+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
25 Декабрь 2020, 14:00

ТӘБИҒӘТТЕҢ ТӨҪТӘРЕ

Химия фәне барлыҡҡа килгәнгә тиклем һәр рәссам үҙе химик та, технолог та булған

Боронғолар нисек буяу эшләгән? Тәүтормош һүрәттәренең тәбиғи шарттарҙа беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып килеп етеүенә ҡарағанда, улар ҙа был эште бик оҫта башҡарған булып сыға түгелме? Әлбиттә, кеше бик борондан таштарҙың төрлө төҫтә булыуын һәм улар ярҙамында, шул уҡ ялпаҡ таштарға һыҙып, ниндәйҙер тамғалар яһап булыуын асыҡлаған. Иң беренсе һыҙма ҡәләм, моғайын да, ағас күмере булғандыр. Ләкин тәбиғәттән алынған буяу “ҡәләмдәренең” оҙаҡ һаҡланмауы, тиҙ генә йыуылып-юйы лып тороуы ла асыҡланған. Шулай тәбиғи буяуҙарҙың ғүмерен оҙайтыу мәсьәләһе ҡалҡҡан да инде.
Минераль таштарҙы һәм үҫемлектәрҙән алынған һуттарҙы буяуға әйләндереү өсөн уларҙан алынған пигментты тултырма матдә менән бутау (наполнитель) башта яҙма-һыҙма өсөн төрлө төҫтәге балсыҡты ҡулланыуҙан килеп сыҡҡан тигән фараз бар. Сөнки балсыҡтың ағы ла, һоро ла, һарыһы һәм ҡыҙылы ла бар, уны ябай һыуҙа ебетеп, төрлө рәүешкә килтерергә, ҡатнаш төҫтәр алырға мөмкин. Донъя ла әле һаман аҡбалсыҡты шул килеш аҡ һәм, ҡушымталар өҫтәп, төрлө төҫлө буяу итеп киң файҙаланалар. Ә тимер рудаһынан алынған охра буяуы менән, мәҫәлән, Шүлгән мәмерйәһендәге һүрәттәр төшөрөлгән. Әйткәндәй, бөтөн ерҙә киң ҡулланылған “сурик” тигән ҡыҙыл буяу ҙа шунан эшләнә – арзан да, уңайлы ла.
Тәүге тултырма йәнлек һәм малдың майын иретеп яһалған. Артабан төрлө таштарҙан яһалған онтаҡты бал менән ҡуша башлағандар. Казеин тултырмаһы һөттән яһала. Балыҡ майы, ыҫмалалар, шәкәр сиробы ла шуның өсөн файҙаланыла. Химия фәне барлыҡҡа килгәнгә тиклем һәр рәссам үҙе химик та, технолог та булған, тип әйтергә нигеҙ бар.
Хәйер, рәссамдар ғынамы? Ћәр хужабикә теккән кейемдәрен, туҡымаларын, йөндө төрлөгә буяу өсөн үҫемлек буяуҙарында манып алырға тырышҡан борон. Бының өсөн бик күп төрлө үләндәрҙең япрағы, тамыры, сәскәһе һәм ағастар ҡайырыһы файҙаланыла. Барыһы ла белгән һуған ҡабығы, кесерткән япрағы, ерек һәм имән ҡайырыһы, ат ҡуҙғалағы тамыры, сөгөлдөр һуты, сейә емеше…
Химия фәне һәм төҫлө буяуҙар эшләү технологиялары бик ныҡ алға китһә лә, тәбиғи буяуҙар яһау һаман да көн үҙәгендә ҡала килә. Рәссамдар ҙа, биологтар ҙа, технологтар ҙа (хәйер, кем генә түгел икән?) был өлкәлә тәжрибәләрен туҡтатмай. Кешенең Тәбиғәт-әсәбеҙгә ҡабаттан йөҙ бороуы менән аңлатып булалыр быны. Йыл әйләнәһенә төрлө төҫтәр менән балҡыған тирә-йүнебеҙ был өлкәлә ижадҡа үҙе үк әйҙәп-саҡырып тора.
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.
Читайте нас: