Ҡушмөхәмәт менән Ишмөхәмәт тигән ике һунарсы дуҫ булған. Халыҡ уларҙың исемен боҙоп Ишәй менән Ҡушай тип йөрөткән.
Ана шулай бер ҡашыҡтан ашап, бер туҫтаҡтан эсеп йөрөгән кешегә, хатта бергә йөрөй торған өйөрһөк малдарға ла: «Ишәй менән Ҡушай кеүек бергә йөрөйҙәр», — тип әйтер булғандар.
Былар, һунарға йөрөй торғас, оһолдарын арттырғандан-арттыра барып, бөтә тирә-яҡта данлы һунарсы булын киткәндәр. Халыҡ телендә маҡталып һөйләнгәс, быларҙың икәү-ара дуҫлығы нығнғандан-нығынған. Шуға күрә былар, бер көн һунарҙан ҡайтып килгәндә, һүҙ ҡуйышҡандар.
Ҡушай: «Ишәй дуҫ, икебеҙҙең дә бисәләр бер мәлдә буйға ҡалды. Әгәр беребеҙҙең - ул, беребеҙҙең ҡыҙ бала тыуһа, ҡоҙа булышайыҡ»,— тигән.
Ишәй ҙә быны ҡеүәтләгән: —Була ул, дуҫ та, ҡоҙа ла булырбыҙ. Бутҡаны май боҙмай, тигәндәй, уның менән дуҫлыҡ боҙолмаҫ, — тигән.
Ҡайтыуҙарына, «Ҡушай ағай, ҡыҙың бар! Ишәй ағай, улың бар!», тип һөйөнсөләп торалар, ти, быларҙы.
Ишәй әйткән: — Фәрештәнең амин тигәненә тура килде бит.
Ҡушай: — Әйткән һүҙ — атҡан уҡ, ҡоҙа булабыҙ, — тигән.
Былар ҡул тотошоп, балаларға бүләктәр әйткәндәр. «Бишек туйы» уҙғарырға тип һүҙ ҡуйышҡандар.
Ишәй менән Ҡушай һаман һунарға йөрөгән. Бисәләренең ҡырпы тулғас, «Бишек туйы» йыйып, Ҡушай ҡыҙына Зөлхизә, Ишәй улына Вәли, тип исем ҡушҡандар.
Ишәй менән Ҡушай һаман, боронғоса дуҫ булып, һунарға йөрөй. Вәли менән Зөлхизә, ай-йыл һанап, һаман үҫә. Вәли атҡа менерлек, Зөлхизә көйәнтә күтәрерлек булып китә. Ике ҡоҙа «һырға туйы» уҙғарып ташлай. Балаларҙың береһен - килен, икенсеһен кейәү, тип йөрөй башлағандар.
Берҙән-бер көн ер-һыуы таныш булмаған яҡҡа һунарға барған саҡта, Ишәй аңһыҙҙан шаршыға осҡан да һыуыҡ тейеп ҡайтып, шунан мандый алмай үлеп киткән. Ҡушай яңғыҙ ҡалһа ла, бүтән һунарсыларға ҡушылмай икән. Яңғыҙ үҙе йөрөһә лә йәнлекһеҙ ҡайтмай, дуҫының данын юғалтмай йәшәгән. Үҙҙәре менән бергә һунарға йөрөү өсөн Ҡушайҙы тирә-яҡтағы байҙар саҡырта башлағандар. Ҡушай риза булған.
Берҙән-бер көн Йәнтүрә исемле данлыҡлы бай Ҡушайҙы бисәһе менән ҡунаҡҡа саҡырған. Бер нисә көн ҡунаҡ иткән. Был Йәнтүрә бай тирә-яҡта байлыҡ менән дә, һаранлыҡ менән дә дан алған кеше булған. Уны халыҡ «Йәнтей ҡарун» тип йөрөткән. Ҡушайҙы саҡырып, ҙур бүләк биреп ҡайтарғанын ишеткәс, халыҡ араһында аптырап: «Таштан йүкә һуйылыр икән», — тип һөйләгәндәр, ти.
Күп тә үтмәй Йәнтей бай Ҡушайға әйтә һалған: — Зөлхизәң бик һылыу булып үҫкән икән. Шуны анау Ишәйҙең улына биреп әрәм итмә, үҙемә йәш кәләшлеккә бир ҙә ҡуй. Ебәккә уратып ҡына йөрөтөрмөн.
Тора-бара Йәнтейҙең йыш-йыш килеп йөрөүе һунар өсөн түгел икәне аңлашылған. Ҡушай ҙа ҡыҙы Зөлхизәне Йәнтейгә өсөнсө бисәлеккә бирергә риза булған. Быны әле Зөлхизә белмәгән.
