-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Декабрь 2020, 20:00

Апалы-һеңлеле Бәхтиевалар

Сабый саҡтан уҡ Зилиәнең теле, йырлап-көйләп, асыла. Дүрт йәшлек кенә ҡыҙыҡай “Яҙғы тамсылар” йыр бәйгеһендә Гран-при яулаһын әле! Ә Юлиә, алты йәшендә

Сәфәрғәле ҡартатаһынан халыҡ йыры “Ильяс”ты өйрәнеп алып, “Ирәндек моңдары”, “Башҡортостан йондоҙсоҡтары”, “Оҙон көй”, һ.б бик күп конкурстарҙа ҡатнашып йөрөй.
– Иҫ белгәндән алып бергә йырлайбыҙ, кис еттеме, көн дә өйҙәгеләргә концерт ҡуябыҙ.
Инглиз, һинд телдәрендә лә йырланыҡ, төрлө халыҡ бейеүҙәрен дә бейенек, атай-әсәйебеҙ беҙгә бәхетле баласаҡ бүләк итте – беҙҙе ижади мөхиттә тәрбиәләне. Эшләп үҫтек. Бесәнгә лә йөрөнөк, кәбән башында ла торҙоҡ. Һәр йәкшәмбе иртәнсәк атайыбыҙ тәмле итеп “ҡурылған икмәк” менән һыйлағаны хәтерҙә. Иң яратҡан уйыныбыҙ – “12 таяҡ” булды. Бразилия сериалдарын ҡарап, илһамланып, өй матурлап, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөргә, конькиҙа шыуырға, көҙгөһөн һалам күбәһе башынан һикерергә яраттыҡ.
1999 йылда Мәскәүҙә үткән “Рәсәй ғаиләһе” Бөтөн Рәсәй конкурсы еңеүселәре, әсәйем яғынан Хәсәновтарҙың ҙур ғаилә ансамбле менән 11 октябрь – Республика көнө байрамы уңайынан Хөкүмәт концерттарында ҡатнаштыҡ.
Ижад юлыбыҙҙа апайыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиеваның роле бик ҙур булды. Хәтерҙә, “Урал моңо”нда дуэт менән ҡатнашабыҙ тигәс, Төркиәнән беҙгә бер иш кенә матур күлдәктәр алып ҡайтты. Әле лә һәр саҡ файҙалы кәңәштәренән, ярҙамынан ташламай, – тип хәтерләй, йырсылар.
Зилиәнең бәләкәй саҡта “Гөрләүек” тигән псевдонимы ла булған. Тарихы былай: китапхананан уҡырға тип Айһылыу Ғарифуллинаның “Гөрләүек” китабын алып торған. Ҡултамға ҡуйырға һораған саҡта, шаяртып, “Зилиә Гөрләүек” тип яҙған да ҡуйған.
Зилиә бәләкәйҙән йырҙар ижад итә, иң тәүге йыры “Әсәйемә” тип атала, ошо йырҙың видеояҙмаһы әле лә һаҡлана. Ә Юлиә – шиғри күңелле, ул шиғырҙар яҙа. Мәктәптә уҡығанда “Йәншишмә” гәзитендә хикәйәләре һәм шиғырҙары донъя күреп торған.
Ҡыҙҙар Баймаҡ сәнғәт мәктәбенең фортепиано класын тамамлаған. Юлиә – 2006 йылда “Һылыуҡай” республика гүзәллек бәйгеһе һәм “Мисс Азия” халыҡ- ара конкурсында 2-се урын яулай, шулай уҡ – “Мисс камиллыҡ” титулына эйә була. Ә Зилиә – “Гәлсәр һандуғас – 2010”дың еңеүсеһе.
2010 йылда Юлиә менән Зилиә оло сәнғәт юлына аяҡ баҫа. Улар “Урал моңо” бәйгеһендә көс һынап ҡарай, төрлө концерт-фестивалдәрҙә сығыш яһайҙар. Роберт Юлдашевтың “Ҡурайсы” төркөмөндә йырлайҙар.
“Handuhas” проектына ойошҡан йырсылар, 2019 йылда Һиндостанға йыр фестиваленә барып, һинд һәм башҡорт телдәрендә йырлап, төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы таң ҡалдыр ҙы.
Башҡортостанда үткән “Musafir” этнофорумында “Handuһas” проекты, бик уңышлы сығыш яһап, сит илдән килгән продюсерҙарҙан төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашырға саҡырыу ҙа ала.
Ҡыҙҙар икеһе лә: Зилиә – Өфө егете Артур, Юлиә лә Заһир Шәйәхмәтов менән ғаилә ҡороп йәшәй.
Ижади кеше бар яҡлап та ижади була – ҡыҙҙар йырлауҙан тыш матур күлдәктәр тегә, төрлө биҙәүестәр яһай, нәзәкәтлелек темаһына төрлө семинарҙарҙа ҡатнаша һәм яңы альбом өҫтөндә эшләй. Шулай уҡ йырҙар ижад итә. Республикаға ғына түгел, бөтөн донъяға таныш Zainetdin этно-шоу проекты менән берлектә
“Халҡыма” йыры, “Ҡара тупраҡ” һәм “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырҙарының авторҙары.
– Планетаның ниндәй генә мөйөшөндә тыңламаһындар, йыр-моңобоҙ һәр кешенең күңеленә үтеп инер тип, ышанабыҙ, сөнки улар тыуған илебеҙгә, еребеҙгә һөйөү менән һуғарылған, – ти йырсы ҡыҙҙар.
Ижад юлдарығыҙ оҙон һәм тигеҙ, йырҙарығыҙ ғүмерле булһын, ҡыҙҙар!
Зөбәржәт ЯҠУПОВА.
Читайте нас: