-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
8 Ғинуар 2021, 17:45

Тыуған көнөгөҙ менән, Юлай Ишбулды улы!

Халҡыбыҙҙың милли танытмаһы булған ҡурайҙы пропагандалауға ихлас бар күңелен биргән ир-уҙаманы башҡорттоң:

Халҡыбыҙҙың милли танытмаһы булған ҡурайҙы пропагандалауға ихлас бар күңелен биргән ир-уҙамандары бар башҡорттоң. Шуларҙың береһе - Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәйнетдинов Юлай Ишбулды улы.
Йәш кенә студент Юлай, ҡурайсыларҙың мәшһүр Әҙһәм Исҡужин исемен йөрөткән республика бәйгеһенең иң тәүгеһендә гран-при яулағас, ҡурай уның йәшәү рәүеше, рухи торошона әүерелә.
"Һөнәрем менән музыкант булып китмәһәм дә, - ти ул, - 24 йәштә гран-при алыу минең тормошома юллама бирҙе".
Юғары кимәлдә ҡурайҙа уйнау оҫталығына эйә булып, үҙ ижадында арҙаҡлы ҡурайсылар йолаларын тулыһынса ҡулланып, уларҙы артабан үҫтереүҙә ҙур өлөш индерә ул. Юлай Ғәйнетдиновтың репертуарында 300-ҙән ашыу башҡорт халҡының быуындан-быуынға күсеп килгән ҡурай моңдары, шул иҫәптән 100-ҙән артыҡ оҙон көй өлгөләре. Уның башҡарыуында данлы «Урал», «Буранбай», «Ғилмияза», «Сыңрау торна» һәм башҡа бик күп әҫәрҙәр үҙенсәлекле яңғырай. Оҫта ҡурайсы башҡорт халыҡ көйҙәренең төрлө вариантарын ишеттерә. Билдәле композитор Анатолий Кукубаевтың «Ҡурай һәм оркестр өсөн пьеса» әҫәрен тәүге башҡарыусы ла нәҡ Юлай Ғәйнетдинов була. Атаҡлы ҡурайсы башҡорт моңдарын илебеҙҙән ситтә үткән күп һанлы бәйгеләрҙә яңғырата һәм уларҙа тәүге урындарҙы яулай: «Музыкант призы» — 9-сы Халыҡ-ара фольклор фестивале (1983 йыл, Венгрияның Сегед ҡалаһы), Япониялағы халыҡ-ара фестивалдәр — 1990 йыл, Эсаши ҡалаһы; 2000 йыл, Осака ҡалаһы); «Евразия йыры» — 2003 йыл, Саппоро ҡалаһы).
Дүрт тиҫтә йылдан артыҡ башҡорт халыҡ ижадын йыйыу һәм пропагандалау менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнә ул. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының тамашасыларҙа ҙур популярлыҡ яулаған «Хазина» ижади берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе һәм уның тәүге етәксеһе була. Шулай уҡ Башҡортостан телевидениеһының «Хазина» программаһының даими авторы һәм алып барыусыһы булараҡ, республикала һәм унан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ араһындағы үҙенсәлекле талантҡа эйә булған халыҡ башҡарыусыларына, шулай уҡ музыка һәм бейеү сәнғәте фольклорын эсенә алған ижад ынйыларына арналған 300-ҙән артыҡ тапшырыу әҙерләп яҙҙыра һәм эфирға сығара ул. Мәшһүр ҡурай моңдарын киләсәк быуындарға тулы кимәлдә еткереү маҡсатында радио һәм телевидение фонотекаһы өсөн «Ҡараһаҡал маршы», «Батырша», «Ҡалмантай», «Наполеон Бонапарт», «Башҡорт краковяге» һәм башҡа бик күп көйҙәрҙе яҙҙыра. Башҡорт халҡының боронғо йырҙарын оҫта һәм үҙенсәлекле башҡарыусы халыҡ йырсылары Сөләймән Абдуллин, Флүрә Килдейәрова, Абдулла Солтановтар төрлө йылдарҙа Юлай Ғәйнетдиновтың ҡурай моңдарына ҡушылып, күп сәхнәләрҙә республика һәм күрше төбәктәрҙең генә түгел, байтаҡ ҡына сит ил тамашасыһын да әсир итә. Юлай Ишбулды улы үҙе лә башҡарыусы булараҡ төрлө концерт сараларында һәм тантаналарҙа әүҙем ҡатнаша. Ул — Әҙһәм Исҡужин исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсының төп ойоштороусыларының береһе һәм бәйгенең даими ағзаһы.
Ҡурайҙы пропагандалауға Юлай Ғәйнетдинов Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында уҡ ныҡлап тотона. Үҙ уҡытыусылары өлгөһөндә ул йәш ҡурайсылар үҫтереп-тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бирә: Өфөләге үҙе тамамлаған 1-се интернат-мәктәптә, ҡала пионерҙар һарайында, авиация институтында ҡурай түңәрәктәрен йылдар дауамында уңышлы алып бара. Ул ойошторған «Һорнай» балалар фольклор ансамбле лә емешле эшләй — унан бик күп танылған ҡурайсылар, күренекле баянсылар һәм скрипкасылар үҫеп сыға. Юлай Ишбулды улының халҡыбыҙҙың ике меңдән ашыу аҫыл ҡомартҡыларын һаҡлаған, йырҙар, уларҙың тарихы, ҡурайҙа башҡарылған оҙон көйҙәр, бәйеттәр һәм бейеү көйҙәрен туплаған шәхси фонотекаһы бар. Был фонотеканы данлыҡлы ҡурайсы Кәрим Дияров бүләк иткән, һәм ул тарихтары менән бергәләп йөҙҙән ашыу йыр һәм көй яҙылған таҫмаларҙан башланған.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: