+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
10 Декабрь 2020, 17:00

Рим ХӘСӘНОВ:

«Сит телдәрҙә лә күп йырҙар ижад итәһегеҙ. Моңдоң теле юҡ, әлбиттә. Шулай ҙа, композитор өсөн туған телдә һәм сит телдә йыр тыуҙырыу араһында айырма бармы?” – тип һорайҙар йыш.Быныһы телде ниндәй кимәлдә белеүеңә бәйле. Инглизсә лә

башҡорт, рус телендә һөйләшкән кеүек иркен аралашам. Шуға ла инглиз шағирҙарының ҡайһы бер шиғырҙарын уҡый башлаһам, шунда уҡ моң тыуа. Ҡасандыр Австралияла шул телде өйрәнеп ҡайтырға насип булғайны. Унда үткәргән ҡыҫҡа ғына арауыҡта өс йырым бик тиҙ популяр булып китте. Һәм авторҙашым Роун Роджерс минең моңдарҙың һиҙелер-һиҙелмәҫ үҙенсәлеге бар, тигән һығымтаға килде. Ул хаҡлы ине. Ысынлап та, мин бит, нигеҙҙә, үҙемдең башҡорт моңо аша фекер йөрөтәм. Ә уларҙыҡын өйрәнгәнмен, ятлап алғанмын.
Читайте нас: