+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
14 Ғинуар 2021, 16:31

Ни өсөн Арыҫлан Ҡырымсуринды төп ролгә һайлап алалар?

“Тәүҙә беҙ кастинг-директорға килдек, мине һайланылар. Шунан беҙ Башҡортостанға киттек. Унда Йәмил исемле малайҙы уйнаясаҡ партнерымды һайларға тейеш инек. Малайҙар бик күп булды”, – ти Марта.

“Һеңлекәш” фильмында төп ролдәрҙе Өфөнән алты йәшлек Арыҫлан Ҡырымсурин менән Мәскәүҙән һигеҙ йәшлек Марта Тимофеева башҡара. Арыҫлан киноға беренсе тапҡыр ғына төшһә, Марта әллә күпме кинола һәм сериалдарҙа төрлө ролдәрҙе башҡарған, йәмғеһе 40-тан ашыу эше бар.
“Тәүҙә беҙ кастинг-директорға килдек, мине һайланылар. Шунан беҙ Башҡортостанға киттек. Унда Йәмил исемле малайҙы уйнаясаҡ партнерымды һайларға тейеш инек. Малайҙар бик күп булды. Телде яҡшы белгән һәм шулай уҡ шәп актер булырлыҡ һәйбәт малайҙы эҙләп, бөтөн Башҡортостанды урап сыҡтыҡ. Шунан инде Арыҫлан Ҡырымсуринды таптыҡ,” – ти Марта.
Ә Йәмилде уйнаған Арыҫлан Ҡырымсурин Өфө ҡалаһында йәшәй. Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә берҙәй таҙа, матур һөйләшкәне өсөн дә уны төп ролгә һайлап алалар. Улай ғына ла түгел, кескәй саҡтан рэп йырлап, шиғырҙар һөйләп үҫкән сәсән телле малай – “Тамыр” студияһының талантлы кескәй артисы, “Сәңгелдәк” тапшырыуының алып барыусыһы, “Сулпылар-2018” бәйгеһенең финалисы һәм “Иң ҡыйыу башҡарыусы” номинанты ла.
– “Арыҫлан бик иртә һөйләшергә өйрәнде. Йәш ярым сағында туғыҙ деталдән торған пазлдар йыйырға
әүәҫләнеп китте. Корней Чуковскийҙың, Агния Бартоның шиғырҙарын сатнатып һөйләп, ғаилә ағзаларын ҡыуандырҙы. Телгә әүәҫлеге ике йәшенән күренде: инглиз алфавитын көйгә һалып, өйрәнде. Әле лә телде өйрәнеүҙе дауам итә. Өс йәшенән ҡартөләсәһе ярҙамында “Фатиха”, “Ихлас” сүрәләрен аятын, Күрси ҡабатлау таблицаһын ятлап алды. Ә дүрт йәшенән, “Сәңгелдәк”, “Иләү” тапшырыуҙарын алып барғанда, үҙаллы китаптар уҡып, яҙыша белә ине, – тине Арыҫландың әсәһе Гүзәл Рафаэль ҡыҙы үҙенең улы тураһында.
Арыҫлан шулай уҡ – 2017–2018 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Дим районында үткән “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы еңеүсеһе. Ә 2018 йылда Өфө ҡалаһы буйынса үткән ошо уҡ бәйгелә “Арыҫлан һәм ҡуян” әкиәте менән абсолют еңеүсе булған.
Биш йәшенән “Див-а” хореоргафия студияһында “хип-хоп” йүнәлеше буйынса бейеүҙәр менән дә шөғөлләнә өлгөр малай.
Читайте нас: