+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
25 Декабрь 2020, 21:00

Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы

Был картинала һүрәтләнгән ҡыҙҙың исеме оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙ була. Күп йылдарҙан һуң ғына зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙының кемлеге асыҡлана. Ул хәҙерге Белорет районының

Ҡасим Сәлиғәскәр улы Дәүләткилдеев 1887 йылдың 11 апрелендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе (хәҙерге Благовар районы) Күгел ауылында тыуған. Бик иртә етем ҡалып, Өфөләге туғандарында тәрбиәләнә. 21 йәшендә, ҙур ҡыйынлыҡтар кисереп, Петербургҡа бара һәм Юғары художество-сәнғәт училищеһына уҡырға инә.
Училищены тамамлағандан һуң Художество академияһына конкурс буйынса ирекле тыңлаусы булып алына. Әммә академияла оҙаҡ уҡый алмай: 1917 йылда Өфөгә ҡайта һәм ғүмеренең ахырынаса (1947 йылғаса) шунда йәшәй. Йәш рәссам бындағы һынлы сәнғәт түңәрәгендә әүҙем эшләй, тәүге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Октябрь революцияһынан һуң Ҡасим Дәүләткилдеев яңы тормош эсендә ҡайнап йәшәй. Ул Өфөлә Рәсәйҙең революцион рәссамдары берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе була. М. В. Нестеров исемендәге художество музейына нигеҙ һалғас, рәссам бер ни тиклем ваҡыт шунда эшләй һәм музей менән бәйләнешен ғүмеренең аҙағынаса өҙмәй. 20-се һәм 30-сы йылдарҙа ул халыҡ сәнғәте әҫәрҙәрен йыйыу өсөн экспедицияларҙа йөрөй. Башҡорт һынлы сәнғәте классикаһына ингән иң яҡшы әҫәрҙәре лә нәҡ ошо мәлдә ижад ителә.
1926 йылда Өфөлә сәнғәт училищеһы асылғас, Ҡ. Дәүләткилдеев унда беренсе башҡорт педагогы була. Уҡытыусылыҡ эшенә ул ғүмеренең 25 йылын арнай.
Рәссамдың әҫәрҙәре бөтәһе лә тиерлек художество музейында һаҡлана. Уларҙың күбеһе – акварель, күмер менән яһалған һүрәттәр.
Әҫәрҙәрендә ул башҡорттарҙың көнкүрешен, халыҡтың характерлы типтарын илһамланып, бик оҫта күрһәтә алған (“Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы”, “Һунарсы башҡорт”, “Башҡорт йортоноң күтәрмәһе” һ. б.).
“Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы” һүрәте юғары нәфис сифаттары менән айырылып тора. Ул 1929 йылдың башында Мәскәүҙең Третьяков галереяһында совет сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелә. Сағыу милли балаҫтар, кейем-һалым, йорт йыһаздары менән бер рәттән, үҫмер ҡыҙҙың йөҙөн, күҙ ҡарашын, үҙен тотошон рәссам бик оҫта кәүҙәләндергән. Баҫалҡы, инсафлы, мөләйем ҡыҙҙың образын һоҡландырғыс ябай, шул уҡ ваҡытта тәбиғи һәм кешелекле итеп сағылдырған.
Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы образы рәссам күңелендә нисек тыуған һуң?
Был картинала һүрәтләнгән ҡыҙҙың исеме оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙ була. Күп йылдарҙан һуң ғына зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙының кемлеге асыҡлана. Ул хәҙерге Белорет районының Уҫманғәле ауылы ҡыҙы Мәрйәм Йомағолова булып сыға. “Төҫкә һылыу, егәрле, аш-һыуға оҫта ҡыҙ, кәрәк булһа, елдереп атта һыбай сығып та китә, матур йырлай ине”, – тип хәтерләй уның тураһында ауылдаштары. Уҫманғәлелә тыуып үҫеп, Мәрйәм Йомағолова ғүмере буйы ошо райондың Берештамаҡ ауылында ғүмер кисергән.
…12 йәшлек ҡыҙ, урамда эштәрен бөтөрөп, өйөнә ингәс, ишек төбөндә ике ят кешене күреп, ҡурҡып, туҡтап ҡала. Уларҙың береһе – ҡара мыйыҡлы, оҙон, ябыҡ, сәйер генә бүрекле, икенсеһе буйға ҡайтышыраҡ була. Уныһы ҡулъяулыҡты, дүрт мөйөшөнән төйнәп, башына кейеп алған. Башҡортса һөйләшәләр.
Оҙонорағы (Ҡасим Дәүләткилдеев) Мәрйәмдән матур күлдәген кейеүен һорай. Үҙен һүрәткә төшөрәсәге тураһында әйтә. Ҡыҙ тыңлаусан ғына ризалаша. Уны урын-ҡаралды өйөлгән урындыҡҡа ултырталар.
Оҙаҡ ҡына ваҡыт үтә. Ҡыҙ эстән генә: “Әсәйемдәр ҡайтһа, эләгә инде, бер нәмә лә эшләп өлгөрә алмайым”, – тип ҡайғыра. Был турала рәссамдарға әйтер ине, ояла.
Бына шулай яҙыла әлеге билдәле картина. Данлыҡлы рәссамдың булып киткәнен ауылда белмәй ҙә ҡалалар.
Портрет әле баш ҡаланың Нестеров музейы фондында һаҡлана. Артында “Деревня Усман-гали, Белорецкий район. Юмагужина Марьям, сентябрь, 1928 год” тип Ҡасим Дәүләткилдеевтың үҙ ҡулдары менән яҙылған.
— Ниндәйҙер кешеләр килеп, мине һүрәткә төшөрөп алып киткәйне, – тип гел генә һөйләгән була Мәрйәм инәй, ләкин ул ваҡытта бер кем дә быға артыҡ иғтибар бирмәй. Мәрйәм инәй үҙе 1989 йылда 73 йәшендә яҡты донъя менән хушлаша. Ул Берештамаҡ ауылында ерләнгән.
Зөбәржәт ЯҠУПОВА
Читайте нас: