+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
7 Декабрь 2020, 18:55

"Тамаша"ның яңы декабрь һанынан:

Алтынай Заһитова – Өфө ҡыҙы. 18 йәшлек һылыу баш ҡалабыҙҙың 3-сө гимназияһын тамамлаған, әлеге көндә М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында белем ала. Шулай ҙа, шиғыр һәм көйҙәр яҙыу, йырҙар ижад итеү һәм үҙ әҫәрҙәре менән сәхнәлә сығыш яһауҙарын төп, мөһим шөғөлө тип һанай. Ул ижад иткән музыка үҙенсәлеклеге менән айырыла, шуға ла күптәрҙең күңеленә ята. Ә үҙенең тауышы бәллүрҙәй нескә һәм моңло. Йәш кенә булһа ла, ҡыҙҙы ижадҡа яңы баҫҡан тип әйтеп булмай, уның тарихы бик ҡыҙыҡлы.

Алтынай мәктәптә уҡығанында уҡ гитарала уйнап йырлаусы йәш башҡарыусылар өсөн уҙғарылған “Ҡош юлы” телебәйгеһендә ҡатнаша. Әйткәндәй, тап шул бәйгегә әҙерләнә алһын өсөн уға Фәриха өләсәһе пенсия аҡсаһына профессиональ гитара алып биреп ҡыуандыра уны. Ошо еңеүенән һуң ҡыҙҙы “Дан” рок төркөмөнә вокалист итеп алалар һәм шул төркөм менән ул байтаҡ ҡына бәйгеләрҙә ҡатнашып призлы урындар ала, республиканың төрлө төбәктәрендә сығыш яһап та өлгөрә. 2019 йылда Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында уҙған “Шаттыҡ” халыҡ-ара балалар фестивалендә Мәскәүҙең “Илһам” театры исеменән сығыш яһап, дуҫтары менән Гран-при алып ҡайта. Үҙен тулыһынса йыр-моңға арнарға теләгән ҡыҙ 11 класта Берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы бирһә лә, үҙе теләгән престижлы юғары уҡыу йортона бюджетҡа инергә балдары етмәй һәм яҡындарының кәйефе ҡырылғанын күреп бер йылға ижадты ситкә ҡуйып тороп, имтихандарға яңынан әҙерләнә. Шул арала Останкино телевидениеһының Юғары мәктәбендә тауыш режиссеры һөнәрен үҙләштерергә лә ваҡыт таба. Һөҙөмтәлә, быйыл, барыһын да шаҡ ҡатырып, йәмғиәтте өйрәнеү һәм тирих фәндәрен 100, рус теленән БДИ-ны 98 балға тапшырып илебеҙҙең иң дәрәжәле юғары уҡыу йорттарының береһенә бюджетҡа уҡырға инеп студент булып китә. Уны хатта Берҙәм дәүләт итихандарына интернет селтәре аша әҙерләгән билдәле бер мәктәп үҙенә эшкә ала. Туғандарының теләген үтәп, күңелдәрен тынысландырғас та кире музыка донъяһына әйләнеп ҡайта һәм уҡыу менән бер рәттән яңы йырҙар ижад итә башлай һылыу. Быйыл Мәскәүҙә башҡорт телендә йырлаусы йәш башҡарыусыларҙың “Йәшлек-шоу” бәйгеһе үтәсәген ишеткәс һис икеләнеп тормай шунда юллана һәм Өфөгә финалға саҡырыла, бында ла уға ҙур уңыш йылмая. Бәйгенең баһалама ағзалары етәксеһе, “Йондоҙҙар фабрикаһы” Бөтә Рәсәй телешоуы режиссеры Лина Арифуллина уның тауышына һоҡланып был ҡыҙ, теләһә, донъя сәхнәләрен дә яулай аласаҡ тип ҙур ышаныс белдерә. Алтынай йырсы ғына түгел, композитор ҙа. Ул яҙған йырҙарҙы әле мәктәптә уҡыған сағында уҡ “Сулпылар”, “Ҡош юлы”, “Йәшлек-шоу” телевизион конкурстарында ҡатнашыусы йәш йырсылар башҡарған. Бына шундай маҡсатлы һәм моңло ҡыҙ “Тамаша” журналының 2021-се йылғы календарен биҙәргә лайыҡлы тип таптыҡ һәм уның менән бәләкәй генә әңгәмә лә ҡорҙоҡ.
– Алтынай, бала сағыңда нимә тураһында хыяллана торғайның?
Материалды тулы килеш журналда уҡырға була. "Тамаша"ға яҙылырға онотмағыҙ, дуҫтар! Рәхмәт беҙҙең сайтты ҡарап, уҡып барғанығыҙға!
Читайте нас: