Араға Ҡәҙерғол тигән атаҡлы бай килеп инә. Ул бик ҙур ҡалым вәғәҙә итеп, Зөлхизәне үҙенә өсөнсө бисәлеккә һората. Ҡыҙҙың атаһы быға риза булмай.
«Беҙ Арыҫландың атаһы менән балалар бәләкәй саҡта уҡ ҡоҙа булыштыҡ, Зөлхизә менән Арыҫлан һырға һабағы алыштылар. Йола буйынса, минең кейәүем Арыҫлан булырға тейеш», — ти ул.
Ҡәҙерғол бай ҙа һүҙенән ҡайтмай. Ул, бер дүнән биреп, Йәрмәт тигән кешенән Арыҫланды үлтертмәк була. Ә дүнәнде Арыҫлан урлаған тип ғауға һала һәм, ялған шаһиттәр табын, егетте хөкөмгә тарттыра.
Арыҫлан ҡасҡын хәлендә йөрөргә мәжбүр була. Шунан файҙаланып, Ҡәҙерғол Зөлхизәне өсөнсө бисә итеп алыу теләгенә ирешә.
Зөлхизә Арыҫланды һағына, йәйге төндәрҙә Арыҫлан Ҡәҙерғолдоң тирмәһе тирәһенә килеп ҡурайҙа «Зөлхизә» көйөн уйнай торған булған.
Бер ваҡыт Арыҫланды бына шулай үҙен-үҙе онотолоп ҡурай уйнап ултырған ерендә Йәрмәт килеп үлтереп киткән, ти