә Дәүләтшина, Айһылыу Ғәниева. Ошо ете актриса аттарға, аттарҙы һуғышҡа ебәреп бөткәс, үгеҙҙәргә декорациялар тейәп, халыҡ араһында сығыш яһап йөрөйҙәр. Аслыҡ-яланғаслыҡҡа ҡарап тормай, ирҙәр ролдәрен үҙҙәре уйнап, спектаклдәр ҡуя, ауылдарҙа гастролдәрҙә йөрөй, ошо ауыр йылдарҙа, халыҡтың күңелен күтәреп, еңеүҙе яҡынайтыуға рухи көс биреп театрҙы ябылыуҙан һаҡлап ҡалалар.


1956 йылда коллектив Салауат ҡалаһына күсә. Ҡала театры статусы алһа ла, был сәнғәт усағының махсус стационар бинаһы 1992 йылға тиклем булмай. Әлбиттә, ул ижади эште тотҡарлай. Тик директор булып Марс Шәрип улы Яппаров (Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат ҡалаһының хөрмәтле гражданы, 20 йыл театрҙы етәкләй) килгәс, техник-материаль базаһы нығына башлай, театрҙың үҙ бинаһы барлыҡҡа килә.
1963 йылда баш режиссер булып Вәзих Кашап улы Сәйфуллин килә һәм 25 йыллыҡ ғүмерен ошо коллективҡа бағышлай. Ул ҡуйған спектаклдәр "Ырғыҙ" (Һ.Дәүләтшина), "Ҡыйыу ҡыҙҙар" (Т.Ғиззәт), "Эзоп" (Г.Фигерейдо), "Таштуғай" (Ф.Бүләков) театрҙың алтын фондына инә. Шулай уҡ был сәхнәлә Лек Валиев талантлы режиссер булып формалаша. Артистар: Рим Баянов, Фәйзулла Бәхтийәров, Риф һәм Флүрә Мозаһитовтар, Рафаэль Сәлихов, Флүрә Мостафина-Ниғмәтуллиналар сәхнә йондоҙо булып ҡабына. Уларҙың традицияларын Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Миңдулла Иҙрисов; Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Гөлшат һәм Рим Зыязетдиновтар, Рим Әминов, Венера Хәсәнова, Гөлсәсәк Шәрипова, Риза Мәһәҙиев; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Яҡуп Шәрипов, Наҙгөл Иҫәнбаева, Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин, Гөлфирә Сәфиуллина; артистар Ринат Ибәтуллин, Рөстәм Фазылов, Рафаэль Ғәйнуллин, Рәмзиә Мәҡсүтова, Мираҫ һәм Нәркәс Йомағужиндар, Револь Ғималов, Риф Мусин, Айһылыу Лоҡманова, Ләйсән Муллаянова, Әмир Үтәбаев, Гөлфинә Ибәтуллина дауам итәләр.
1998-2014 йылдарҙа Салауат башҡорт драма театрын Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәфәрғолова Наилә Абдулхай ҡыҙы етәкләй. Ул эшләгән осорҙа театр Мәскәү, Ырымбур, Ҡазан, Силәбе, Үзбәкстан, Ҡазахстан һәм Рәсәйҙең күп кенә башҡа ҡалаларына сығыш яһап дан ҡаҙана.
1993 йылда Салауатта республика кимәлендә "Театр яҙы" фестивале ойошторола һәм тап ошонан һуң артабанғы үҫешен ала.
Салауат театры уйнамаған сәхнә, баҫыу станы юҡтыр. 73-сө театр миҙгелендә Мәскәүҙә "Кавардак FOREVER" спектакле менән сығыш яһай. Ә иң оҙон сәфәре – Ҡытайҙың Мишань провинцияһына була.
Театр ойошторолоуҙың 75 йыллыҡ юбилейына арнап мәшһүр драматург Нәжиб Асанбаев театрҙың тарихы хаҡында "Ете ҡыҙ" исемле махсус пьеса яҙа. Сәхнәгә ҡуйыусы режиссеры - Айрат Әбушахманов. Ошо ете ҡыҙҙың гражданлыҡ ҡаһарманлығын мәңгелләштерергә теләү ниәте менән театр директоры Наилә Сәфәрғолова күп йылдар хыялланып йөрөй. Ниһайәт, был хыял тормошҡа аша, 80 йыллыҡ юбилей тантанаһы ваҡытында, театр алдында "Ете ҡыҙ" мемориаль ташы асыла.
Театр тарихында тағы бер күркәм традиция бар – даими рәүештә 1993 йылдан башлап "Йыл актеры" билдәләнә. Был премияны ойоштороусы Салауат ҡалаһының шәхси эшҡыуары - Салауат Гәрәбәй улы Исхаҡов.


2014 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем театрҙың директор вазифаһын йәш белгес Маннапов Илдар Марат улы башҡара. Уның тырышлығы менән театр бинаһын төҙәтеү буйынса бик күп эштәр башҡарыла, яңы техника булдырыла. 2015 йылда Илдар Марат улы етәкселегендә Төркиәгә "Мең һулыш һәм бер тауыш" халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестиваленә сәфәр ойошторола. Беҙҙең театр З.Бураҡаеваның "Ҡорҡот атаның һуңғы йыры" спектаклен (режиссеры –З.Сөләймәнов) тәҡдим итә.
Салауат театры – республикабыҙҙа ғына түгел, сит тарафтарҙа ла киң танылыу яулаған һәм абруй ҡаҙанған ижади коллектив. Театрҙың үҙ традициялары, үҙенә генә хас сәхнә алымдары, тамашасылар менән эшләү серҙәре бар. Шуға күрә халыҡ уны ярата, спектаклдәренә ихлас йөрөй, үҙ итә. Бөгөнгө көндә театрыбыҙ гөрләп эшләй, беҙҙе яңынан-яңы тамашалар менән шатландыра.

http://театрсалават.рф/index.php/ba/teatr/teatr-tarikhy

Читайте нас: