+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
6 Декабрь 2020, 13:37

"Тамаша"ның яңы декабрь һанынан:

Айҙар Хәмзин заманыбыҙҙың талантлы композиторы ғына түгел, ә Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәшәүсе иң бруталь һәм серле башҡорт егеттәренең береһе лә. Интервьюларҙы ул һирәк бирә, үҙе хаҡында һөйләп барырға яратмай.

Уның әләме – азатлыҡ!
Тәү ҡарашҡа үтә текә, бер аҙ эрерәк тә тойолған, шул уҡ ваҡытта үҙен һәр ваҡыт ипле, тыныс тотҡан кеселекле, зауыҡлы, күркәм ижадсы ул.
Айҙар Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, был донъяларҙы иртә ташлап киткән данлыҡлы йырсыбыҙ Ғәли Хәмзиндың кинйә улы. Бәләкәстән йыр-моң менән уратып алынған егет атаһы кеүек үҙен тотошлай ижадҡа арнай. Бөгөн Айҙар Ғәли улы “Тамыр” каналы төшөргән, байтағы “ТЭФИ” йә “Алтын Орфей” кеүек мәртәбәле бәйгеләрҙә еңеү яулаған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн фильмдар һәм әкиәттәрҙе музыкаль яҡтан биҙәүсе, халыҡ-ара майҙанда билдәлелек тапҡан “Заман” төркөмө вокалисы, бик күп йырҙар авторы булараҡ билдәле. Шулай уҡ, ул Мәскәүҙең иң мәртәбәле мәҙәни майҙансығы иҫәпләнгән Крокус Сити Холлда премьераһы күрһәтелгән, арҙаҡлы актер Марат Бәшәровтың тәүге режиссерлыҡ эше булған “ Йән менән һөйләшеү. Сиктең аръяғында.” тигән театрлаштырылған шоуҙа һәм башҡа күп кенә ҡыҙыҡлы проекттарҙа композитор булараҡ сығыш яһаған, һәр эше көтөп алынған шәхес тә.
Айҙар 4 кенә йәшендә сәхнәлә башҡорт халыҡ йыры “Хәтирә”не йырлап торғанын бөгөнгөләй хәтерләй. 7 йәшендә ата-әсәһе уны Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге урта махсус музыкаль лицей-мәктәпкә уҡырға бирә. Бер йылдан, 8 генә йәшлек малай фортепиано өсөн “Сәғәт” һәм “Хәүефле кәйеф” тигән ике пьеса ижад итә. Был күренеш хаҡында ул саҡтағы “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телестудияһы тапшырыу төшөрә. Шулай уҡ, һүрәт төшөрөргә лә ярата малай, хатта бер мәл рәсемдәр бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булып, тере әтәс тә ота. Мәктәптә уҡығанда ҡурсаҡ театры ойоштороп төрлө постановкалар ҡуя. Һәр яҡлап шундай һәләтле булып буй еткергән, билдәле шәхестең ғаиләһендә үҫкән егет өсөн, әлбиттә, бөтә ишектәр ҙә асыҡ булғандыр, тиерһегеҙ. Эйе, ниндәйҙер нәүбәттә хаҡлы ла булырһығыҙ. Әммә, асылда, бер кемдең дә алдына алдан ҡыҙыл балаҫтар йәйеп ҡуймай шул яҙмыш. Ни тиһәң дә, тик һынауҙар һәм артылыштар аша үтеп кенә кешенең рухы сыныға, шәхес булараҡ үҫә. Айҙарҙың ижадының юғары баһаланыуының сере уның халҡыбыҙҙың боронғо моң мираҫына ҡәҙерләп ҡарай белеүе һәм шунан илһам һөҙөүендә. Әйтәйек, совет йылдарында үтә популяр булып, бер арауыҡ онотолоп торған, аҙаҡ Айҙар эшкәртеүендәге вариантта яңғырап “Заман” төркөмөнөң визит карточкаһына әйләнгән “Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал!” йырын ғына алайыҡ. Ретро йырҙарҙы модалы яңы төргәккә төрөү өсөн композитор үҙе әйтмешләй, ҙур музыкаль багаж кәрәк, ә ул бер-ике йылда ғына тупланмай.
Айҙар Хәмзин тәү сиратта композитор, әммә ул үҙен йырсы сифатында ла уңышлы ғына һынап килә. Студент сағында уҡ “Урал моңо” бәйгеһе дипломанты була, ә инде “Саян тауҙары көйҙәре” халыҡ-ара конкурсында беренсе урын алыуы, “Тюрвижн” халыҡ-ара йырсылар ярышында финалға үтеүе һәм башҡа еңеүҙәре уны төрки донъяһында ла таныулы итә. Бер нисә йырына клипты Алтай тауҙарында төшөрөүе лә ҡыҙыҡлы. Мәскәүҙең “Заман” этнотөркөмө менән берлектә төрлө бәйгеләрҙә яулаған уңыштары ла етәрлек. Тап “Заман” менән донъяның күп илдәрендә сығыш яһап, сәйәхәт итә алыуы өсөн төркөмдәге барлыҡ ижадташтарына оло рәхмәтле ул.
Һәр башҡорт кеүек, Айҙар азатлыҡты иң алға ҡуя. Шулай йә былай итеп яҙ, көй ошолайыраҡ булырға тейеш тип бойорорға яратҡан заказсылар менән араны шунда уҡ өҙәм, ижадсы ирекле булырға тейеш, ти ул. Рәсәйҙең билдәле актеры Марат Бәшәров менән эшләгән проекттарының уңышы хаҡында билдәле бер порталға биргән интервьюһында Айҙар юҡҡа ғына: “ Был проектта миңә тулыһынса ышанып, ирек биреүҙәре оҡшаны. Мин унда тулыһынса үҙ ҡараштарымды сағылдыра алдым, Бәшәров постановкала йыш ҡына мин тәҡдим иткән музыкаға, көй формаларына ярашлы сәхнә күренештәре әҙерләне, шулай ижадсыға ышаныс булғанда ғына күмәк хеҙмәт емеше булған бындай спектаклдәр тамашасы күңелен яуларлыҡ була ала”, – тимәгән.
– Йәш композиторҙың бөгөнгө тормошо һәм ижады хаҡында уның үҙенән дә яҡшыраҡ һөйләп булмаҫ. Айҙар, иң беренсе бала сағың, атайың хаҡында һорашҡы килә.
Материалды тулы килеш журналда уҡырға була. "Тамаша"ға яҙылырға онотмағыҙ, дуҫтар! Рәхмәт беҙҙең сайтты ҡарап, уҡып барғанығыҙға!
Читайте нас: