-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
19 Ғинуар 2021, 18:00

Билдәле йырсы Харис Шәрипов:

"Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәғфирә Ғәлиева, Шамил Хәмәҙинуров, Фән Вәлиәхмәтов, Фәриҙә Ҡудашева һәм башҡа йырсыларҙың тауышы менән йырлай инем".

"Мин үҙемде белгәндән алып йырлайым шикелле. Сәңгелдәктә ятҡан саҡтан бик илаҡ бала булғанмын. Үҙемсә шулай йырлағанмындыр, тип уйлайым. Миңә ике йәш булғанда ата-әсәйем радио һәм телевизор һатып алған. Шуға бәләкәйҙән үк үҙебеҙҙең, Татарстандың һәм Мәскәү артистарын күреп, тыңлап үҫтем. Йырҙарын тиҙ генә отоп ала торғайным. Ә сәхнәгә сығырға оялдым. Шулай ҙа бәләкәй саҡтан уҡ йырсы булырға хыялландым. Йыр дәресен көтөп ала инем. Башланғыс класта уҡығанда Хисам бабай, урта мәктәптә – Миңнурый һәм Әхмәт ағайҙар йыр дәресен алып барҙы. Дәрес һайын яңы йырҙар өйрәндек. 9-сы класта ғына сәхнәгә сығырға батырсылыҡ иттем. Аптраҡ урта мәктәбен тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының йыр бүлегенә уҡырға индем. Уҡытыусым Джон Әхмәт улы Мусин булды. Тәүҙә бик ояла инем, уҡыу ҡыйын барҙы. Уҡытыусым да бик ышанып етмәне, буғай. Иң ауыры оялсанлыҡты еңеү булғандыр. Ике ай уҡығас, йыр буйынса тәүге имтиханға әҙерләнгәндә, Джон Әхмәт улы училищеның сәхнәһенә баҫтырҙы ла: "Һин бит сәхнә өсөн тыуғанһың!" – тине. Беренсе курстан һуң армия сафына алындым. Унда ла хәрби дежурҙа торғанда йырлап ала торғайным. Подразделение начальнигы, подполковник Яскевич: "Шәрипов, һин бит бик һәйбәт йырлайһың, киләсәктә мотлаҡ йырсы булырға кәрәк!" – тине. "Мин сәнғәт училищеһынан армегә алындым", – тип яуапланым. Ул үҙе поляк милләтенән булһа ла, Ташкентта, татарҙар араһында үҫкән, телде яҡшы аңлай ине.

Әрменән ҡайтҡас, уҡыуымды дауам иттем. Диплом алғас, эстрада йырсыһы булырға хыялланһам да, эшкә алынманым. Шулай ҙа өмөтөмдө өҙмәйенсә, хор капеллаһына йүнәлтмә алдым. Унда эшләгән саҡта эстрада төркөмө менән гастролдәргә сығара башланылар. Тәүге гастролгә Илфаҡ Смаков төркөмөнә концерт алып барыусыһы итеп ебәрҙеләр. Бер йылдан һуң, йырсы һәм алып барыусы итеп "Илһам" эстрада төркөмөнә алдылар. Төрлө йырсыға пародия менән дә сығыш яһаным. Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәғфирә Ғәлиева, Шамил Хәмәҙинуров, Фән Вәлиәхмәтов, Фәриҙә Ҡудашева һәм башҡа йырсыларҙың тауышы менән йырлай инем. Ул ваҡытта үҙе бер яңылыҡ булғайны. Артабан биш йыл Нәзифә Ҡадирова төркөмөндә Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөнөм. 1994 йылда Смоленск ҡалаһында үткәрелгән "Рәсәй тауыштары" конкурсында икенсе урынға лайыҡ булдым. Шул уҡ йылда лауреат булараҡ, Мәскәүҙең Колонналы залында сығыш яһарға саҡырҙылар. Был сығышымды бер нисә тапҡыр үҙәк телевидение күрһәтте".

Читайте нас в