Берҙән-бер көн һыуға барғанда, Йәнтей байҙар ауылынан төшкән бер бисә Зөлхизәгә: — Арыумы әле, Зөлхизә килен! — ти. Зөлхизә аптырап ҡалған. Нәмә тип яуап бирергә лә белмәй. Ҡайтып әсәһенән һорашҡан. Әсәһе эштең нимәлә икәнен шунда әйтеп биргән. Йәнтейгә барырға һис тә риза булмаған, һаман да Вәлиҙе яратыуын әйткән.
Шунан Ҡушай Вәлиҙе саҡырып алған да: — Атайың үлде, уртаҡ айырылды, һин инде минең ҡыҙыма мөҫөрәп йөрөмә, ул ҡыҙ һиңә буласаҡ түгел, — тигән.
Вәли менән Зөлхизә хәҙер нисек тә ҡасыу яғын ҡайғыртҡандар. Һанаулы көндәр еткән. Йәнтейҙең туйы билдәләнгән. Ҡоҙалар килгән. Ашау-эсеү башланған. Уйын-көлкө дауам иткән. Тап шул бола осоронда Зөлхизә менән Вәли ҡасып киткәндәр.
Зөлхизәне күҙәтеп йөрөгән егеттәр быны һиҙеп ҡалғандар ҙа Ҡушайға килеп әйткәндәр. Ҡушайҙың туйҡайғыһы ҡалмаған. Атҡа менеп, бер нисә кеше эйәртеп, ҡыуа сыҡҡан. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ул төн ямғыр яуған. Зөлхизә менән Вәли йылҡы көтөүенә барып, ат тотабыҙ тиһәләр, ямғырҙа күшегеп, өшөп торған йылҡыны өйөрөп, ат тотҡансы күп ваҡыт үтеп киткән. Вәлиҙәр атҡа менеп, бер аҙ ҙа китә алмаған.
Ҡушайҙар баҫмалатып ҡыуып еткәндәр. Быларҙы уратып алғандар. Вәли ҡасып ҡотолған. Зөлхизәне тотҡандар. Зөлхизәне ат ҡойроғона тағып, ҡамсы менән ярып, йәйәүләтеп алып ҡайтҡандар. Вәли шул китеүҙән юҡ булған. Ҡасҡылар араһында йөрөп, үҙенә иш йыйып, Зөлхизәне урларға уйлаһа ла, өлгөрә алмаған. Зөлхизәне Йәнтейгә биреп, Йәнтейҙең йортона оҙатҡандар. Зөлхизә Вәлиҙе онота алмаған. Уны һағынып, көндән-көн кипкән, һарғайған.
Вәли бер нисә айҙар йөрөгән. Күп ерҙәрҙә булған, йөрөй торғас, Йәнтейҙең йәйләүенә килеп сыҡҡан. Төн уртаһы еткәс, бөтә йәйләүҙә тынлыҡ урынлашҡас, Йәнтейҙең тирмәһе ҡаршыһына килгән дә, Зөлхизәне һағыныпп йырлаған.
Вәлиҙең йырын ишетеп, Зөлхизә һиҫкәнеп, уянған. Шунда уҡ Вәлиҙең йырын ишетеп, сығып ҡасырға уйлаһа ла, ҡотола алмаған. Йәнтей уянып киткән.
Вәли көткән дә, Зөлхизә сыҡмағас, өмөтһөҙләнеп кире китеп барған. Зөлхизәнең сыҡмауынан ҡайғырып, көйөп барып, атынан төшкән дә бер ҡая өҫтөндә ултырып уй тотҡан: «Булмаһа, бөгөн төн тирмәһенә үк барып керәйем дә күҙмә-күҙ һөйләшәйем, Зөлхизә нимә тиер?» — тип уйлаған да шунда ятып йоҡлаған.
Зөлхизәне һис йоҡо алмаған. Таң беленгәс, һыйыр һауырға сығыу һылтауы менән сыҡҡан да йыр тауышы килгән яҡҡа барып, ҡамыш, тал араларынан эҙләп таба алмағас, ултырып илаған-илаған да кире ҡайтҡан.
Вәлиҙе эҙләргә Йәнтей бай кешеләр ебәргән. Эҙләй торғас, улар бер һайыҫҡан шыҡрыҡлаған урынға ҡарай киткәндәр. Вәлиҙең йоҡлап ятҡан урынына барып сыҡҡандар. Уятып-нитеп тормағандар, шул урында йөрәгенә хәнйәр ҡаҙағандар.
Береһе Йәнтей байға һөйөнсөгә сапҡан. Йәнтей бай Вәлиҙең үлгәнен үҙ күҙе менән күргәс кенә ышанған. Үлтереүселәргә мал биреп, ҙур туй яһаған. Зөлхизә йәнтейҙең ҡулында ҡалһа ла, Вәлиҙе онотмаған. Бала төҫө күрмәгән. Көндән-көн һарғайып кипкән. Аҙаҡ сиктә диуана булып үлгән, ти.
(Зөлхизә йыры риүәйәтенең икенсе варианты. Буранғолов М.Б 83 Сәсән аманаты: — Халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 352 бит).